“Тамыр” балалар телеканалы етәксеһе, Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Ҡолһарина – Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылынан.
Үҙҙәрендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тик “бишле”гә тамамлағандан һуң Салауат педагогия училищеһының башланғыс синыфтар бүлегендә, артабан БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. 1-се курстан уҡ яңы асылған “Тамыр” каналына эшкә саҡырылып, “Сәңгелдәк”, “Сулпылар” тапшырыуҙарын алып бара.
Гөлназ Фәрит ҡыҙы сценарийҙары буйынса төшөрөлгән күп фильмдар Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендә абруйлы телеконкурстарҙа еңеү яулай.
– Гөлназ, бала саҡ тиһәләр, иң беренсе булып күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа?
– Сөгөлдөр баҫыуы. Әсәйемә утарға дүрт-биш гектар сөгөлдөр бирәләр ине. Йәйҙең өстән бер өлөшө шул баҫыуҙа үтә торғайны. Ҡояшта янып, ямғырҙа күшегеп, көндәр буйы сөгөлдөр утай инек... Шунан йылға буйы. Беҙҙең ауыл Ашҡаҙар буйында урынлашҡан. Шуға балалар бәләкәй саҡтан уҡ йөҙөргә өйрәнә. Һыуҙа баҫтырыш уйнап, батырышып, ҡыҙынып, ҡыҙыл балсыҡтан өйҙәр төҙөп рәхәтләнә торғайныҡ. Беҙҙә һәр миҙгелдең бер уйыны була торғайны. Бергә йыйылып, ауылды бер итеп, ҡышын – тим, лапта, яҙын – клюк, йәйен ун ике таяҡ, шпион уйнай торғайныҡ. Һалҡын һыу кисеп, иртә яҙҙан йыуаға сығыу, еләк-муйыл йыйыу, сәнселә-сәнселә әлморон сүпләү... Иң сағыу хәтирәләр тәбиғәт, саф һауа менән бәйләнгән. Бала саҡта өйгә йоҡларға ғына ҡайта торғайныҡ, шикелле.
– Ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтегеҙ?
– Күмәк балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Мине күберәк апай-ағайҙарым ҡараны. Бик яраттылар мине улар. Элек ҡунаҡҡа йөрөшөү күп була торғайны. Әсәйемдәр ике-өс көнгә ҡунаҡҡа киткәндә, апайҙарым, мине алып ҡалып, ҡурсаҡ урынына уйната ине. Бер ҙә мыжыҡ булманың, ололарса хәбәр һөйләй инең, шуға яратҡанбыҙҙыр инде, тип хәтерләйҙәр әле лә. Атайым тракторсы булды, әсәйем – сөгөлдөрсө. Атайым, ете йәштән етем ҡалып, дүрт кенә синыф бөтөрә алған. Шуға ҡарамаҫтан, бик мәғлүмәтле кеше ине, китаптар уҡырға яратты. Бер йылды гәзит-журналға тотош айлыҡ эш хаҡына яҙылып ҡайтҡаны хәтеремдә. Әсәйем илай, балаларға гәзит ашатаһыңмы хәҙер, тип...
– Бала саҡта иң ныҡ иҫтә тороп ҡалған ваҡиға?
– Беренсе синыфты бөткәс, туғайға экскурсияға сыҡтыҡ. Әсәйем яңы һары ғына газ ҡыя яулыҡ бәйләп ебәргәйне муйыныма. Ҡайтҡанда, тар ғына баҫма аша сыҡҡанда, шул ысҡынып, йылғаға төштө лә китте. Синыф етәксем Ғәзизә апа (уҡытыусыны беҙҙә шулай тиҙәр) һалҡын һыуға шуның артынан һикермәһенме! Яр буйында уҡытыусымдың дерелдәп торған ҡулынан косынкамды алыуым әлегеләй күҙ алдымда. Бүтән уҡытыусылар асыулана, һыуыҡ үткәрәһең бит, тип. Ғәзизә апа, бала күңеленә һыуыҡ үтмәһен, тип шаяртҡан була...
– Ҡушаматығыҙ була торғайнымы?
– Юҡ. Ҡушамат таҡманылар нишләптер. Хатта отличник тип тә үсекләмәнеләр. Бөтәһенә лә күсертергә биргәнгәме икән, белмәйем.
– Мәктәп йылдары нисегерәк булып хәтерегеҙҙә ҡалған? Яратҡан фәндәрегеҙ ниндәй ине?
– Минең өсөн иң яратҡан урын мәктәп булды. Шул тиклем рәхәт, күңелле була торғайны уҡыуы! Ундағылай шәп уҡытыусыларҙы башҡа бер ерҙә лә осратманым. Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән Зөлфирә апа уҡытты. Үҙе матур, үҙе алсаҡ, өҫтәүенә шундай килешле итеп кейенә белә. Мин уның күлдәк, пальтоларын әле лә иҫләйем. Һәр дәресте инша яҙыуҙан башлата торғайны. Стенгазета сығарыу, альбомдар төҙөү, Пушкин кисәләре... Математиканы Сәлимә апа мауыҡтырғыс итеп бирә торғайны. Шуға иң яратҡан дәрес алгебра булды. Математик булырға тейеш инем, тик ҡапыл ғына филологияға – башҡорт теленә боролоп киттем.
– Бала саҡта иң яратҡан яҙыусыларығыҙ?
– Бәләкәйҙән китап ене ҡағылып, ундағы геройҙар менән йәшәнем. Бигерәк тә Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһына ингән “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдары бар күңелемде биләп алғайны. Үҙемде йыш ҡына Емеш тип хис итә торғайным. Уның кеүек ҡырыҫ, аҙ һүҙле, йомоҡ булғанғалыр, бәлки. Шулай уҡ Динис Бүләковтың “Упҡын ситендә бейеү”, “Саған япраҡ яңырта”, Фәрит Иҫәнғоловтың “Ҡайҙа һеҙ, Питер малайҙары”н иҫем китеп уҡығаным хәтерҙә. Үҫә килә фантастикаға ылыҡтым: “Кеше амфибия”, “Аэлита”, “Андромеда томанлығы”… Ул китаптарҙың тышлыҡтарындағы һүрәттәрен, хатта таптарын да яҡшы хәтерләйем. Әле лә минең өсөн иң ҙур ял ул – китап уҡыу, иң яратҡан магазиным – китап магазины.
– Кем булырға хыялландығыҙ?
– Бала саҡта хыял итеп тә тормошҡа ашмаған нәмәләр булдымы?
– Юҡ. Хыял итергә ҡыймаған нәмәләр ҙә тормошҡа ашып бөттө.
– Бәләкәй Гөлназдың өлкән Гөлназға үпкәһе бармы?
– Юҡ. Өлкән Гөлназ эске донъяһы, хыял-кисерештәре менән шул бәләкәй Гөлназдан йыраҡ китмәгән.
– Кешегә күп нәмә бала саҡта һалына, тиҙәр. Килешәһегеҙме?
– Килешәм. Кешегә бөтә мөһим нәмә лә бала саҡта һалына. Иң ҡатмарлы, яуаплы мәл ул бала саҡ. Баланы бала саҡта хыял итергә, хыялды ысын итергә өйрәтмәһәң, ҡанатһыҙ, рухһыҙ, вайымһыҙ булып үҫеүе ихтимал.
– Гөлназ Ҡолһарина йылдан-йыл матурлана бара, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Бының сере нимәлә?
– Әллә... Рәхмәт шулай уйлағандарға, әйткәндәргә. Мин шәхсән улай тимәйем. Кешенең эске матурлығы мөһим. Бәхетле кешеләр һөйкөмлө, матур ҙа күренә. Шуға, дуҫтар, бәхетле булырға тырышығыҙ. Аллаһ һәр кешене бәхет өсөн ярата...