

Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә урынлашҡан Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһының алдынғы уҡыусылары Асҡар Ибраһимов, Искәндәр Хәлилов, Әмир Ғәбдинов, Тимерхан Хөсәйенов менән әңгәмә.
— Әйҙәгеҙ, егеттәр, мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ бер юлы үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ. Асҡар, был миҙалды һиңә ни өсөн бирҙеләр?
— Мин 8-се "Б" Шайморатов синыфы командиры Асҡар Ибраһимов булам. Мәктәбебеҙҙә беҙ — иң тәүге Шайморатовсы синыфы. Синыфыбыҙ етәксеһе Миләүшә Рафиҡ ҡыҙы Мәжитова оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
2023-2024 уҡыу йылында Шайморатов синыфтары командирҙары араһында уҙғарылған “Ат уйнатып” телевизион проектының еңеүсеһе булдым. Шунан Еңеү парадында ҡатнашҡан һәм уҡыу алдынғыһы булғаным өсөн бирҙеләр.
— Искәндәр, һин дә ошо синыфтан бит, тағы нимәләр һөйләр инең синыфығыҙ тураһында ?
— Беҙҙең синыфта — 11 малай һәм 15 ҡыҙ. Беҙ бик дуҫбыҙ. Мәктәптә уҙғарылған сараларҙа алдынғылыҡты бирмәйбеҙ. Шулай уҡ район, ҡала күләмендә уҙғарылған сараларҙа ла бик теләп ҡатнашабыҙ. Шайморатов синыфтары араһындағы йәйге һәм ҡышҡы уйындарҙа һәр саҡ тиерлек призер булабыҙ.
Хәрбиҙәр менән бер рәттән ике йыл Еңеү парадында ҡатнаштыҡ. Контр-адмирал М. И. Баҡыев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге ойошторған “Диңгеҙ һуғышы” тип аталған ҡала хәрби-патриотик уйындың 3 этабын еңеү менән тамамланыҡ.
— Афарин! Һеҙҙең юлды дауам итеүсе егеттәрҙең дә уңыштары барҙыр әле. Тимерхан, Әмир, һеҙҙең ниндәй әйтер һүҙҙәрегеҙ бар?
— Мин Тимерхан Хөсәйенов булам. Беҙҙең 7-се "Б" Шайморатов синыфы командиры — Илдар Ваһапов, ә мин уның урынбаҫарымын.
Синыф етәксебеҙ Булат Рәдиф улы Ҡотдосов тарих теленән уҡыта һәм беҙҙең өсөн бик яҡын. Синыфыбыҙ менән ике йыл рәттән Йәйге Шайморатов уйындарының зона этабында 2-се урынды алдыҡ. 2025 йылда ҡала хәрби-патриотик уйынында ла 2-се урынды яуланыҡ.
— Һиңә форма бик килешә, киләсәктә кем булырға хыялланаһың?
— Мәктәпте тамамлағас, полиция һөнәрен үҙләштерәсәкмен. Әгәр был уҡыу йортона инә алмаһам, программист булырға теләйем.
— Әмир, һин быйыл беренсе йыл ғына Шайморатов синыфындаһың, һиңә был синыфта уҡыуы оҡшаймы?
— Әлбиттә, оҡшай. Мин ошо форманы кейергә яратам һәм уға тап төшөрмөйенсә уҡыйым. 5-се "Б" Шайморатов синыфының командирымын.
Синыф етәксебеҙ Татьяна Юрьевна Андреева рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булһа ла, беҙҙең менән башҡортса һөйләшә.
Әлегә беҙ ярыштарҙа ҡатнашып өлгөрмәнек, әммә беҙҙең синыф бик берҙәм һәм матур итеп төрлө саралар ойошторабыҙ. Шайморатов генералдың тыуған ауылына, музейға барып килдек. Башҡорт халҡының изге тауы — Торатауға мендек һәм былтыр Павловка яҡтарын күреп ҡайттыҡ.
— Егеттәр, афарин! Артабан да шулай етди һәм уңышлы ил уҙамандары, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Зилә ҒӘЛЛӘМОВА әңгәмәләште.