+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Радик Юлъяҡшиндың бала сағы нисек үткән?

Башҡортостан­дың һәм Татарстан­дың ат­ҡа­ҙанған артисы Радик Мөхәр­ләм улы Юлъяҡ­шин, 1989 йылдың 17 майын­да Өфө­лә тыуһа ла, тамырҙары менән Ғафури районынан. Бөгөн ул – үҙебеҙҙең республикала ғына түгел, күрше Татарстан­да, башҡа төбәктәрҙә лә киң танылған йырсы. Былтыр декабрҙә һигеҙ меңдән ашыу кеше һыйҙы­рышлы “Өфө-Арена” боҙ һарайын­да ҙур кон­церты үтте. Башҡорт эстрадаһын­да бын­дай уңышҡа әлегәсә бер кемдең дә өлгәшкәне юҡ ине.

Радикты беҙ 17 йәшен­дә үк журналы­быҙ­ҙың “Аманат” йон­доҙлоғо” рубрика­һын­да сығар­ғайныҡ. “Музыка минең өсөн хобби ғы­на. Йырҙар яҙыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алам”, – тип интервью биргән йәш егет бер нисә йылдан башҡорт эстрадаһын­да яҡты йон­доҙ булып балҡыны. “Йон­доҙ” сиренә бирешеп, үҙгәрмәне, һауаланманы, кире­һенсә, беҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәренә, матбуғат­ҡа яҙылыу осорон­да Өфөләге башҡорт гимназия һәм лицейҙарын­да ихлас күңелдән дискотекалар үткәреште.
Мең­дәрсә тамашасының ярат­ҡан йыр­сыһы, мил­ләтебеҙҙең данлы улы Радик Юлъя­ҡшин­дың бала сағы нисек булған? Әйҙәгеҙ, һүҙҙе үҙенә бирәйек.
− Бала сағымды иҫкә алһам, көлгө лә, илағы ла килеп китә. Рәхәтләнеп ял иткәнгә, уҡығанға ҡараған­да ең һыҙ­ғанып эшләгән ваҡыттарым күберәк булды, шикел­ле. Йәш ярымғаса ныҡ илағанмын. Илаҡлығым арҡаһын­да хатта әсә­йем менән дауаханала ла ятып сығыр­ға тура килгән. Шул мәлдә үк табиптар әсәйемде: “Күп илаған баланың үпкәһе ҙур булып үҫешә. Йырсы булып китер әле малайығыҙ”, – тип, шатлан­дырып сығар­ған.
Уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән осорҙа уҡ, үҙ алды­ма көйҙәр көйләп, отоп алған йырҙарҙы йыр­лап йөрөй тор­ғайным. Балалар баҡсаһына бар­ғансы тик башҡортса ғына һөйләшкәс, кол­лек­тивка өйрәнеп китеү, икенсе телдә һөйләшә башлау бик ауыр­ға тура килде, әммә биреш­мәнем.
Йәйен Ғафури районының Ҡауар­ҙы ауылына ҡайтҡан һайын атайым менән икәү­ләп ағас ҡырҡыу, утын ярыу, хужалыҡ әйбер­ҙәрен йүнә­теү менән шөғөл­лән­дек, ҡулымдан килерҙәй бар эште йәштән үҙ елкәмә алдым тиһәм дә хата булмаҫ. Үҫә килә тағы бер һәләтем асыла башланы (көлә). Әсәйемдең ашар­ға бешереүҙә уң ҡулына әйлән­дем. Төр­лө тәмлекәстәр бешереү, бал­лы торт, салаттар әҙер­ләү, уларҙы үҙенсә­лекле итеп биҙәү һәр саҡ миңә ышанып тапшырылды. Ғаиләлә ике бала үҫ­тек. Ни ғәжәп: бына Регина апайым аш-һыу тирәһен­дә булышыр­ға яратманы. Әлеге көн­дә лә ошо һәләтемде юғалт­мағанмын, ваҡыт булһа, бешеренеүҙән баш тартмайым.
Өфөләге 48-се Башҡорт лицейының икенсе синыфын­да уҡып йөрөгән­дә ҡурайҙы беренсе тапҡыр ҡулыма алдым. Ир­ғәли Сәхи улы Бай­рамғолов алып бар­ған түңәрәккә яҙылыр­ға ҡа­рар иткәс, көйҙәр үҙләштереү өҫ­төн­дә ныҡлап шөғөл­ләнә башланым. Быны күреп, атай-әсә­йем ҡурай бүләк итергә теләгән, тик, ул заман­да мил­ли ҡоралыбыҙҙы табыуы ауыр булған­лыҡтан, оҙаҡ ваҡыт ниәттәренә өлгәшә ал­ма­ған. Ауылға ҡайтып, мәжлес ойоштор­ған­да ҡурайым менән бергә табын­дың биҙәгенә әйләнә лә ҡуя тор­ғайным. Әле лә иҫ­тә: мин ҡурайҙа һыҙ­ҙыр­там, ике туған ағайым баян ме­нән оҙата килә. Шулай дәртле итеп мәжлестәрҙе үткәреп ебәрә инек.
Ҡурайҙың серенә төшөнөп алғас, баян­да уйнар­ға өйрәнеү теләгемде лә атай-әсәйемә еткерҙем һәм лицей эргәһен­дә урынлашҡан музыка мәктәбен­дә шөғөл­ләнә башланым. Тик ноталарҙы белмәнем. Дөрөҫөн әйткән­дә, быға өйрәнеүҙең әл­лә ни кәрәген дә тапманым. Баян дәрестәрен алып бар­ған уҡы­тыусы, ноталарҙы белмәйһең тип, минең менән эшләргә телә­мәгәс, төшөнкөлөккә бирел­мә­йенсә өйҙә үҙал­лы шөғөл­ләнергә ҡарар иттем. Атайым, баян бүләк итте. Миңә һуңғы һәм иң ҡәҙер­ле бүләге булды уның... Әле лә күҙ ҡараһын­дай ҡәҙер­ләп һаҡ­лайым шул баян­ды. “Уйна, улым, йөрәктәрҙе өҙгәнсе”, – тигән һүҙҙәре, доға кеүек, ҡолаҡта сыңлай...
11 йәшемдә атайһыҙ ҡалғас, ғаиләлә хәҙер баш кеше икәнемде аңланым. Аҡса етмәгән­лектән йәшләй эшкә урынлаштым, вагон­дар бушатыу менән шөғөл­лән­дем. Әсәйем Нәфисә Зәйнул­ла ҡыҙы, ал-ял белмәй эшләп, беҙҙе кеше итеү өсөн бик күп көс һалды, ҡәҙер­лем алдын­да рәхмәттәрем сикһеҙ.
Үҙем күргән тормошто бер кемгә лә телә­мәйем. Бөгөлөп бар­ған­да ярҙам ҡулы һуҙыу­сылар бик күп булды, шуға күрә бөгөн бар­лыҡ мохтаж кешеләргә хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Киләсәктә, Ал­лаһ бойорһа, бәлки, хәйриә фон­ды ла асып ебәрермен...
Бала саҡта президент булыр­ға хыял­лан­дым. Йәнәһе, президент булып ҡына кешеләрҙең хәлен яҡшыртып, йәшәйешен үҙгәртеп була…
Мәктәптә нисек уҡыныммы? Өлгәшем бик яҡшы ине, тип әйтә алмайым. Йыр дәрестәрен, информатиканы яраттым. Бәләкәйҙән компьютер ене ҡағылғайны. Мәктәптә үткән кисәләрҙә “Каруанһарай” төркөмөнөң йырҙарын баш­ҡа­рып, лицей коман­даһы составын­да “Шая­ни­ум”да ҡатнашып йөрөнөм. Алты йыл буйына баш ҡалабыҙҙың Өфө моторҙар эшләү берек­мәһе мәҙәниәт һарайын­да эшләп килгән "Сулпан" түңә­рәген­дә шөғөл­лән­дем. 10-сы синыфта уҡы­ған­да ошо түңәрәк ағзалары менән хатта Фин­лян­дияла уҙ­ған музыкаль фестивален­дә ҡатна­шыу бәхете тейҙе. Йыр-моң менән ныҡлап шө­ғөл­ләнергә кәрәк тигән уй менән ҡанатланып ҡайт­тым сәфәрҙән. Ошо йылда минең “Самый шу­лай” тип аталған беренсе аудиоальбомым менән компакт-дискым донъя күрҙе. Әле халыҡ мине яҡшылап белеп етмәһә лә, улар тиҙ арала кү­мәр­тәләп һатыла башланы. Әйткән­дәй, “Самый шулай” альбомына ингән йырҙар­ға аранжировканы үҙем эшләнем. Быға ул заман­да радиола музыкаль мөхәррир булып эшләгән Ғәлинур Юламанов өйрәтте. Тәүге йырҙарымды ла студияла яҙҙырыр­ға ул ярҙамлашты.
Мәктәпте тамамлағас, ситтән тороп М. Шолохов исемен­дәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетының Өфөләге филиалына педагогика һәм психология бүлегенә уҡыр­ға ин­дем, шул уҡ ваҡытта “Моң” студияһына аран­жи­ровкалаусы булып эшкә урынлаштым. Му­зы­ка донъяһына ныҡлап сумғас, өйгә ҡайтыу­ҙар һи­рә­гәйҙе, студияла йоҡлап ҡалған саҡтар күп булды. Әсәйем менән Регина апайым мине күп ваҡыт күрмәй ҙә ҡала тор­ғайны. Конкурстар, йырҙар, клиптар яҙҙырыу, яңынан-яңы таныш­лыҡтар – барыһы ла ныҡ оҡшаны миңә. Йыр донъяһы бар булмышы менән сорнап алып, президент булыр­ға тигән теләгемде йөрәк төпкө­лөн­дә ҡалдырҙы.
Тәжрибәһеҙ килеш, тырыша тор­ғас, үҙем ме­нән бер нисә йәш йырсынан тор­ған тәүге проектты – “Яңы йүнәлеш” төркөмөн – булдырҙым. Башҡортостан­да халыҡ яратып ҡабул иткәс, ижадымды киңәйтергә тигән уй тыуҙы. Яйлап урыҫ телен­дә лә йырҙар ижад итә башланым. 2011 йылда Мәскәүгә юл­лан­дым һәм әлеге көн­дә продюсерым булған Сибай егете Алексан­др Слюсаренко менән таныштым.
Элвин Грей проектына килгән­дә, ул 2012 йылдың декабрь айын­да Мәскәү ҡалаһын­да булдырылды, яйлап коман­дама егеттәр туплан­ды. Ошо проект минең тормошомдо, ижад юлымды тулыһын­са үҙгәртте, башҡорт халҡының ғына түгел, башҡа мил­ләттәрҙең дә үҙ йырсыһы итеп танытты.


Айгөл ЮНЫСОВА яҙып алды.


P.S. Радик Юлъяҡшин бөгөн әсәһе һәм апаһы менән Ҡаҙан­да йәшәй. Нәфисә апай ҡайһы берҙә улын гастролдәрҙә лә оҙатып йөрөй.

Читайте нас: