Мәктәптә уҡый башлағас, ҡурайҙа уйнау маһирлығы ла асыла егеттең. Тора-бара нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылған Самир Латиповты мәктәптең төрлө сараларына йәлеп итәләр. Йәше бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, уҡыуҙан буш ваҡытының һәр минутын файҙалы үткәрергә күнеккән ул.
Рухлы егет “Урал батыр” эпосын яттан һөйләй. Һәр йылды эпосты яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Район, республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһай Самир. Уның еңеүҙәрен һанап бөткөһөҙ. Спортта ла алдынғылыҡты бирмәй. Туған телеңә, илеңә, ғаиләңә, атай-әсәйеңә һөйөү, уларҙан илһам, дәрт алып йәшәү генә ҙур еңеүҙәргә илтәлер! Әлбиттә, уның ҡаҙаныштарында хәстәрлекле атаһы Тимерғәли Фәйзулла улы менән айырыуса көслө ихтыярлы, рухлы әсәһе Ләйсән Мәргән ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ, уландарында улар — оло терәк-таяныс.
Бөгөн Самир Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының 5-cе синыфында тик “бишле” билдәләренә генә уҡый. Барлыҡ фәндәрҙән дә тиерлек ғилми-тикшеренеү эштәрендә олимпиадала ҡатнаша. Был уҡыу йортона килгәндең беренсе көнөнән үк һәр сараларҙа, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашыусы уҡыусы ул Самир. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле, “Аҡйондоҙ” өлгөлө халыҡ бейеүе ансамбле, “Рәми” өлгөлө театр студияһы, “Гәлсәр” йыр түңәрәге, “Аманат” өлгөлө этно-фольклор түңәрәге, “Ҡош юлы” бард мәктәбе, “Интернатым — пар ҡанатым” почетлы гәзите, Авиамоделләү, саңғы Һәм башҡа түңәрәктәргә яратып йөрөй.
Белем көнөнә арналған линейкала “Мәктәбем” йырын йырлап, гимназиялағы ғына түгел, ә интернет киңлектәрендәге бар тамашасыһын үҙенә әсир итә егет. Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған Төбәк-ара шиғыр конкурсында Гран-при яулай. Баш ҡалабыҙҙың Октябрь районында ойошторолған “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашып, тамашасыларҙы моңло йырҙары менән ҡыуандырҙы.
Барыр юлдарың яҡты һәм данлы булһын, Самир! “Аманат” журналы коллективы исеменән һәләтле, зирәк, өлгөр егеттең киләсәге тағы ла бәхетлерәк, сағыуыраҡ булыуын теләп ҡалам!