-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт баһадиры Эльбрус Ниғмәтуллин нисек сыныҡҡан?

Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин 1974 йылдың 30 мартында Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Субар ауылында тыуған. Пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, “Elbrus Team” бәһлеүәндәр мәктәбен ойоштороусы, “Көньяҡ Уралдың иң көслө кешеһе” проектын уңышлы алға әйҙәүсе, спорт буйынса ойоштороусы һәм тренер.

Силәбе өлкәһендәге Армрестлинг федерацияһының беренсе президенты һәм уға нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһының вице-президенты, Силәбе өлкәһе Көрәш федерацияһын ойоштороусы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Физик тәрбиә” кафедраһы доценты.

2000 йылда – армрестлинг буйынса Рәсәй чемпионы исемен, ә 2001 йылда “Силәбенең иң көслө кешеһе”, “Урал титаны” титулдарын яулай. Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй турнирында ун һигеҙ баһадирҙы еңеп сыға. Күп тапҡыр “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулына лайыҡ була, донъя һәм Рәсәй кимәлендәге стронгмен-шоуҙарҙа билдәлелек яулай. 2005 йылдағы “Планетаның иң көслө кешеһе” ярышының вице-чемпионы, Worlds Strongest Man турнирының дүрт тапҡыр финалисы, Worlds Strongest Cup финалының ике тапҡыр көмөш призеры, Гиннесс Рекордтар китабына ингән бер нисә рекорд ҡуйыусы, йәмәғәт эшмәкәре, актёр.
Ауыл аҡһаҡалы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ялалетдин олатаһын, хеҙмәт алдынғыһы булараҡ, Кавказға путевка менән бүләкләйҙәр. “Кукурузник”та, йәғни Ан-2 самолетында, Ҡафтауҙың иң бейек түбәһе булған Эльбрусты осоп әйләнгәс, тауҙың мөһабәтлеге уны таң ҡалдыра. Үҙенә арбай. Бөтә йөрәге менән ул тауға ғашиҡ була.
Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған Мәүлит айында донъяға килә Ялалетдин олатайҙың ейәне. Был балаға исемде үҙебеҙсә, башҡортсалап, Мәүлитдин тип ҡушырбыҙ, тип уйлай атай менән әсәй. Шулай ҙа һуңғы һүҙҙе Ялалетдин олатай әйтә.
– Юҡ! Был баланың исеме Эльбрус була! Тау кеүек мөһабәт, ғәйрәтле һәм ысын кеше буласаҡ ул! – Был һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалған аҡһаҡалға ҡаршы өндәшеүсе булмай.
Ауыл ерендә тыуған кеше көсһөҙ булып үҫмәйҙер. Бәләкәйҙән бесән сабыу, мал ҡарау, урманда утын әҙерләү, ер ҡаҙыу һ.б. барыһы ла – сынығыу мәктәбе генә.
– Атайым яғынан да, әсәйемдең туғандары ла – физик яҡтан көслө, ҙур кәүҙәле кешеләр. Әсәйем ферма бригадиры, атайым бөтөн яҡлап та оҫта ҡуллы ине, тимерсе булып эшләне. Ул милли көрәш менән шөғөлләнде. Минең мауығыуыма атайымдың йоғонтоһо ҙур булғандыр, – тип хәтерләй бәһлеүән. – Бала саҡта мин дә ҙур кәүҙәле булдым. Артымдан, үсекләп: “Йыуан!” – тип ҡысҡырып ҡалыр ине бала-саға. Минең йәнем көйә. Уларға ҡаршы: “Ҙурайғас, күрерһегеҙ әле, мин ниндәй кеше булырмын!” – тип әйтеп китә торғайным.
Һикһәненсе йылдарҙа, Олимпия спортсыларының, көрәшселәрҙең, саңғысыларҙың һәм бодибилдерҙарҙың фотоларын күреп, минең дә уларға оҡшағым килде. Александр Карелин, Юрий Захаревич, Арвидас Сабонис – Олимпия геройҙары, үрнәк алыу өсөн уларҙан да яҡшылар булмағандыр минең өсөн. Ун ике йәштән спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Башта – баскетбол, ҡул һуғышы, ауыр атлетика. Ун өс йәшемдә ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән урамда үҙем өсөн күнекмә залы эшләп алдым. Тренерҙарым – спорт тураһында яҙған гәзит-журналдар... Иптәш малайҙар ҙа килә торғайны минең “күнекмә залы”на, ләкин, бер-ике көн йөрөйҙәр ҙә, ауырлыҡҡа түҙмәй, ташлайҙар ине...
Бына шулай, юғары бейеклектәргә илткән һуҡмаҡты тыуған йорт нигеҙенән һала Эльбрус. Дүртенселә уҡығанда ике синыф – ҡырҡлаған бала – еңел атлетика кросында йүгерә. Һуңынан йоҡа ғына ҡағыҙлы диплом бирелә, унда “Эльбрус Ниғмәтуллин беренсе урын яуланы” тип яҙылған. Ун алты ғына йәшендә, һабантуйҙа ҡатнашып, көрәштә үҙенән оло ағайҙарҙы еңеп сыға. Шундай ғорурлыҡ тойғоһо кисерә ул мәлдә! Һарыҡ бүләк итәләр.
Беренсе профессионал ярышы армспортта (ҡул көрәше) була. Бында ла еңеү шатлығы менән ҡайта Эльбрус тыуған йортона. Бүләккә ябай ғына, аш-һыу бүлмәһендә йөрөтә торған батмус бүләк иткәс, уны әсәһенә алып ҡайтып бирә. Улы өсөн әсәһенең ҡыуаныуы!.. Ә иҫтәлекле ул батмус әле лә тыуған йорто стенаһында эленеп тора – иң ҡәҙерле бүләк.
Бала саҡта Эльбрус спортсы йәки профессиональ һунарсы булырға хыяллана. Тәбиғәт менән бик ҡыҙыҡһына. Уйы – ҙурайғас, урман ситендә өй һалып, шунда йәшәү.
– Һунарсы булып булманы, шулай ҙа хәҙер тәбиғәттә ял итеүҙән ысын ҡәнәғәтлек кисерәм. Көсөргәнешле күнекмәләрҙән һуң сәхрәлә күңел күтәренкелеге, көс алам, – ти ул.
Эльбрус пауэрлифтинг (көс талап иткән өсбәйге) һәм армрестлинг буйынса Силәбе өлкәһенең чемпионы булырға тигән иң тәүге теләген 1993 йылда тормошҡа ашыра. Ә спорт мастеры исемен алыу ғәйәт ҙур ҡаҙаныш һымаҡ күренә. 1994 йылда алтыбәйге буйынса Рәсәй чемпионы була.
Стронгмендарҙың (бәһлеүәндәрҙең көс һынашыуы) профессиональ ярышында беренсе тапҡыр егерме ете йәшендә ҡатнаша. Был чемпионатта шунда уҡ “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулына эйә була. Осраҡлы хәлдер был тип, үҙенең көс-ғәйрәтенә һаман да ышана алмай егет. Был “осраҡлы хәл”дәр артабан да йыш ҡабатлана башлағас ҡына, билдәле бер физик һәләте барлығына үҙе лә ышана. Утыҙ йәш тулғас, халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһай башлай.
– Үҫмер саҡта бер ултырғанда үҙем генә бер ҡаҙ ашай ала инем. Нисек туҡланырға, ниндәй күнекмәләр яһарға өйрәтеүсе тренерым да булманы. Барыһын да үҙем өйрәндем, таптым. Ниндәйҙер күнегеүҙәр яһар алдынан тонналап тигәндәй әҙәбиәт уҡылды. Спортҡа иртә килгәндәрҙең һәр ваҡыт тренерҙары бар. Тренер нимә әйтә – барыһын да дөрөҫ эшләйем икән тип, бик уйлап та бирмәй, ул шуны эшләй. Ун туғыҙҙа халыҡ-ара класлы спорт мастеры дәрәжәһенә күтәреләләр. Ә егерме өстә, күп тапҡырҙар имгәнеп, спорттан китергә мәжбүр булалар. Шуға ла спортҡа иртә килеүҙе бик өнәп еткермәйем. Уның ҡарауы, минең бала сағым, үҫмер мәлем тулы мәғәнәле тормошта үтте, – ти батыр.
Стронгмен – сыҙамлылыҡ, иҫ китмәле көс, ғәйрәт талап иткән ҡатмарлы спорт төрө, ул традицион булмаған әйберҙәрҙе күтәреп ташлауға, йүгереүгә, тейәүгә, этеп-тартып йөрөтөүгә бәйле. Спорт снарядтары итеп бүрәнә, автомобиль тәгәрмәсе, таш, йөк машиналары, арба һәм башҡа ауыр көнкүреш әйберҙәре файҙаланыла. Шотландияла барлыҡҡа килеп, аҙаҡ бөтә донъяға таралған.
– Ҡайҙа ғына барһам да, минең милләтем үҙемдән алда йөрөй. Шуға ла бөтөн донъя баһадирҙары араһында мине башҡорт тип беләләр, – ти легендар шәхес.
Поездарҙы, трамвайҙар составын, 1 800 тонна тартҡан борамды (паром) күсереп йөрөтһөнмө, һауа шарын (аэростат) 2 минут 35 секунд эсендә туҡтатһынмы, 195 тонна тартҡан “Ан-124” самолетын 7 метр арауыҡҡа һөйрәтһенме, утыҙ тонналыҡ йортто урынынан күсерһенме, бер тонналыҡ дөйәне елкәһендә күтәрһенме (оҙайлы ваҡытҡа), икеһе ике яҡҡа сапҡан аттарҙы туҡтатһынмы (был трюкты әлегә бер кем дә эшләмәгән) – башҡорттоң ғына түгел, Европаның иң ғәйрәтле баһадиры Эльбрус Ниғмәтуллиндың күрһәткестәре бының менән генә сикләнмәй. Ә киләсәккә маҡсаты – һыу аҫты кәмәһен шылдырып йөрөтөү.
– Иң мөһим шарт – ҡурҡмаҫҡа. Әгәр маҡсат ҡуйғанһың икән, артҡа сигенергә ярамай. Моратҡа ирешеү өсөн эште һәр яҡлап үлсәп, үҙеңде психологик яҡтан әҙерләргә кәрәк. Атҡарып сыға алыуыңа әгәр ҙә ышанмайһың икән, эшкә тотонмауың хәйерле. Физик әҙерлек әһәмиәткә эйә, шулай ҙа ул иң мөһиме түгел, – данлыҡлы баһадир уңыштарға өлгәшеүенең нигеҙе ҡыйыулыҡ һәм ҡуйған маҡсатыңдан баш тартмау икәнлеген шулай билдәләне.
Бөтә көстө, ваҡытты көндәлек күнекмәләргә сарыф итеп, маҡсатҡа ирешеү юлдарын эҙләгәндә шәхси тормошҡа ваҡыт та ҡалмайҙыр. Утыҙ туғыҙ йәшендә ысын мөхәббәтен осратып, ниһайәт, ғаилә ҡора. Эльбрус менән Марияның әлеге көндә ҡыҙы һәм улы үҫеп килә. Ҡыҙына көс тәбиғәттән бирелгән. Ике йәше тулыр-тулмаҫтан өҫтәлде, йәки үҙенән бер нисә тапҡырға ҙур әйберҙәрҙе күтәреп шылдырырға маташа.
– Әсәһе менән тыйып торһаҡ та, был уға оҡшай, ахырыһы. Ҡыҙым ысын башҡорттар һымаҡ ит кенә ашарға ярата, үлән һымаҡ нәмәләргә әйләнеп тә ҡарамай. Ә улым, киреһенсә, үләнде өйөп ашай. Балаларға спортсы, йәки ғалим булырға тигән глобаль бурыстар ҡуймайбыҙ. Иң мөһиме – сәләмәтлектәре яҡшы булһын. Ҡалала йәшәһәк тә, улар башҡорт телен мотлаҡ өйрәнәсәк. Ауылға ҡайтҡанда өләсәләре менән башҡортса аралашасаҡтар.
– Балаларыбыҙҙы эскерһеҙ, ихлас, ҡайғыртыусан, миһырбанлы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – тине хушлашҡанда үҙе лә һис шикһеҙ ошо уҡ сифаттарға эйә булған әңгәмәсем.
Ҡуйған маҡсаттарына ныҡлы аҙымдар менән килеүсе, көс талап иткән экстримды, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы, йәш быуынға яҡшы үрнәк биреүсе ысын герой-бәһлеүән дә ул! Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, маҡсаттар ҡуйырға һәм һис шикһеҙ моратыңа ирешергә кәрәклеген үҙ миҫалынан сығып күрһәтеүсе лә ул Эльбрус Ниғмәтуллин.
Читайте нас: