– Бала сағымды иҫләһәм, иң тәүҙә ауылыбыҙҙа ҡартатайым, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, бик йәшләй яҡты донъянан киткән Ҡотләхмәт Самат улы Саматов һалған өйҙә үткән иң матур, иң ҡыҙыҡлы мәлдәрем иҫкә төшә. Ҙур булмаған йортобоҙ ауылдың уртаһында урынлашҡан. Бик ҡунаҡсыл, йомарт өләсәйем Саматова Аҡбикә Ниғмәтбай ҡыҙына әленән-әле әбейҙәр, күрше ауылдарҙа йәшәгән туғандар килә, туҡтала. Ғөмүмән, бәләкәй саҡта бөтә кешеләрҙең дә өйөнән шулай кеше өҙөлмәйҙер, тип уйлай торғайным.
Күршелә лә шундай илгәҙәк, матур әбейҙәр йәшәне. Уларҙың һәр береһенең холоҡ-фиғелен өйрәнеп бөткәнмен. Мәҫәлән… Мәрзиә әбей бик йомарт, уға йүгереп кенә инеп сыҡҡан арала ла күстәнәс ашата, мине ярата, хатта исемемде лә башҡаларға оҡшатмай ғына: “Ларисуҡ!” – ти. Мәрхәбә әбей – торғаны бер кәмит тоҡсайы. Мин уның, килештереп, хатта урыны-урыны менән арттырып хәбәр һөйләгәнен яратам. Өләсәйем уны ҡунаҡҡа махсус саҡыра торғайны, сөнки Мәрхәбә әбей боронғо ҡыҙыҡтарҙы, халыҡ араһында таралған мәрәкәләрҙе белә. Ауылдағы бер кешене лә исеме менән атамай ине, шикелле, ул, сөнки һәр береһенә ауыл халҡы ҡулай ғына итеп ҡушамат таҡҡан. Ә Мәрхәбә әбей уларҙың тарихын да белә, иҫләй, халыҡсан артист кеүек итеп, был хаҡта һөйләп тә ебәрә.
Сания әбейҙән бер аҙ ҡурҡыңҡырайым, сөнки ул өйөндәге тәртипте боҙғанды яратмай. Ә башҡаларға өләсәйем алып барғанда бүтәндәрҙең өйөн “өйрәнеү”, йыйыштырам тигән маҡсат менән хатта әйберҙәрҙе күсереп бөтөү – минең яратҡан шөғөл.
Тәскиә әбейҙең беҙгә килгәнен яратам. Ул шул тиклем мул ҡуллы һәм киң күңелле. Килеп инеү менән иң тәүҙә минең менән иҫәнләшә, был һүҙ ҡушыуҙан әллә кем булып баҫып торам инде. Шунан яйлап ҡына күстәнәстәрен сығара башлай. Икмәк, май, ҡаймаҡ, кипкән ҡорот, лампасый, өрөк, башҡа кипкән емештәр алып килә ул. Лампасыйҙы, ҡоротто мин ашап бөтөрөргә лә ризамын да бит, өләсәйем дә, әсәйем дә кеше алдынан үрелеп алырға, ашарға ярамай, тип үҫтерә.
Өләсәйемә эйәреп, ҡунаҡҡа барған саҡтар – үҙе бер мәрәкә, тамаша. Белһәгеҙ мин бала саҡтағы өйҙәрҙең йәмен, ҡотон! Хәҙер ундай күренештәр бик-бик һирәк ауылдарҙа, төбәктәрҙә һаҡланған.
Ишек төбөнән килеп ингәс тә түрҙәге тәҙрә башына рамға яҡын кешеләрҙең фоторәсемдәре ҡуйылған, уларҙың тирәсәһе сағыу открыткалар менән биҙәлгән. Иҫке көҙгөләр ҙә башҡа ине беҙ бала саҡта. Семәрләп эшләнгән рамдары үҙҙәре ни тора ине! Шул көҙгә алдын да ағас, тиренән эшләнгән ҡумталарҙа ауылым әбейҙәре муйынсаҡтарын, көмөш алҡа-йөҙөктәрен һаҡлай. Бына ул һауыттар – минең өсөн торғаны бер мөғжизә инде. Әбейҙәр сәй эскән арала әле береһен, әле икенсеһен кейеп, тағып ҡарайым. Күреп тә өндәшмәһәләр, тағып өй буйлап йөрөй башлайым, үҙемде артистар һымаҡ итеп тотоп, бейек кәштәләрҙә, йә һандыҡ башында эленеүле торған яулыҡтарын да барып алып, уларҙы йә итәк, йә күлдәк итеп уранып, кинәнгәнсе кейем алыштырам. Их, рәхәтлеге!
Миңлебикә әбейгә шуға ла барырға яратҡанмындыр инде, ул һис ҡасан өйөндә хужа булып йөрөүемә бер ни өндәшмәй торғайны. Улай ғына ла түгел, ҡунаҡҡа барғас, миңә айырым һүҙ биреп, декламация һөйләтеп, йырлатып, күстәнәс тоттора.
Өләсәйемә эйәреп йөрөп, ауылыбыҙ тирәһендәге ер-һыу атамаларын, тарихын белеп үҫтем. Быларҙың ниндәй байлыҡ булыуын ул ваҡытта аңлап та етмәгәнмендер әле. Йәнең Йәннәттә булһын, нәнәкәйем, тип йыш ҡабатлайым доғаларымда.
Ошо әбейҙәрҙән хуплау табып, 1979 йылда СССР-ҙа үткән халыҡ һаны иҫәбен алыуҙан һуң мин дә, йүнләп яҙа белмәһәм дә, ҡулыма ручка алып, блокнот тотоп, халыҡ иҫәбен алырға сығып киткәнмен. Урамдарҙы урап, үҙемә кәрәк мәғлүмәттәрҙе, хатта бесәй, эт һандарын белешкәндән һуң, ҡайтып ҡапҡа төбөндә ултырғанда Йәнтүрә бабайҙы тап иткәнмен. Яуабымды хәҙер ҙә ғәжәп итәм: әллә Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр” спектаклендәге журналисты күреп, әллә башҡа сәбәптән, интервью алам, тигәнмен. Фәрештәләрҙең: “Амин!” тигәненә тура килгәндер инде, һаман да интервью алыуҙан бушаған юҡ!
Бала сағымдың иң матур күренеше ауылым әбейҙәре булһа, икенсе хозур миҙгелдәрем әсәйем менән йөрөгән сәфәрҙәргә бәйле. Мәктәпте уҡып бөткәндә Ҡара диңгеҙҙә лә, Ҡаҙағстандың бер нисә ҡалаһында, Себерҙә, Ҡурған өлкәһендә йәшәгән туғандарҙа ла, Башҡортостан ҡалаларына ла сәйәхәт ҡылғайныҡ беҙ. Шуға бөгөн дә сәфәрҙәрҙе яратам, уларҙан яңы дәрт, илһам тейәп ҡайтам. Ә ул сәйәхәттәрҙән әллә ниндәй тылсымға эйә булған сувенирҙар, ғүмерҙә күрмәгән китаптар, иҫең китерлек күлдәктәр, кейемдәр алып ҡайта әсәйем. Берҙән-бер балаһы булғас, бигерәк ҡәҙерләгән, һөйөп кенә үҫтергән ул мине. Бала саҡта исемем менән өндәшкәнен дә хәтерләмәйем: “Торнаҡай, Алтынай!” – тип өндәште ул миңә һәр ваҡыт. Юғары зауыҡтың нимә икәнен тәрән аңлаған, һәр саҡ уҡыуға, аң-белемгә әйҙәп үҫтергән ҡартатайымдың һүҙҙәре уның күңеленә һеңгән генә түгел, ә ҡан буйынса ла күскән, күрәһең.
Совет осоронда һәр өйҙә китап, матбуғат баҫмалары булды. Халыҡ китап культы менән йәшәне, тын алды. Мәктәптәр, синыфтар хатта күберәк китап уҡыу буйынса ярыша торғайны. Урыҫ, башҡорт әҙәбиәте классиктарының шиғырҙарын яттан һөйләгән әсәйем кеүек була икән бөтә әсәйҙәр ҙә, тип уйлағанмын, күрәһең.
Йылдар үтеп, һәр ғаиләнең үҙ ҡанундары, үҙ мөхите булыуын аңлағас, әсәйемдең шул тиклем сәнғәткә ғашиҡ булыуын, донъяға художестволы образдар аша бағыуын аңлап, тетрәнгәйнем. Уның рухи донъяһында төҫтәр ҙә бит ярым-яртылаш түгел, асыҡ, аныҡ, сағыу.
Бала саҡ һәр кем өсөн сағыу бер миҙгелдер ул, сөнки бала ата-әсәһе өсөн ҡәҙерле була, уны һәр саҡ ҡурсаларға әҙер торалар. Юҡҡа ғына ғалимдар бала саҡ кешенең яҙмышын билдәләй, тимәй, күрәһең. Балалары бәхетле булһын, тигән кеше уларҙы тыңлай белергә тейеш. Бала саҡтағы минең һәр һәләтем әсәйем тарафынан күтәреп алынған, теләгән һәр нәмәм ҡулымда булған, яратҡан кейемемдә үҫкәнмен.
Бик популяр бер йырҙағы кеүек минең дә: “Их, ҡайтырға бала саҡҡа, әсәйем һөйөр ине!” – тип әйткем килә…