-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
10 Декабрь , 15:27

Ат йәнле ҡыҙ Алина

Сабый саҡтан тыныс тәбиғәтле, асыҡ күңелле, һөйкөмлө бала булып үҫә Алина. Юҡ-барға мыжымай, иламай, еңмешләнмәй. Ихласлығы ла булмышында сағыла. “Яҙ менән йәй алышынған йәмле мәлдә тыуғанға шулайҙыр ҡыҙым”, — ти әсәһе Вәсилә Наил ҡыҙы.

Ат йәнле ҡыҙ Алина
Ат йәнле ҡыҙ Алина

Ситтән ҡарағанда иркә, наҙлы ғына булып күренһә лә, Алинаның холҡонда ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек тә етерлек. Үҫмер генә булһа ла уға һәр эште төплө уйлап эшләү хас. Кешеләр менән генә түгел, үҙенең яратҡан хайуандары менән дә тиҙ генә уртаҡ тел таба. Әгәр мөмкинлеге булһа, моғайын, донъяның бөтөн бесәйҙәрен дә бергә йыйып, үҙенә аҫрауға алыр ине. Урамда интегеп йөрөгән эйәһеҙ бесәйҙәрҙе ашатыу, уларҙың тормошон бер аҙға булһа ла еңеләйтеүҙең ҙур сауаплы ғәмәл икәнен аңлай Алина. Шуға ла ҡустыһы Йософ менән бергәләп урамдағы ҡош-ҡорт, хайуандарҙы ашатырға тырышалар. Уларҙың өйөндә лә Мика һәм Лекси исемле матур ғына ике бесәй йәшәй.
Ҡыҙҙар — атай-әсәй йортонда ҡунаҡ ҡына. Ваҡыты еткәс, ҡош кеүек “осоп сыға ла китә”. Буласаҡ әсәй, хужабикә, ғаилә усағын һаҡлаусы ла ул ҡыҙ кеше. Шуға ла бала саҡтан уҡ ҡулдан килерҙәй эшкә өйрәнеп алыу һәр үҫмергә зарур.
Баш бала булараҡ, Алина — ата-әсәһенең ышаныслы таянысы, өйҙөң йәме, биҙәге. Ул аш-­һыу­ға ла оҫта икән. Уңған ҡыҙҙың нәзәкәтле торттары ғаилә байрамдарын биҙәй. Тәмлетамаҡ ҡына ҡус­тыһына апаһы әҙерләгән ризыҡтарҙың барыһы ла оҡшай. Бешкән ризыҡты иң тәүҙә ул ашап ҡарай ҙа: “Бындай тел йоторлоҡ аҙыҡ хатта магазинда ла юҡ! — тип, һәр ваҡыт апаһына юғары билдә ҡуя.
Бала саҡтан аттарға ғашиҡ Алина. Бына өс йылдан ашыу инде, буш ваҡыты булыу менән, яратҡан хайуандары янына йүгерә. Был матурҡайҙар менән әүҙем эшләй. Уҡытыусыларынан дәрестәр ала, һыбай йөрөүҙең серҙәренә өйрәнә.
Ике йыл “Садко” ат һарайында ирекмән дә була. Ҙур сабырлыҡ һәм оло хәстәрлек менән аттарҙы тәрбиәләй. Ҡала шарттарында физик эшкә күнегеп үҫмәһә лә, аттарға күнәкләп аҙыҡ, һыу ташый, мал аҙбарын, аттарҙы таҙарта, йыйыштыра. Шулай уҡ хайуандарҙы күнекмәгә өйрәтә.
Нәзәкәтле ҡала ҡыҙына көс талап ителгән был хеҙмәт баштараҡ еңелдән бирелмәй. Аттар ҡасып киткәндә илаған саҡтары ла була ҡыҙҙың. Әммә ваҡыт үтеү менән, ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, хайуандарҙың көйөнә төшөнөп, улар менән идара итергә өйрәнеп ала ул. Әлеге көндә “Мальвина” ат һарайында эшләй тәжрибәле ҡыҙ. Малҡайҙарҙы күнектереп йөрөтөү, улар менән даими эшләү күпкә еңел бирелә хәҙер уға.
Күп уҡырға яратҡан ҡыҙҙың тағы ла бер мауығыуы бар – ул да булһа инглиз теле. Был телде барлыҡ нескәлектәрендә өйрәнгән. Хатта инглиз телендә кино ҡарау, иркен аралашыу уға туған башҡорт теле кеүек үк еңел бирелә. Киләсәккә ике хыялы бар: йә ат спорты буйынса тренер, йә лингвистика өлкәһендә белгес булыу.
Кескәй генә сағынан башҡорт телендә үткәрелгән “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Илһам”, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүгә арналған төрлө конкурстарҙа теләп ҡатнаша Алина.
Туған телеңде белеү – үҙе бер бәхет һәм хазина, үҙеңде хөрмәт итеү икәнен дә аңлайҙар Зариповтар ғаиләһендә. Өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшеү – атай-әсәйҙең “яҙылмаған закон”ы! Алина ла, ҡустыһы Йософ та, башҡорт теленең бөтөн нәфислеген, матурлығын тойоп, туған телендә иркен аралаша.
Өлгөр ҡыҙ Алина “Юнармия” Рәсәй балалар-­үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәтендә ҡатнашырға һәм үҙе уҡыған Өфөнөң 107-се лицейының “Мыжыма” КВН командаһы ағзаһы булараҡ сығыш яһар­ға ла өлгөрә. Ә “Мыжыма”лар төрлө сараларҙа йыш ҡатнаша, башҡорт телендә сығыш яһай, бәйгеләрҙә призлы урындар яулай.
Хәйерле эш-ғәмәлдәре менән Аллаһ Тәғәләнең йән эйәләренә ҡулынан килгәнсе ярҙам иткән күркәм әҙәпле, күңелендә яҡшылыҡ сифаттары ғына туплаған Алинаға тик яҡты киләсәк теләйбеҙ! Матур хыялдарына аттай етеҙ елеп кенә барып етергә, маҡсатына ирешергә яҙһын уға!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Автор:
Читайте нас