+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Ситдиҡова элек кем булырға хыялланған?

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Белорет районының Инйәр ауылында тыуған. Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Белорет педагогия училищеһын, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған. Башҡорт шағиры, прозаик, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2004-2011 йылдарҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә етәкселек итте. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 2012 йылдан бирле Башҡорт Википедияһының иң әүҙем ирекмәндәренең береһе.

– Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, бала сағығыҙ нисегерәк булып хәтерегеҙҙә ҡалған? Ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтегеҙ?
– Иҫ белеүем иртә башланған – ике йәшлек сағымдағы ваҡиғаларҙы әсәйемә һөйләп аптырата торғайным. Ул саҡта Белорет районының Арышпар ауылында йәшәгәнбеҙ. Үҙебеҙ йәшәгән өй эсен, беҙгә килеп йөрөгән бер инәйҙең ҡиәфәтен ап-асыҡ хәтерләйем. Атайым менән уның бер дуҫына эйәреп барғанымды, йорт хужалары тышта атайым менән һөй-ләшкәндә, өйҙә һандыҡ өҫтөнә менеп, ҡып-ҡыҙыл булып янып торған матур бер нәмәне төшөрөп алып, ялағаным да иҫтә. Оноторлоҡмо ни – борос булып сыҡты бит ул! Шарылдап илап, атайым янына барып сыҡтым, тегеләр битемде йыуа, уның һайын бар тәнем яна! Бына шулай, һорамайынса теләһә нәмәгә ҡағылмау һабағы алдым. Әйтеп ҡуяйым әле – әгәр борос артығы менән эләкһә, биткә тейһә, һыуларға түгел, ә май менән таҙартырға кәрәк! Шулай тиҙерәк үтә.
Өләсәй йортоноң бейек болдорондағы эскәмйәлә атайымдың дуҫтары менән һөйләшеп ултырғандары, сарлағындағы ылашҡа киптерергә ҡуйылған ҡороттар, болдор аҫтындағы ҙур ағас киле менән ҡул тирмәне әле булһа күҙ алдында.
Ғаиләлә беҙ дүрт ҡыҙ һәм бер малай үҫтек. Мин иң олоһо инем. Шуғалыр, үҙемде гел өлкән итеп тойҙом, атай-әсәй бәләкәйҙән туғандарым өсөн яуаплы булырға өйрәтте.


– Бала саҡта һеҙгә иң ныҡ йоғонто яһаған кеше кем булды?
– Атайым. Рамаҙан Бирғәли улы Ғәйнетдинов бик уҡымышлы кеше ине, күп йылдар башҡорт, урыҫ һәм немец телдәренән белем бирҙе. Атайым уҡытыусы булғас, ул ваҡыттағы ғәҙәт буйынса, йыш күсенеп йөрөнөк. Миңә өс йәш тулғанда, Арышпарҙан Аҙналы (Мышы) ауылы мәктәбенә уны директор итеп ебәргәндәр. Алты йәшемдә иһә районыбыҙҙың Йөйәк ауылына шул уҡ вазифаға күсерҙеләр. Күсеп барған йәйге аяҙ көн һаман күҙ алдында. Ул төпкөлгә беҙ йөк машинаһы менән барып төштөк. Ауыл халҡы йыйылып китте – был айыу-ҙар төбәгенә машина әллә нисә йылға тик бер генә барып сыға ине хатта минең үҫмер йылдарҙа ла…

– Иң сағыу булып хәтерегеҙҙә тороп ҡалған берәй ваҡиға тураһында һөйләгеҙ әле.
– Атайымдан китап уҡытырға ярата инем. Ә уның ваҡыты юҡ. Бер туҡтауһыҙ китап һорауымдан ялҡыптыр инде, “Әлифба”ны алып ҡайтып, хәрефтәрҙе күрһәтте һәм яндарындағы һүрәттәр шул хәрефкә башлана, тине. Шул аңлатыуы етте: хәрефтәрҙе ятлап та алдым. Атайым ижектәрҙе уҡырға өйрәтте. Бына һүҙҙәр уҡырға тырышам бит! Хәрефте онотһам, һүрәтен таба һалып, уҡыйым. Үҙ алдыма тәүге һүҙҙәрҙе уҡып күрһәткәс, атайым ышанмай торҙо әле. Шунан китапхананан Зәйнәб Биишеваның “Йәнле хәрефтәр” тигән китабын алып ҡайтты.

– Мәктәптә нисек уҡынығыҙ?
– Яҡшы. Уҡыу еңел бирелде. Арифметика, алгебра һәм геометрия иң яратҡан дәрестәрем булды. Ә әҙәбиәт менән тарих минең өсөн байрам кеүек ҡабул ителә торғайны, сөнки уларҙы каникулда уҡ уҡып бөтә инем. Ирекле темаларға инша яҙырға, стена гәзиттәре сығарырға һәм һүрәт төшөрөргә яраттым.
Йөйәк райондың иң төпкөлө ине, беҙҙән ары бер генә ауыл – Ғәбдөк булды. Унда башланғыс мәктәп кенә, бишенсенән беҙҙәге интернатта ятып уҡып йөрөнөләр. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: электр уты, телефон юҡ, радио ла бик һирәк кешелә, ә телевизорҙы 15 йәшемдә, ҡалаға уҡырға килгәс кенә күрҙем. Шуға күрә гәзит-журналдарҙы көтөп ала инек, өйөбөҙҙә һәр саҡ китап булды. Атайым башҡорт, урыҫ, татар һәм немец телдәрендәге тиҫ-тәнән ашыу гәзит-журналды алдырҙы. Беҙ уларҙы, кемуҙарҙан, талашып уҡый торғайныҡ. Бигерәк тә “Пионер” журналында, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәрҙе көтөп ала инек.

– Гүзәл апай, бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ?
– Ул саҡта ауыл кешеһе өсөн иң абруйлы һөнәр – уҡытыусы, табип ине. Атайым уҡытыусы булғас, хыялымда шул һөнәр генә ине. Бишенселә уҡығанда, урыҫ теле дәресендә “Я буду дирОктором” тип, хата менән яҙғаным да һаман иҫтә. Әммә мәктәптә күп эшләргә тура килмәне. Педучилищенан һуң Силәбе мәҙәниәт институтының китапхана факультетын тамамланым да, шул һөнәр буйынса бер нисә йыл эшләнем.
Район гәзитенә яҙыша башлағас, шунда эшкә саҡырҙылар. Баш мөхәррир дәрәжәһенә тиклем күтәрелеп, сәйәсәткә барып индем. Республика парламентында дүрт саҡырылышта депутат булдым. Һуңғы өсөһөндә – профессиональ нигеҙҙә.

– Гүзәл апай, ижади эшмәкәрлегеҙ күп ҡырлы булыу өҫтәүенә, һеҙ оҙаҡ йылдар депутат йөгөн тарттығыҙ, хәҙер – башҡорт Википедияһының да иң әүҙем ирекмәндәренең береһе. Әҙәбиәтте һайламаған булһағыҙ, тағы ла ҡайһы өлкәлә уңышҡа ирешер инегеҙ?
– Математиканан көслө инем. Шунан бәләкәйҙән музыканттарға һоҡланыуым сикһеҙ ине, батареялары тиҙ генә бөтөп барған радиоалғыс аша сикле генә ваҡыт тыңларға рөхсәт ителгән төрлө телдәге, жанрҙағы концерттарҙы көтөп ала инем. Музыканы ишетеү һәләтең юғары, тинеләр миңә педучилищеға уҡырға ингәндә. Унда мандолинала, баянда уйнарға өйрәндем, училищеның ҡыллы инструменттар оркестрына йөрөнөм.

– Кешенең яҙмышына ниндәйҙер кимәлдә исеме лә йоғонто яһай, тигәнде ишеткәнем бар. Шулай уҡ йондоҙнамәгә ышаныусылар ҙа күп. Ошо хаҡта һеҙҙең дә уй-фекерҙе ишетке килә.
– Исемдәргә килгәндә, ул ваҡытта зыялылар араһында төрлө милләт исемдәре, революция, Ленин менән бәйлеләре модаға инеп китһә лә, атайым беҙгә заманса яңғырашлы, әммә башҡортса исемдәр ҡушҡан: Гүзәл, Зилә, Динә, Раян, Әлиә. Яҙмыш исемдәргә бәйле тип уйламайым. Тәү сиратта, улар – милләт, ниндәй диндән булыу күрһәткесе.
Йондоҙнамәләр менән мауығып алған осором булды, йәшермәйем. Яңы ғына килеп сыҡҡан сағында әле бит аңын-тоңон белмәйһең. Хәҙер ышанған сағыма үкенәм һәм уларға таянырға ла кәңәш итмәйем. Шуларға ышанып хатта яҙмышын емергән кешеләрҙе беләм. Башҡорт халҡының үҙ инаныстары, тормош ҡиммәттәре бар – шулар буйынса йәшәргә тырышҡанда күп хаталарҙы булдырмаҫҡа мөмкин.

– Буш ваҡытта ниҙәр эшләргә яратаһығыҙ?
– Баҡсала эшләргә яратам. Яҙ етеү менән баҡсаға ашығам, усымда ер йылыһын тойоп, ләззәтләнеп ултырып алам. Үҙ ҡулдарың менән үҫтереп, аҙаҡ бергәләшеп хеҙмәтең емешен татыу – үҙе бер бәхет.
Ғөмүмән, биш балалы ғаиләлә быныһы - ҡыҙҙар, быныһы малайҙар эше тип айырып ҡарау булманы. Тормошта кәрәк булырҙай һәр эшкә өйрәнеп үҫтек. Шуға күрә магазиндарҙа буш кәштәләр шалтырап торғанда ла: баҡса үҫтерҙек, тектем, бәйләнем, бешерендем – ни кейәйем, ни ашайым тип ултырманыҡ, шөкөр. Балаларҙы ла “ҡара” эшкә өйрәтеп үҫтерҙек, ейәндәрҙе лә шулай итәбеҙ.

– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы!
Читайте нас: