— Азалина, һинең шөғөлдәрең бик күп. Уҡыуҙан тыш нисек барыһына ла өлгөрәһең?
— Миңә атайым, әсәйем, ҡартайым һәм өләсәйемдәр ярҙам итә. Ғәҙәттә, мине ҡартатайым һәм өләсәйемдәр түңәрәктәргә йөрөтә. Ваҡыттары булғас, күбеһенсә ҡартатайым мине мәктәптән барып ала, өләсәйем түңәрәктәргә лә алып йөрөй.
— Һин Бөтөн Рәсәй гүзәллек бәйгеһенең Гран-приһын яулағанһың. Унда "Милли суперйондоҙ" номинацияһында ла еңгәнһең. Һиңә ошо бәйгеләрҙең нимәһе нығыраҡ оҡшай?
— Иң беренсе, миңә был бәйгеләрҙә икенсе ҡалаларға барып ҡайтыу һәм тиҫтерҙәрем менән танышып, дуҫлашыу оҡшай. Матур күлдәктәр кейеү һәм матур уйынсыҡтар алыу — үҙе бер бәхет.
— Ҡайһы бер саҡта еңмәгән мәлдәрең дә булғандыр. Был осраҡта һин үҙеңде нисек тотаһың? Илайһыңмы?
— Юҡ. Мин ундай осраҡтарҙа тик сәмләнәм генә һәм икенсе тапҡыр нығыраҡ тырышам.
— Азалина, һин "Ҙур проект" киностудияһының ҡыҫҡа метражлы фильмдарында ла төшөп өлгөргәнһең, был хаҡта һөйләп ебәр әле?
— Киноға төшөргә мин күптән хыялланған инем. Беренсе тапҡыр кинопроект мин ҡатнашҡан "Ҡарһылыуҡай" конкурсы эсендә ойошторолдо. Оҡшаны, съемкалар бик күңелле утте. Аҙаҡтан үҙемде ҙур экранда күреү бик ҡыҙыҡ тойолдо. Әлбиттә, шатландым.
— Башҡорт һәм татар эстрада йондоҙҙарының бер клибында һине күреп ҡалдым. Был өлкә лә һиңә ҡыҙыҡмы?
— Тап шулай. Хатта киләсәктә, берәй матур йырымды яҙҙырып, уға клип төшөрөргә ине тигән хыялым да бар.
— Азалина, һинең һөнәрҙәреңде белгән һайын һоҡланам ғына. Бына әле һинең дизайның буйынса әҙерләнгән күлдәк коллекцияһын ҡарап ултырам. Һин дизайнер булырға ла өлгөргәнһең бит!
— Әйе, һәр матурлыҡ бәйгеһенә мин үҙемдең дизайным буйынса тегелгән зиннәтле күлдәктәр әҙерләнем, шуға күрә мин "йәш дизайнер" конкурсына ҡатнашыуға саҡырҙылар, һөҙөмтәлә конкурсҡа мин Һомай образын һәм бер нисә матур кулдәк әҙерләнем һәм Гран-приға лайыҡ булдым.
— Һинең уйнарға ваҡытың ҡаламы ул?
— Ҡала, әлбиттә. Өйгә эштәремде эшләп бөткәс, бесәйем менән уйнап алам. Әхирәттәрем менән ишек алдында уйнайбыҙ. Шулай уҡ мине атайым менән әсәйем төрлө уйын майҙансыҡтарына йөрөтә.
— Ә һин ниндәй мәктәптә уҡыйһың һәм уҡыуы оҡшаймы?
— Мин Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге данлыҡлы 20-се Башҡорт гимназияһында белем алам. Яҡшы уҡырға тырышам. Өҫтәүенә инглиз телен өйрәнеү, робототехника түңәрәктәренә лә йөрөйөм.
— Азалина — һин шәп ҡыҙ! Беҙ һиңә алдағы тормошоңда тағы күп еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ. Башҡорт халҡының билдәле шәхесе бул!