-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гөлшат Ғайсина туңдырма һатыусы булырға хыялланған...

Туңдырманы ныҡ яратһа ла, тамағың ауырта, тип, уға был тәмлекәсте бик һирәк бирер булғандар...

Гөлшат Риф ҡыҙы Ғайсина 1975 йылдың 16 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. Бәләкәйҙән "Нефтсе" мәҙәниәт һарайының балалар бейеү студияһында шөғөлләнә. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем ала. Бер үк ваҡытта 4-се музыка мәктәбендә фортепиано буйынса уҡый. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, режиссер Азат Нәҙерғолов Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә саҡыра.

Бөгөн Гөлшат Ғайсина театрҙа арымай-талмай ижад иткән төп көстәрҙең береһе һанала. 20 йылдан ашыу эшләү осоронда бөтәһе 40-ҡа яҡын роль ижад итеп, меңдәрсә тамашасының һөйөүен яулаған актрисаны күптәр моңло йырсы булараҡ та белә. Гөлшат – “Йәшлек йыры”, “Аманат-шоу”, “Актер йыры-2004” конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

– Гөлшат, әйтегеҙсе, бала саҡ тиһәләр, күҙ алдығыҙҙа нимә иң беренсе булып баҫа?
– Был һүҙҙе ишетһәм, иң тәүҙә үҙебеҙҙең йәшәгән йорт-ер иҫкә төшә. Өфөнөң Йылға урамындағы Сафронов пристане тирәһендә ине өйөбөҙ. Тағы ла балалар баҡсаһы, шаулап-гөрләп үткән иртәлектәр күҙ алдына килә. Хәтеремдә: тәрбиәсе апайҙар ни өсөндөр ошо байрамдарҙа һөйләр өсөн миңә шиғыр бирмәй торғайны. Бер ваҡыт әсәйем уларға, нишләп һеҙ минең ҡыҙыма ла шиғыр бирмәйһегеҙ, ул да бит кеше алдында үҙен иркен тоторға өйрәнергә тейеш, тип әйткән. Ошонан һуң миңә шиғыр бирә башланылар.
Элек беҙ үҫкәндә йәнһүрәттәр күберәк музыкаль булып, изгелек, бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттарҙы үҫтереү кәрәклеген алға ҡуя ине. Мин дә, ошо йәнһүрәттәрҙәге береһенән-береһе матур йырҙарҙы отоп алып, үҙ алдыма йырларға яраттым. Биш йәшемдә шикелле йәнһүрәттәге “Облака, Белогривые лошадки...” тигән йырҙы йырлағанымды иҫләйем. Ғаиләлә ике бала үҫтек. Морат ҡустым менән йәш айырмабыҙ 11 йыл.

– Бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ?
– Үҙемде белә-белгәндән бирле – тик актриса. Сәнғәткә һөйөү бәләкәйҙән киләлер, тим. Атайым гармунда оҫта уйнаһа, әсәйем иҫ киткес моңло тауышлы ине. Беҙҙең ғаилә Өфөләге бер мәҙәни сараны ла ҡалдырмай торғайны. Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған бөтә премьераларҙы ла ҡарап барҙыҡ. Йәй көнө Мәскәү, Ленинград театрҙары гастролгә килһә, минең өсөн ҙур байрамға әйләнә ине. Ә шулай ҙа бер ваҡыт, үҫкәс, туңдырма һатыусы булам тип йөрөп алғайным. Был татлыҡасты ныҡ яратһам да, тамағым йыш ауыртҡас, ул тиклем эләкмәй ине.

– Ата-әсәйегеҙҙең тамырҙары ҡайһы яҡтан?
– Атай-әсәйем дә, олатай-өләсәйҙәрем дә – барыһы ла – Өфөнән. Шуға күрә ауыл тормошо, һыйыр, быҙауҙар менән яҡындан танышыу труппа менән гастролгә сыҡҡас ҡына булды. Әсәйем Альбина Әхкәм ҡыҙы һөнәре буйынса филолог. Башта уҡытыусы булып эшләне. Ҡустым тыуғас, китапханаға эшкә күсте. Атайым Риф Әхмәтсолтан улы инженер ине.

– Тимәк, бала сағығыҙ бәхетле үткән?
– Азамат исемле синыфташымды эстән генә яратып йөрөнөм. Ул һары сәсле, оҙон буйлы малай ине. Мин уны - “соломинка”, ә ул мине “спичка” тип ирештерә торғайныҡ. Һуңынан белеүемсә, Азамат та мине оҡшатып йөрөгән.

– Мәктәптә нисек уҡынығыҙ?
– Яҡшы. Башта математиканы ныҡ ярата торғайным. Тик уҡытыусыбыҙ Вилүрә Зиннәт ҡыҙы декретҡа киткәс, был фәнгә һөйөү һүрелде лә ҡуйҙы. Аҙаҡ гуманитар йүнәлешендәге дәрестәрҙе мауығып өйрәнә башланым.
Мәктәп кимәлендәге төрлө кисәләрҙе алып барыуҙы йыш йөкмәттеләр. Сәхнәлә Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Назар Нәжмиҙең шиғырҙарын яттан һөйләй торғайным. Яҙыусыларҙың Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән ижад кисәләрендә лә мәктәп исеменән йыш сығыш яһаным. Сәнғәт институтына барырға теләүемде әйткәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Ҡужина, һин мотлаҡ актриса булырға, төп ролдәрҙә уйнарға тейешһең, тине. Әйткәне юш килде остазымдың, Аллаға шөкөр, бик күп төп ролдәрҙе башҡарҙым.

– Гөлшат, белеүебеҙсә, һеҙ кино сәнғәтендә лә үҙегеҙҙе һынап ҡарайһығыҙ: “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”ндә – Гөлсәриә, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”та – Мәрәһимдең ҡатыны, “Ел ҡыуыусы”ла – Гөлсараның йәш сағы, “Өс таған”да – Гөлйемеш... Ҡайһы өлкә нығыраҡ оҡшай?
– Театр менән кино – икеһе ике төрлө донъя. Уларҙа тыуҙырған образдарымдың һәр береһе күңелемә яҡын һәм ҡәҙерле.

– Театр янында һеҙҙең балалар мюзиклы студияһы ла эшләп килә. Ниндәй маҡсаттан ойошторҙоғоҙ уны?
– Беләһегеҙме, кешенең тормошонда шундай осор етә: үҙе белгәнде башҡаларға өйрәткеһе, бүлешкеһе килә.
2016 йылда асылды студия. Ике миҙгел эсендә “Ҡорама һәм болот”, “Бремен музыканттары” тигән спектаклдәр сығарып өлгөрҙөк. Бөгөн студияла 7-нән 16 йәшкә тиклемге 30 бала шөғөлләнә. Актер оҫталығы, сәхнә теле, вокал дәрестәрен үҙем алып барһам, хореография серҙәренә режиссер-хореограф Светлана Әйүпова төшөндөрә. Спектаклдәрҙә уйнағанда әгәр үҙең өсөн генә яуаплылыҡ тойһаң, бында бөтөн коллектив өсөн көйәһең, шатланаһың. Уҡыусыларымдың һәр ҡайһыһын яратам, ихтирам итәм. Элина ҡыҙым ҡайһы ваҡыт мин улар тураһында һөйләй башлаһам, әсәй, мин һине уларҙан ҡыҙғанам, тип тә әйтә, көлөп.

– Элина тигәс, ғаиләгеҙ хаҡында ла бер ике һүҙ...
– Ҡыҙым 19 йәштә. Францияның Ницца ҡалаһында София Антиполис университетында белем ала. Иҡтисад һәм менеджмент тигән йүнәлеш буйынса махсуслаша. Ирем Айрат тауыш операторы булып эшләй.

– Журнал уҡыусыларға теләктәрегеҙ?
– Яҡшы уҡыһындар, туған телдәрен һәм шуға өҫтәп, берәй сит телде лә өйрәнһендәр. Изге күңелле, ярҙамсыл булып үҫһендәр һәм һәр ваҡыт яҡты хыялдар менән йәшәһендәр!
Читайте нас: