Регина Хужина Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уҡый. Яҡшы уҡыусы ғына түгел, яҡшы бейеүсе лә ул. Әсәһе Айгөл Тәфтизан ҡыҙы әйтеүенсә, ул бәләкәй сағынан бейеүсе булырға хыяллана, ҡымшанмай ҙа ултырып, телевизорҙан сәғәттәр буйы бейеүҙәрҙе ҡарарға ярата, айырыуса халҡыбыҙҙың атаҡлы бейеүсеһе Рәшиҙә Туйсинаның бейеүе оҡшай Регинаға. Бөгөн ул “бейеү алиһәһен” үҙенең кумиры һанай һәм ул бейегән барлыҡ яңғыҙ бейеүҙәрҙе лә өйрәнергә теләй.
Биш йәшенән алып Регина Фәйзи Ғәскәров исемендәге Балалар бейеү студияһының ансамблендә шөғөлләнә. Оҫта бейеүсе, ойоштороусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Радик ҡыҙы Нуриманова етәкселегендә ансамбль бик күп ерҙә йыш сығыш яһай һәм ҡайҙа барһа ла еңеүҙәр менән ҡайта йәш бейеүселәр.
Регинаны бейеүгә өйрәтеүсе педагогы Айбулат Әҡсән улы Баһауетдинов (һүрәттә) талантлы ҡыҙ тураһында былай ти: “Регина – бик һәләтле бейеүсе, беҙ уға бик ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, Аллаһ бойорһа, унан ҙур бейеүсе сығасаҡ. Бөгөн дә ул беҙҙең ансамблебеҙҙең йөҙөк ҡашы, ғорурлығы тиһәң дә була. Күмәк бейеүҙән тыш Регина “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Бишбармаҡ”, “Оҙонсәс” кеүек башҡорт халыҡ бейеүҙәрен дә бейеүе менән ул башҡаларҙан айырылып тора”.
Бер үк ваҡытта Регина моделлинг менән дә уңышлы шөғөлләнә. Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендә үткән бик күп конкурстарҙа еңеү яулаған. Мәҫәлән, 2022 йылда "Йәш Ғаләм һылыуҡайы” (“Юная Мисс Вселенная") конкурсында еңә.
Бар яҡтан да килгән бейеүсе һылыуҡайыбыҙға Башҡортостандың данын бөтөн донъя ға яңғыратыр уңышлы киләсәк теләйбеҙ.
Сәлмән ЮЛАН.