+9 °С
Облачно

Баш ҡалала — Урал батыр рухы!..

"Китап байрамы" IV Халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе һәм йәш сәсәндәрҙең XXVIII төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе – гран-приға лайыҡ булған Борай районы Борай ауылының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Эльза Әхмәтханованы бүләкләне. (Йәш сәсәниәнең фотоһүрәте журналыбыҙҙың тышында ла урын алды.) Быйыл конкурста дүртенсе тапҡыр ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән тырыш ҡыҙҙың остазы һәм етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Әлфит ҡыҙы Йәғәфәрова.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баш ҡалала — Урал батыр рухы!..Баш ҡалала — Урал батыр рухы!..
Баш ҡалала — Урал батыр рухы!..

"Китап байрамы" IV Халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе һәм йәш сәсәндәрҙең XXVIII төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе – гран-приға лайыҡ булған Борай районы Борай ауылының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Эльза Әхмәтханованы бүләкләне. (Йәш сәсәниәнең фотоһүрәте журналыбыҙҙың тышында ла урын алды.) Быйыл конкурста дүртенсе тапҡыр ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән тырыш ҡыҙҙың остазы һәм етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Әлфит ҡыҙы Йәғәфәрова.
Эльза быйыл 11-се синыфты тамамланы. "Урал батыр" эпосын тулыһынса ятлаған ҡыҙҙың киләсәктә лә Урал батырыбыҙ аманатына тоғро ҡалырына ышанабыҙ.
Шулай итеп, Китап байрамы ла, быға тиклем, нигеҙҙә, Урал батырыбыҙҙың эҙҙәрен һаҡлаған Бөрйән ерендә үткәрелә килгән мәшһүр ҡобайы­рыбыҙҙы яттан һөйләүселәр конкурсы ла бер үк ваҡытта – һабанайҙың 28-һенән 30-ына тиклем барҙы һәм бер үк урында – Өфөнөң күркәм майҙанында тамамланды.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан 1996 йылдан алып «Урал батыр» эпосын һаҡлау һәм таратыу маҡсатында бер нисә этапта (мәктәп, район-­ҡала, төбәк) үткәрелә килгән был бәйгенең финал этабында быйыл Башкортостандан һәм башҡа өлкәләрҙән 50 бала, шул иҫәптән мәктәп йәшенә тиклемгеләр һәм 27 команда төрлө номинацияларҙа ҡатнашты ә төбәк этабында 176 яңғыҙ башҡарыусы һәм 49 фольклор төркөмө көс һынашҡайны.
Яңғыҙ башҡарыусылар 4500-ҙән ашыу юлдан торған "Урал батыр" эпосынан мөмкин тиклем күберәк юлды яттан һөйләргә тейеш булһа, фольклор коллективтары "Урал батыр" эпосынан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Хатта яһалма зиһен ярҙамында башҡорт халҡының данлы ҡобайыры тураһында видеосюжеттар эшләнде.
Өс көн буйына барған рух бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙан бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡулынан бүләк алды.
“Аманат” журналы ла йылдағыса ике ҡатнашыу­сыға үҙенең махсус бүләген тапшырҙы. Быйыл Өфө ҡалаһының 221-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Әмир Торомтаев (һүрәттә) менән Федоровка районының Яңы Яуыш ауылы мәктәбе уҡыусыһы Руфина Мәликоваға журналдың баш мөхәррире ҡулынан бүләк алырға насип булды.
Данлы Урал батырыбыҙ аманатын быуындан-­быуынға тапшырыусы “Урал батыр” ҡобайыры мәңге йәшәһен һәм башҡорт халҡын тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәргә күтәрһен, Ин шәә Аллаһ!!!

Сәлмән Ярмуллин.

Автор:
Читайте нас