Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө алдынан социаль селтәрҙә үҙенең уҡытыусылары хаҡында хәтирәләре һәм мәктәп йылдарындағы фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты.
«Бөгөн үҙемдең уҡытыусыларымды иҫкә алам... Минең тормошомда булған хәл-ваҡиғалар өсөн рәхмәт һеҙгә, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән Инна Николаевна, рәхмәт, Флүрә Рәҡип ҡыҙы һәм һеҙҙең коллегаларығыҙ, һеҙҙән башҡа был мөмкин булмаҫ ине! Уҡытыусылар балалар өсөн шул тиклем күп эш башҡара, икене икегә ҡабатлаһаң нисә булыуы тураһында ғына һөйләмәй, ә шәхестең үҫеүенә ярҙам итә, яҡшыны ямандан айыра белергә өйрәтә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, уҡытыусыларҙың йөкләмәһе, ҡағыҙ эше бик күп.
«Һеҙ – һис арттырыуһыҙ дәүләтебеҙ терәктәренең береһе, беҙҙең стратегик ресурс. Проблемаларығыҙҙың ни тиклем күп булыуын һәйбәт беләм. Хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланһын өсөн барыһын да эшләрмен! Уҡытыусылар көнө менән! Алдығыҙҙа баш эйәм», — тип ҡотланы уҡытыусыларҙы республика башлығы.
Рәсәйҙә Уҡытыусылар көнө йыл һайын 5 октябрҙә билдәләнә. Дата Бөтә донъя уҡытыусылар көнөнә тап килә. Был байрамды бөтә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре билдәләй. Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлай, уларға һаулыҡ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләй, сәскә гөлләмәләре һәм бүләктәр тапшыра. Мәктәптәрҙә байрам тантаналары уҙғарыла, ижади коллективтар сығыш яһай. Уҡыусыларҙың эштәренән күргәҙмәләр ойошторола, стена гәзиттәре сығарыла. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә Үҙидара көнө үткәрелә – дәресте уҡыусылар алып бара.