– Данил, ниндәй спорт төрөнә иғтибар итһәк тә, еңеүселәр бары тик үҙҙәренең һөҙөмтәһе өсөн генә тырыша кеүек тойола. Һинең холҡоңда ниндәйҙер ярҙамсыллыҡ, миһырбанлыҡ тойомлана. Бындай һыҙаттар спортсы өсөн ҡамасау түгелме?
– Бындай һыҙаттар миңә әсәйем Әлфиә Сәлих ҡыҙы һәм атайым Денис Рауил улынан күскәндер һәм ярыштарҙа ҡамасауламай тип уйлайым. Ата-әсәйем мине генә түгел, Мәликә һеңлемде, Эмиль ҡустымды ла ярҙамсыл, кешеләргә ҡарата ихтирамлы итеп үҫтерә. Спортҡа һөйөүем дә уларҙың көслө рухлы булып үҫергә кәрәклекте аңлатыуынан киләлер тип уйлайым.
Атайыма рәхмәтлемен – дзюдоға килтерҙе, һуңынан инде ул миңә ММА-ны күрһәтте. Был спорт төрө миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Һинең нәҫелеңдә профессиональ спортсылар бармы?
– Үкенескә ҡаршы, юҡ, тик мин шул юҫыҡта тырышып эшләүемде дауам иттереп, донъя чемпионы булырға хыялланам.
– Тағы ниндәй хыялдарың бар?
– Әсәйем менән атайыма яңы йорт, автомобиль һатып алырға хыялланам.
– Һине атай-әсәйең, бер ярыштан да ҡалдырмайынса, төрлө ҡалаларға йөрөтә. Ысынында ярыштарҙың бөтә ауырлығы ата-әсә елкәһенә төшә бит инде. Улар һине еңеүгә нисек дәртләндерә, айфон вәғәҙә итәләрме?
– Айфон вәғәҙә итмәйҙәр, атайым һәр саҡ тыныс ҡына итеп мине мораль яҡтан әҙерләй. Шулай уҡ тренерым Эльвир Мөнир улы ла ярышҡа тиклем бер нисә көн тирәһе беҙҙең белгәнде көн дә күнекмәләр менән тулыландыра.
– Ҡайһы мәктәптә белем алаһың?
– Өфө ҡалаһының Александр Матросов исемендәге 80-се мәктәбенең кадет синыфында уҡыйым. Беҙҙең мәктәптә патриотик тәрбиә биреү менән бер рәттән тыуған яҡты өйрәнеүгә бик ҙур иғтибар бирелә.
Республикабыҙҙың төрлө матур ерҙәренә сәйәхәткә йөрөйбөҙ. Мин әүҙем ял яратам.
– Данил, беҙ һиңә кисәсәктә барлыҡ теләктәреңә өлгәшеп, тағы ла күберәк еңеүҙәр яулауыңды, бөтә хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.