-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Мәрйәм Бураҡаева мәктәп йылдарынан нимәләр хәтерләй?

Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, милләт әсәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында донъяға килә. БДУ-ның филология факультетын тамамлағас, башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы, журналист булып эшләй. Мәғариф министрлығында эшләгәндә, ауыл гимназиялары концепцияһын төҙөп, Ейәнсура ауылы гимназияһы асыуға өлгәшә, уның беренсе директоры була. Шул йылдарҙа үҙе асҡан гимназияла өр-яңы уҡыу предметы “Тормош һабаҡтары” – “Башҡорт мәҙәниәте” программаһы һәм дәреслектәре идеяһын биреп, авторҙар менән берлектә 1-10 синыфтар өсөн программа һәм дәреслектәр яҙа. Уның “Йәйләү” программаһы буйынса бөгөн иллегә яҡын балалар ял итеү үҙәге эшләй. “Башҡортостан ынйылары” исемле республика балалар конкурсы авторы ла ул.

Мәрйәм Бураҡаева шулай уҡ – Салауат Юлаев ордены, Бөтә донъя башҡорт-тары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы кавалеры, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ-тың Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, ундан ашыу китап авторы.
– Үҙемде белә башлаған мәлдәрҙән алып уйлаһам, бөтөн ғүмерем үҙемде, туған телемде, башҡортто раҫлауҙан торған, тип әйтһәм, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Кешегә ярҙам итеү, кеше хәлен еңеләйтеү, тап шундай уй-фекерлеләр менән аралашыу – дуҫ булыу, фекерҙәш булмағандар менән таныш-иптәш булып ҡына ҡалыу… Шулай йәшәүем менән үҙемде бәхетле тоям. Артыҡ бер генә нәмәм дә юҡ – мохтаждарға бирәм; иң оло шатлығым – балаларымды, туғандарымды, дуҫ-иштәремде, яҡындарымды шатландырыу.
Мин тыуған йыл – Бөйөк Ватан һуғышының иң аяуһыҙ мәленә тура килгән. Һуғышҡа өлкәнерәк йәштәге ир-егеттәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла алып киткәндәр. Атайымды ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғаны өсөн генә алмағандар. Шулай ҙа район милиция бүлегенә эшкә саҡырғандар һәм ғаилә ике бала менән Ибрай ауылынан Иҫәнғолға күсеп килә. Мин Иҫәнғолда тыуғанмын. Сабый бала барыһына ла танһыҡ булған ул йылдарҙа. “Күҙ асып йомған арала күтәреп ала ла китә торғайнылар. Әйҙә, ҡулдан-ҡулға күтәреп алып, яратып-яратып алып килә торғайнылар”, – ти әсәйем. Ятһынмағанмын да, мыжымағанмын да. Бәләкәйҙән ошо сифатҡа эйә булыуыма шатмын.
Үҙаллы булыуым, ни булһа ла уйлап сығарыуым, тамаша яратыуым көлкө хәлдәргә лә ҡалдырғандыр, аҡса табыу юлдарын эҙләүгә лә этәргәндер. Ат ҡараусы атайым менән колхозға урыҡ-һурыҡ эшкә сығырға форсат тапҡан әсәйемдең аҡсаһы, әлбиттә, ул йылдарҙа бала уҡытыуға бик наҡыҫ булған. Беҙҙең генә ғаиләлә дүрт бала ла юғары белем алыуға өлгәште. Апайым шәл бәйләй, абзыйым утын-бесән хәстәрләй, беҙ, бәләкәйҙәр, Нәсимә һылыуым менән икәүләшеп үҙебеҙсә китап-дәфтәрлек аҡса эшләү хәстәрлеге күрәбеҙ. Өҫтәүенә, мин ниндәй генә тамаша килһә лә: спектаклме, концертмы – артистарын фатирға алып ҡайтаммы, емеш һатып аҡсаһына билет аламмы – барыбер ҡарамайынса ҡалдырмай инем. Иҫемдә, бер саҡ ҡурсаҡ театры килде. Уҡымай инем әле. Эйек аша сығып ҡына еләк йыйып килтерҙем дә артистарға тәҡдим иттем. Бик ҡыуандылар һәм ике билет тотторҙолар. Кис, Нәсимә һылыуымды етәкләп, ғорур ғына баҫып тамашаға индек. Ҡайтҡас, абзыйым тамашаның ни тураһыда булғанлығын һораша. Аңлаған тиклемен һөйләнем дә йырлап та күрһәттем. “Иң аҙаҡтан бөтөн артистар ҙа сыҡты ла: “Старый щука молодой”, – тип йырланылар”, – тейем. Абзыйым улай тип йырламағандарҙыр, һылыу, русса дөрөҫ түгел бит, тине. Әммә мин үҙ фекеремдә ҡалдым. Йыр йылдар буйы күңелдә йөрөнө, тик һүҙҙәренең ниндәй булыуын аңғарып етә алманым. Бәхәсләшмәнем. Мин әле лә үҙ һүҙемдең дөрөҫ кенә икәнлегенә ныҡлап инанмаһам, йәки кешенең үҙ фекерен ныҡлап яҡлашҡанын белһәм, бәхәскә инмәйем. Аңлашылыр әле, тип алдағы көндәргә ҡалдырам. Тиҫтә йылдар үткәс, ошо турала балаларыма һөйләгәйнем, Таңсулпан ҡыҙым интернеттан тапты был тамашаны һәм йырҙың дөрөҫөн белде. Йыр һүҙҙәре “Стала щука молодой” икән.
Өсөнсө синыфта уҡыған сағымда, 1953 йылда Сталин вафат булды. Башланғыс синыфтар төштән һуң уҡый ине, тышта, соланда самауыр ҡайнатып йөрөйөм. Тапсыҡтар менән ҡайнатҡас, төтөн. Күмер өҫтәп йөрөһәм, дәрестән абзыйым ҡайтып килә. Илаған. “Һылыу, Сталин үлгән… Хәҙер ни эшләйбеҙ инде?”
Сталин үлгән… Йәшен һуҡтымы ни, ҡапыл илап ебәрҙем. Самауырға күмер һалдым да өйгә индем. Барыһы ла тып-тын. Бер саҡ ҡапыл көлөп ебәрмәһендәрме? Абзыйым: “Һылыу, юрый буяндыңмы әллә?” тей. Күҙ йәштәремде һөртә-һөртә күмер һалғанда, тотош битемде яғал-йоғал итеп бөткәнмен икән. Илата ла, уйландыра ла, ҡайһы саҡта йәш аралаш көлдөрә лә торған сәйәси тормошҡа тәүге аҙымым ошолай башланғандыр.
Ҡайҙа барһам да Нәсимә һылыуым менән бергә булдыҡ. Эйек буйында иртә яҙҙан күл йыуаһы, ҡуҙғалаҡтан башлап ҡара көҙгә саҡлы муйыл, ҡарағат, әлморон, ҡомалаҡ, миләш, йөҙәй, бөрлөгән беҙҙең ризығыбыҙ булды. Эй, Ҡолтай туғайының байлығы! Икәүләшеп сығып китәбеҙ ҙә күпме күтәрә алабыҙ – шулай йыябыҙ. Йә ҡышҡылыҡҡа, йә киптереп дауаханаға тапшырырға, йәғни аҡсаға әйләндерергә… Иҫемдә, һылыуым беренсе синыфҡа барған саҡта аҡ алъяпҡысты әлморон киптереп тапшырған аҡ-саһына алды.
Бер йылы емеш-еләк уңманы. Аҡса эшләргә кәрәк. Киттек имән сәтләүеге йыйырға. Һылыуыма ауырыраҡ булдымы икән – ауылдың уртаһында урамда елкәһенә һалып килгән тоҡсайҙы төшөрҙө лә ебәрҙе. “Хәҙер машиналар тапап китә бит инде,” – тип илай башланы. “Һин юлдың теге яғынан ултыр, мин машиналар йөрөгән яғынан. Машина йөрөтөүсенең дә күҙе бар ҙа инде, ни эшләп тапаһын ул?” – тип йыуата-йыуата йыя башланыҡ. Машиналар ҡысҡырта бирә лә урабыраҡ үтеп китә. Шулайтып имән сәтләүектәрен имен генә йыйып алып кәзә аҫыраған бер инәйгә “һатып” киттек. Иламау, аптыранып ҡалмау, тик был хәлдән сығыу юлын ғына эҙләү тигән сәм бәләкәйҙән һалынғандыр. Мин әле лә ҡаршылыҡты, ауырлыҡты сираттағы һаныу тип ҡабул итәм һәм һынауҙан сығыу юлын эҙләй башлайым.
Уҡыуҙа ал биреү юҡ! Эй, яраттым мин башланғыс синыф уҡытыусыһын. Улар ғаилә менән Баймаҡ яҡтарынан күсеп килде – Иҫәнғолға башҡортлоҡ алып килделәр. Әсәһе боронғоса камзул кейеп йөрөй ине, ә Нурия апай Сәйетова (журналист Азамат Сәйетовтың әсәһе) иҫ китмәле итеп гармунда уйнай, бейей… Беҙҙе лә өйрәтә. Шул саҡта уҡытыусы булыу теләге тыуҙы миндә. Уға саҡлы һатыусы булырмын да, әсәйемде сиратта торғоҙоп яфаламам тигән хыял менән йәшәй инем.
Мажараларым күп булды минең. Алтынсы синыфта ат менән үҙаллы йөрөй инем.
Бишенсе синыфта Яңы йылға концерт әҙерләнек. Рус синыфтарынан артта ҡалмаҫҡа, һынатмаҫҡа кәрәк. “5-се “В” синыфы хоры башҡарыуында йыр – “Шыршы, шыршы, йәшел баш”. Мин башлап йырларға һәм ҡушымтаһында башҡалар ҡушылырға тейеш. Йырланым, ҡушымтаһын башланым – берәү ҙә ҡушылмай. Ҡараһам, ҡасып бөткәндәр. Өс куплетын да йырлап бөт-мәйенсә сыҡманым. Ҡул саптылар һәм аҙаҡ бик оҙаҡ ваҡыт “Вон хор идет!” – тип йөрөттөләр. Үсекмәнем. Әсәйем өйрәтте. “Үсеккән һайын, йәнеңә нығыраҡ тейерҙәр, иғтибар итмә. Ипләп кенә үҙеңсә эшлә лә йөрө”, – ти ине. Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды.
Сәм бәләкәйҙән һалынған. Башлаған эшеңде тамамлап ҡуйырға: эшләйһең икән – башҡалар һоҡланырлыҡ булһын; ярҙамсыл бул – ҡулың өҙөлөп ҡал-маҫ, кеше ҡыуанһа, һиңә лә рәхәт була; “Мин!” – тип маһайма, кешенең һәр береһе үҙе өсөн “Мин”. Маҡтанма, кеше маҡтаһын. “Кешегә һалынма, үҙ яйыңды үҙең тап”. Бына ошондай һабаҡтар бирҙе әсәйем.