Ни сәбәптәндер, Әнүәрҙең теле бик һуң асыла. 4-5 йәшендә саҡ һөйләшеп китә ул. Сабый йөрәгендәге йыр-моңға ҡарата һөйөү утын да өләсәһе ҡабыҙғандыр.
Ауылда йәшәгәс, күп итеп һарыҡ аҫрай олатай менән өләсәй. Көтөү ҡаршыларға ла өләсәй ейәнен алып йөрөй. Шулай көн дә һарыҡтар артынан баралар. Улы, арып, мыжымаһын өсөн, “Шайморатов генерал” йырына маршта йөрөп ҡайталар. Йырлай торғас, бер көн килеп, баланың теле асыла. Әнүәр беренсе тапҡыр сәхнәгә лә “Шайморатов генерал” йыры менән сыға.
Йырҙағы: “Оҙатып ҡалды күк Урал” — тигән юлдарға бәйле Әнүәр өсөн олатай-өләсәһенең Илкәнәй ауылындағы йорто “Күк Урал”ға әүерелә. Ул әле лә олатай-өләсәй янына ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, “мин Күк Уралға барам,” ти.
Үҫә килә, Зәйнетдиндең, Радик Юлъяҡшиндың йырҙарын тыңлап, уларға эйәреп, йырлай башлай. Ҡумыҙҙа уйнау теләге тыуғас, атаһы ҡумыҙ алып бирә. Бик тиҙҙән оҫта ғына итеп ҡумыҙ ҙа сиртә башлай. Миңлеғәфүр Зайнетдинов үткәргән ҡумыҙсылар конкурсында Әнүәр иң йәш конкурсант булып таныла һәм виртуоз ҡумыҙсының юбилей концертында ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә.
Артабан уны Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына саҡыралар. Үкенескә күрә, пандемия сәбәпле унда бара алмай. Уның ҡарауы Россия-1 телеканалының “Хәйерле иртә” программаһының Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған тапшырыуында әүҙем ҡатнаша. “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “Сулпылар” тапшырыуында ла сығыш яһай. Республикала үткән күп кенә онлайн конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе була.
2024 йылда Башҡортостанда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында Вәхитовтар үҙ номинацияһында беренселекте яулай. Ғилми-ғәмәли конференцияларҙа Әнүәр тик беренсе урындарға лайыҡ була. Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында уҙғарылған Кинйә Арыҫланов уҡыуҙарында гран-при яулай. Көйөргәҙе районында, Күмертау ҡалаһында үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша моңға ғашиҡ егет. Һабантуйға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар “Уралым” йырын башҡарған Әнүәрҙең сығышын аяғүрә тороп тыңлай.
Әле Әнүәр Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт гимназияһының бишенсе синыфында тырышып уҡый. Яңы йырҙар өйрәнә. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, йырсы егет әле бер ерҙә, әле икенсе ерҙә төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, сығыш яһай.
Август айында баш ҡалабыҙҙа үткән “Самауырлы ритайым”ға ла саҡыралар Әнүәрҙе. Башҡортостан йәштәренең иң яратҡан сараһында ул ике йырын башҡара. “Уралым”, “Башҡортостан йондоҙҙары” йырын йыйылған халыҡ яратып ҡабул итә, алҡышлап, ҡул саба.
Көйөргәҙе районы мәҙәниәт йортонда эшләгән “Аҡбуҙат” өлгөлө башҡорт балалар фольклор ансамбленең вокал буйынса етәксеһе Римма Васильевна Бабенко уға “Уралым” һәм башҡа башҡорт йырҙарын башҡарыу үҙенсәлектәрен өйрәтә. Ансамблгә йөрөгән балалар башҡорт халҡының йолаларын, йырҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә өйрәнә.
Репитициялар, үҙ-үҙеңде һәр яҡлап үҫтереү, камиллыҡҡа ынтылыу Әнүәргә дәрт-дарман ғына өҫтәй! Сәхнәгә сығып баҫыуы менән, бөтөн булған арыу-талыуҙары онотолғандай була. Ул сәхнәлә, әйтерһең дә, бөтөнләй икенсе кеше. Ҙур яуаплылыҡ тойған, аҡыллы һәм үҙенә талапсан әртис инде. Шуға ла уның һәр сығышын халыҡ бик йылы ҡабул итә. Йөрәгендә уның шундай рух һәм дәрт уйнай!
Һәләтле егеткә киләсәк тормошонда тик яҡшылыҡ, уңыш һәм аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ! Йыр-моң шишмәһе урғылып аҡһын, яңынан-яңы йырҙарың менән тамашасыңды һөйөндөрөп тор, Әнүәр!
Зөлфиә ҒӘЗИЗОВА.