Ҡөръәндәге "Йософ" сүрәһендә Яҡуп бәйғәмбәрҙең улы Йософ тураһында бәйән ителә. Ҡол Ғәлиҙең “Йософ һәм Зөләйха” ҡиссаһын да башҡорт халҡы яратып уҡыған.
Бына ниндәй ҙур тарих ята икән уның исемендә! Әле 107-се лицейҙың 3-сө синыфында “биш”ле билдәләренә генә уҡыған Йософ Зарипов бәләкәйҙән үҙенең исемен яратып, ғорурланып үҫә.
“Беҙҙең мәктәптә башҡорт телен белеү буйынса миңә еткән уҡыусы юҡ әлегә!”– тип ғорурлана гуманитар фәндәрҙе яратҡан Йософ. Апаһы Алина кеүек инглиз телен дә бөтөн камиллығында белергә теләй. Испан телен дә өйрәнә Йософ. Урыҫ һәм инглиз телдәре буйынса олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнаша, бик уңышлы һөҙөмтәләр яулай. Гел алдынғы булырға ынтылыуы, һәр эште үҙе төҙөгән план буйынса эшләүе бик яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә икән.
Өфө ҡалаһының 8-се музыка мәктәбенең баян синыфында ла уҡый өлгөр егет. Бында ла тик “биш”ле билдәләренә генә өлгәшә. Йыш ҡына мәктәп, район, республика конкурстарында ҡатнаша, алдынғы урындарға лайыҡ була. Сығыш яһарға төрлө ерҙәрҙә йөрөргә ярата. Бик күп билдәле шәхестәр менән танышыуына сикһеҙ ҡыуана.
Йософҡа Илеш районында үткән виртуоз баянсы, мультиинструменталист Айнур Фәтиховтың иҫтәлегенә арналған конкурс бик тә оҡшаған. Конкурсҡа килгән һәр бер баланың күңелен үҫтереп, яҡшы һүҙ әйтеп, бүләктәр биреп ҡайтаралар. Йософҡа иң оҡшағаны Айнур Фәтиховтың ата-әсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле баянсы Хәлит Фәтихов, Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихова, туғандары, талантлы музыканттар, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, игеҙәктәр Алмас һәм Айҙар Юнысовтар менән танышыуына бик тә шат була. Октябрьский ҡалаһында үткән баянсылар конкурсында Рәсәй композиторы, музыкант, баянсы Айҙар Сәлиховты тыңлап, рухланып ҡайта.
Ғөмүмән, виртуоз баянсыларҙың уйнағанын тыңларға ярата. Уҡытыусыһы Ләйсән Хәйрисламова ныҡ талапсан. Инструментта уйнарға ғына өйрәтмәй, музыканы тойорға, яратырға ла өйрәтә. Тиҙҙән Йософ Һамар ҡалаһында үтәсәк “Виват, Баян” исемле Халыҡ-ара конкурста ҡатнашасаҡ.
Юмор яратҡан егет мәктәп командаһының “Мыжыма” КВН командаһында ихлас сығыш яһай. Мәҙәктәрҙе лә үҙҙәре уйлап сығара. Команда яңыраҡ финалда 3-сө урын алған.
Күп үҫмер малайҙарҙыҡы кеүек, Йософтың да иң яратҡан уйыны – футбол! Хыялы ла киләсәктә футболсы булыу. Футбол яңылыҡтары, уңыштары тураһында үҙенең телеграм каналында уртаҡлаша. Туғандары, таныштары Йософты футбол буйынса торғаны бер энциклопедия тип атай. Ағаһы Вилдан менән матч ҡарарға йөрөйҙәр. Өфөлә һәм икенсе ҡалаларҙа үткән матчтарҙы ла ситтә ҡалдырмайҙар.
Йософтың тағы ла бер ыңғай яғы бар – белемгә ынтылыусан. Донъя картаһын, илдәрҙе өйрәнә. Үҙ иленең патриоты. Әммә Йософ Башҡортостанды ныҡ ярата, киләсәктә үҙ иленә файҙа килтергеһе килә.
Йософҡа киләсәктә изге уйҙарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!