+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Башҡорт милли кейемен халыҡҡа ҡайтара улар!

Аллаға шөкөр, һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡында үҙебеҙҙең милли кейемебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны тегеүселәр, тергеҙеүселәр, таратыусылар артҡандан-арта бара. Башҡортостанда Милли кейем көндәре, милли костюмдарҙы баһалаған төрлө конкурстар үткәрелә башлағас, был хәрәкәт тағы ла көсәйҙе. Бөгөн төрлө сараларға ҡатын-ҡыҙҙың – һаҡал, селтәр, яғалар, һарауыстар, төрлө милли биҙәүестәр тағып, камзул-күлдәк, ҡашмау-­кәләбаш кейеп, ә ир-егеттең милли костюмда килеүе – бик һөйөнөслө күренеш.

Башҡорт милли кейемен халыҡҡа ҡайтара улар!
Башҡорт милли кейемен халыҡҡа ҡайтара улар!

Башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫтабикәләр араһында Ишембай ҡалаһында йәшәгән Сәриә Исхаҡ ҡыҙы Ғәбитова айырым урын алып тора, сөнки ул милли кейемебебеҙҙе, уның бөтөн боронғо үҙенсәлектәрен һаҡлап, үҙ ҡулы менән тегә һәм тергеҙә.
Сәриә ханым үҙе лә бәләкәй сағынан әсәһенең һандығында ятҡан, туйҙарҙа, мәжлестәрҙә уларҙы әсәһе кейеп йөрөгән, бейегән боронғо еләне, селтәре, француз яулығы, ситеген күреп үҫкәнгә лә, хаҡлы ялға сығып, буш ваҡыты барлыҡҡа килеү менән, ошо һөнәргә тотона. Белемен, оҫталығын камиллаштырыу өсөн Өфөгә йөрөп тә, интернет аша ла оҫталарҙан дәрестәр ала. Шулай итеп, был йәһәттән оҫтарып ала.
“Милли кейем кейгәндә гел әсәйемде – Ғәрифә Шәрәфетдин ҡыҙы Кәримованы иҫлә­йем. Быйыл уға 100 йәш тулған булыр ине, – ти Сәриә апай. – Әсәйем беҙгә, үҙенең ҡыҙҙарына, башҡорт милли кейеме тураһында күп һөйләй, аңлата торғайны.
Ғөмүмән, беҙҙе, 8 баланы тәрбиәләп үҫтергән, һәр беребеҙгә белем алырға ярҙам иткән атайым менән әсәйемә ҡарата күңелемдә һәр саҡ рәхмәт тойғоһо йөрөтәм. Ә бөгөн миңә был эшемдә хәләл ефетем ныҡ ярҙам итә.”
Милләттең дауамы – йәш быуында. Шуны яҡшы аңлап, Сәриә ханым ейән-ейәнсәрҙәрендә лә башҡорт милли кейеменә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Уларҙы ла һөнәренең нескәлектәренә төшөндөрә, уларға ла милли кейем тегеп кейҙерә.
“Бөтөн ейәндәрем һәм ейәнсәрҙәрем дә милли костюмдар тегеүем менән ҡыҙыҡһына. Өлкән ейәнсәрҙәрем тамбур менән сигеүҙе өйрәнергә теләй, тырышлыҡтары бушҡа китмәй, ярайһы матур ғына итеп сигә лә беләләр.
Улар менән музейҙарға, китапханаларға, милли костюмға арналған саралар үткәрелгән “Торатау” геопаркына ла йөрөйбөҙ. Уларға бындай сәйәхәттәр ныҡ оҡшай. Шулай итеп ҡыҙҙар милли кейем тегеү һөнәренә ылыға, милләтебеҙҙең традицияларын да күңеленә һеңдереп үҫә”, – ти Сәриә Исхаҡ ҡыҙы.
2024 йылда оҫтабикә үҙенең Алена исемле ейәнсәре һәм Самир исемле ейәне менән Баш­ҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелгән “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли костюмы оҫталары конкурсының балалар кейеме номинацияһында ҡатнаша.
Ейәнсәре өләсәһе теккән көньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен – өҫтөнә күлдәк, елән кейеп, муйынына һаҡал тағып, башына маңлайса кейеп, ә ейәне көньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейемен – өҫтөнә күлдәк, киң төплө ыштан, кәзәкей, башына түбәтәй кейеп сығыш яһай.
Һөҙөмтәлә конкурста 500 ҡатнашыусының эше араһынан Сәриә ханымдың эштәре икенсе урынға лайыҡ була.
Халҡыбыҙҙың затлы милли кейемендә сығыш яһауҙан, шундай мәртәбәле конкурста еңеү яулауҙан өләсәләре лә, ейәне менән ейәнсәре лә бик ҡәнәғәт. Уларҙың мотлаҡ башҡорт рухлы балалар булып үҫеренә, киләсәктә үҙҙәренең балаларына ла был рухты һалып ҡалдырырҙарына шик юҡ.
Еңеүҙән рухланған Сәриә Исхаҡ ҡыҙы үҙе лә киләсәккә лә тағы ла ҙурыраҡ пландар, яҡтыраҡ хыялдар менән йәшәй. Әлегә серҙәрен сисмәй торайыҡ. Алдағы көндәрҙә уларҙың эштәре тураһында тағы ла мотлаҡ ишетербеҙ әле, Аллаһ бойорһа!

Айбулат Аҡбутин фотоһы.

Автор:Ярмуллин Сальман
Читайте нас: