-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәким Мортазин бигерәк ныҡ оялсан булған...

Хәҙер инде егерме йылдан ашыу ул балаларға ла, ололарға ла байрам кәйефе өләшә

Ысын Ҡыш бабайҙың Башҡортостандағы ярҙамсыһы кем тип уйлайһығыҙ, балалар? Ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы, ҡупшы тунлы, бүләк-күстәнәстәр тулы тоҡ аҫып Яңы йыл шыршыһында Башҡортостан балаларына байрам шатлығы өләшеүсенең исеме нисек икән? Баһадир һынлы, хатта ололар ҙа ысын Ҡыш бабай икән тип ҡабул иткән был ағайҙы белмәгән кеше юҡтыр. Ул – комик ролдәре менән тамашасыһының күңелен яулаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Хәким Мортазин! Инде егерме йылдан ашыу ошо образда балаларға ғына түгел, ололарға ла байрам кәйефе бүләк итә.


– Балаларығыҙ кескәй саҡтарында аталарының Ҡыш бабай булып сығыш яһап йөрөүен һиҙҙеләрме икән?
– Хәҙер балаларыбыҙ (ҡатыны Айгөл Феликс ҡыҙы Әбдрәшитова, Башҡортостан телевидениеһында режиссер) – Динислам, Ихсан, Аҡйондоҙ – күптән “Ҡыш бабайға ышана торған” йәштән уҙған. Мин был образда эшләй башлағанда Динислам Ҡыш бабайҙың мөғжизәләренә ышаныу йәшенән үткән ине инде. Ә бәләкәй Ихсан менән Аҡйондоҙҙоң әкиәткә, бөтөн теләктәрҙе үтәй алған Ҡыш бабайға иң ныҡ ышанған мәле ине. Сабыйҙарым атайҙарының ап-аҡ һаҡаллы, күстәнәстәр тулы ҙу-у-ур тоҡ тотҡан йомарт ҡартҡа ҡатнашлығы бар тип күҙ алдына ла килтермәгәндер. Өйҙә быны ҡаты сер итеп һаҡланыҡ.
– Улар үҙегеҙ ҡатнашҡан тамашаларға барғандарҙыр бит?
– Бер ваҡыт театрҙа хеҙмәткәрҙәребеҙҙең балалары өсөн үткәрелгән шыршы байрамында Ихсан таныны бит! Ҡайтҡас: “Ул Ҡыш бабай булманы ла инде! Атайым булды!” – ти. Ышандырып ҡарайбыҙ – юҡ! Икенсе йылға тағы үҙебеҙҙең балаларҙы йыйғанда, башҡа кешене һораным: зинһар, был юлы Ҡыш бабай булып тор инде, юғиһә, улым шикләнә башланы, тим. ...Ә бер йылды Президент шыршыһы байрамында Ҡыш бабай булғанда (Аҡйондоҙға – ике, Ихсанға дүрт йәш тирәһе ине) ҡыҙым, аптырап, әсәһенән һораған: “Нишләп Ҡыш бабайҙың эсендә атайымдың тауышы ишетелә ул?” Шулайтып, ихлас ышанып йөрөгән балаларым күңелендә шик уятып ҡуйҙым. Шуға ла үҙебеҙҙең тамашаларҙа үҙем ҡатнашмаҫҡа тырыштым. Бала күңелен ҡыйғы килмәй бит!
– Яңы йыл алдынан, төрлө ергә барып, бик күп балаларҙы ҡотларға тура киләлер?
– Эйе, айырыуса балалар баҡсаларына күп саҡыралар. Балалар ҡыйыу бында! Һәр бер һүҙеңә сәпәкәй итеп, уйындар уйнап, шиғырҙар һөйләнеп бөткәс, сыр-сыу килеп бәләкәстәр, бөтөнөһө бергә һинең күҙенә ҡарай – йәнәһе, мин үҙемдең һөнәремде күрһәттем, ҡайҙа һуң һинең бүләгең? Бүләк-күстәнәстәрен алғас, ҡыйыуыраҡ балалар Ҡыш бабай күрмәгәндә генә уның ҡулынан тотоп, ипләп кенә кейеменән, һаҡал-мыйығынан тартып ҡарарға ла баҙнат итә.
Беҙ бәләкәй саҡта үҙебеҙ ҙә шулай булдыҡ. Яңы йылды, Ҡыш бабайҙы ниндәйҙер мөғжизә һымаҡ, эй, көтә торғайныҡ.
– Ҙурайғас артист булырмын тигән хыял бала саҡтан киләме?
– 10-сы синыфты бөткәндә уҡытыусы булырға ине хыялым. Тарихҡа, әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирә инем. Артист булырға тигән уйым, бәлки, булмағандыр ҙа, сөнки мин бәләкәйҙән бик ныҡ оялсан инем. Магазинға икмәк алырға ебәрһәләр, әгәр ҙә өс-дүрт кеше булһа, уларҙың сығып киткәнен көтөп, ишек төбөндә торам. Дәрестә дүрт юллыҡ шиғырҙы ла синыф алдына сығып уҡырға оялдым. Уйнағанда ла үҙемдең яҡын күргән дуҫтарым, электән дуҫлашып йөрөгән тиҫтерҙәрем менән генә уйнаным. Икенсе берәйһе килеп ҡушылһа, шунда уҡ уйындан сығам. Һыу буйында тирләп-бешеп ултырһам ултырам, балалар күп булғанда һыу инмәйем.
Был оялсанлыҡтан да бигерәк баҫалҡылыҡ булғандыр. Сөнки беҙҙең ғаиләләге алты бала өләсәйем (атайымдың әсәһе) ҡарамағында, уның тәрбиәһендә үҫте. Ул үҙе бик дини, уҡымышлы кеше ине. Шуға ла беҙҙе, атай наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, дин ҡанундары аша тәрбиәләргә тырышҡандыр: ололарҙы хөрмәт итергә, үҙеңде һәр ерҙә тәртипле тоторға. Мин туғыҙ айлыҡ саҡта атайым вафат булған. Әсәйем көнө буйы колхоз, йәмәғәт эшендә.
Мәктәптә драма түңәрәге эшләне. Түңәрәк етәксеһе Рима Мөрсәлимовна мине гел сығыш яһарға саҡыра торғайны. Ҡайҙа инде, ҡатнашыу түгел, унда барырға ла оялам.
Бер заман сығарылыш кисәһенә әҙерләнәбеҙ. Шул ваҡыт бүлмәгә синыфыбыҙ етәксеһе Ғизетдин Әхмәтғәле улы килеп инде. Ҡулында – район гәзите.
– Балалар, һеҙгә, барығыҙға ла, ҡайҙа ла булһа уҡырға барырға кәрәк. Бына гәзиттә иғлан баҫылған. Баш ҡала театрынан комиссия килгән, сәнғәт институтына студенттар йыялар. Хәким, шунда барып ҡара әле”, – тип, нишләптер, миңә төбәп әйтте ул. Тәжрибәле уҡытыусының, бәлки, ниндәйҙер тойомлауы ла булғандыр. Комиссия ағзаларына райондан барлығы алты кеше барып күрендек. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова һайлап алыу комис-сияһы етәксеһе булып үҙе килгәйне. Һәм ул миңә шунда: “Хәким, башҡалар килмәһә, мин үпкәләмәйәсәкмен. Әммә һин беҙҙең уҡыу йортона мотлаҡ килергә тейешһең. Кәрәк булһа, үҙем ярҙам итәсәкмен,” – тине. Шулай булды ла. Ул әсәйҙәрсә мине үҙ ҡанаты аҫтына алды. Бәлки, ныҡ оялсан булғаным өсөндөр, ул курс алдында мине бер ваҡытта ла әрләмәне. Хәҙер уйлайым да, уның тәжрибәһенә, ысын педагог булыуына хайран ҡалам. Шул ваҡытта ул мине бөтөнләй йомолоп ҡуйыр тип уйлағандыр.
– Оялсан малайҙың баш ҡалаға килеп, сәнғәт институтына уҡырға инеүен ишетеп, туғандарығыҙ аптырашҡандыр?
– Сәнғәт институтында уҡып йөрөүемде ишеткәс, ауылда берәү ҙә ышанманы. 26 декабрҙә әсәйем килеп еткән. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының кабинетында өсәүләп һөйләшеп ултырабыҙ. Әсәйем өсөнсө дәрәжә “Хеҙмәт Даны” ордены кавалеры, район, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты булып йөрөгән, урыҫса ла (урыҫ мәктәбендә уҡыған), башҡортса ла сатнатып һөйләшкән бик үткер кеше. “Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, тураһын әйтегеҙ, Хәкимдән эш сығырлыҡмы, юҡмы? Юҡ тиһәгеҙ, хәҙер үк алып ҡайтып китәм!” – тине. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы: “Юҡ, апай, улай тип әйтмәгеҙ. Хәкимдең һәләте бар. Уны яйлап асырға ғына кәрәк”, – тип, әсәйемде тынысландырҙы.
– Юғары уҡыу йортонда уҡыу ауыл мәктәбенән килгән бала өсөн тәүҙәрәк ҡыйын да булғандыр?
– Дөрөҫ кенә итеп әйтә лә белмәгәс, урыҫ телендә һөйләшергә оялдым. Семинарҙарҙа телде аңлаған уҡытыусыларға башҡортса һөйләйем. Урыҫ уҡытыусыларға яҙып әҙерләнәм. Ошолай йөрөй торғас, былай булмай, тип, үҙ өҫтөмдә эшләй башланым. Өфөнөң Ленин һәм Пушкин урамдары тоташҡан ерендә букинистик магазин була торғайны. Шунда йөрөп, урыҫ һәм Европа классикаһынан торған китаптар һатып алып, уҡый башланым. Йәмғеһе алты йәшниктән ашты улар. Телде өйрәнеү өсөн ҡысҡырып уҡып, нимә һөйләгәнеңде үҙең ишетергә кәрәклеген ҡайҙандыр белә инем. Бүлмәлә яңғыҙым ҡалғанда ҡысҡырып уҡыйым. Хаталар китһә, яңынан ҡабатлайым.
Ҡайһы саҡта тауышың үҙеңә оҡшамай, шул сәбәпле кеше алдында нимәлер һөйләргә тартына башлайһың. Бындай мәлдәр булмаһын өсөн үҙ-үҙеңде уҡытырға, тәрбиәләргә кәрәк.


Ябай ауыл егетенең ошондай ҙур уңыштарға өлгәшеүенең сере арымай-талмай үҙ өҫтөндә эшләүелер. Балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә берҙәй һоҡландырған, ҡыуандырған, мөғжизәләргә ышандырған Ҡыш бабай – Хәким Мортазинға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!


Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хәким Фәрит улы Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуған. 1992 йылда – Яңыбай урта мәктәбен, ә 1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1997 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла.
Читайте нас: