-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Чемпион да ул, ирекмән дә...

Тышлыҡта Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се синыф уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы, район һәм республика олимпиадалары еңеүсеһе, 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса республика чемпионы Азалия Вәхитованың фотоһүрәте урын алған.

Чемпион да ул, ирекмән дә...
Чемпион да ул, ирекмән дә...

Азалия шахматта беренсе синыфтан уйнай. Тренеры Радик Ғариф улы Шәрәфетдинов. Ҡыҙ шулай уҡ Химия буйынса Республика турниры (команда составында), Иҡтисад һәм Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса төбәк олимпиадалары, Бөйөк Ватан һуғышы буйынса республика конкурсы призеры, баскетбол, өҫтәл теннисы, волейбол буйынса ярыштарҙа еңеүсе.
Һәр ваҡыт алдынғылар сафында булған Азалия ирекмәнлек менән дә шөғөлләнергә, Беренселәрҙең хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе рәйесе йөгөн дә тартырға, Юнармия хәрби-­патриотик берләшмәһе эшендә ҡатнашырға ла өлгөрә.
Тырыш ҡыҙға киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүен, халҡы өсөн күп изге эштәр башҡарыуын теләйбеҙ!


Зилә Ғәлләмова.

Автор:
Читайте нас