+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Урал Мөлөков

Борон-борон заманда донъяға килдем мин. Был ваҡиғаға хатта 67 йыл үтеп киткән. Һеҙҙеке кеүек минең дә атай-әсәйем донъяла иң яҡшылары.

Юрист, Башҡортостан Юғары Судының отставкалағы судьяһы, китаптар, бик күп хикәйәләр, мәҡәләләр авторы. Башҡортостан һәм Рәсәй матбуғатының әүҙем дуҫы Урал Мөлөковтың бала саҡ мажаралары менән таныштырабыҙ. Киләһе һандарҙа уның уймаҡ хикәйәләре “Аманат” журналында донъя күрәсәк.
Борон-борон заманда донъяға килдем мин. Был ваҡиғаға хатта 67 йыл үтеп киткән. Һеҙҙеке кеүек минең дә атай-әсәйем донъяла иң яҡшылары. Атайым Ғәбделхәй – Архангел районының Аҙау ауылынан. Олатайым Әхмәтвәли – 1817 йылда тыуған мулла Сәйфелмөлөктөң (уның исе- менән беҙҙең фамилия барлыҡҡа килгән) улы. Совет заманында беҙ Мөлөков булып киткәнбеҙ. Сәйфелмөлөктөң атаһы Сәмиғулла (Сәмиғол) 1797 йылғы булған. Уның атаһы – Ҡаһарман, артабан Аҙнағол, Ташйөрәк, Мәргән, Ҡаракеше, Аҙау. Минең улым Салауат һәм ейәнем Арыҫлан. Шулай итеп, миңә Мөлөковтарҙың ун өс быуыны билдәле.
Әсәйем Яппарова Хөркәй* (Хөркәй – башҡорттарҙың бик боронғо матур, ҡатын-ҡыҙ исеме. Мәғәнәһе – муллыҡ, иркенлек, бойондороҡһоҙлоҡ тигәнде аңлата.) Кушнаренко районының Әхмәт ауылынан. Уның атаһы Тәхетдин дә, ҡарт олатаһы Яппар ҙа мулла була. Әсәйемдең фамилияһы ла шунан килә.
Заманында атайымды Боҙаяҙ районына эшкә ебәрәләр. Мин Боҙаяҙ ауылында донъяға килгәнмен. 1956 йылда Боҙаяҙ районын бөтөрөп, бүлеп, – Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы район- дарына ҡуштылар. Атайыма ике райондың береһендә эшләргә тәҡдим яһанылар. Ләкин атайым, балаларға яҡшыраҡ белем биреү өсөн тип, Белорет ҡалаһына сығып китте.
Беҙ – дүрт бала. Мин иң кесеһе булдым. Белоретҡа килгәндә миңә дүрт йәш тә юҡ ине. Ҡала ситенән ер алып, атайым өй төҙөнө. Кәзәләребеҙ, өйрәк-тауыҡтарыбыҙ бар ине. Минең үтенесем менән, өҫтәп, йорт ҡуяндары ла алдылар. Уларҙы ҡарау минең елкәгә йөкмәтелде. Үлән йолҡоп килтереп, уларҙы көн дә ашатам. Бер ваҡыт ситлек ишектәрен ябырға онотҡанмынмын, бер нисә баш ҡуяным ҡасып сығып киткән. Уларҙы тотам тип, көн буйы мәшәҡәтләндем. Ә ҡуяндарым, мине улар менән “баҫтырыш” уйыны уйнай икән тип уйлағандар, күрәһең, ҡыуанышып, тоттормай, йүгерешеп тик йөрөнөләр.
Балалар баҡсаһына барырға ҡырҡа ҡаршы булдым. Уның ҡарауы, ете йәшем тулыр-тул- маҫтан уҡырға барғым килде. Директор апай, мине күргәс тә: “Буйы ла үҫешмәгән балаға нин- дәй мәктәп, ти! Уҡый алмаҫ!” – тине. Атайым: “Улым “һә” тигәнсә уҡырға өйрәнәсәк!” – тип ныҡыша. Шул саҡ, был эште башланғыс синыфтар уҡытыусыһына йөкмәтеп, мәктәп директоры миңә имтихан ойошторорға булып китте. Хәҙер генә ул балаларҙы иң беренсе өйҙә уҡыталар, шунан һуң ғына мәктәпкә бирәләр. Беҙҙең заманда беренсе синыфҡа килгән балаларҙың уҡый-яҙа белеүе мотлаҡ түгел ине. Миңә өлкән ағай-апайҙарҙан алған белемем ярҙам итте: уҡый ҙа, яҙа ла беләм. Уҡытыусының биргән һорауҙарына шартлатып яуап бирәм.
Имтиханды уңышлы үтеп, мәктәпкә алындым. Тик, уҡыуы ҡыҙыҡ булмай башланы, сөнки уҡытыусы биргән белемде мин беләм.
Бер заман беҙ, уҡыусылар, мәктәп коридорында маршҡа баҫып йөрөйбөҙ. Уҡытыусымдың әхирәте, сафтың иң артында йүгерә-атлай китеп барған тәпәшәк кенә буйлы малайҙы, йәғни мине – күреп ҡалды ла: “Ой, ҡайһылай бәләкәс кенә уҡыусы!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Быға яуап итеп, уҡытыусым: “Мин аңламайым, был башҡорт балаһына белем нимәгәлер инде? Мал тиҙәге ташлар өсөн махсус белем кәрәкмәй!” – тип әйтеп һалды. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен бик аңлап етмәһәм дә, улар хәтеремдә мәңгегә уйылып ҡалды. Ҡырҡ йыллап ваҡыт үткәс, ошо уҡ уҡытыусым, минең ҙур кеше булырыма һәр ваҡыт ышанғанлығын белдереп, туғандары аша сәләмдәрен күндерҙе.
Дүрт синыф уҡығас, урта мәктәпкә күстем. Бында барыһы ла башҡаса булды. Һәр фәндән – төрлө уҡытыусы. Минең өсөн ят күренеш шул булды: яҡшы уҡыуым, дөрөҫ яуаптарым өсөн барыһы ла маҡтай. Буйым һаман да тиҫтерҙәремдән күпкә ҡайтыш булһа ла бер мәл хатта мине отряд сове- ты рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Ҡыҙыҡһынып уҡыным. Ҡайһы саҡта, дәрестәремде әҙерләргә йыбандым, шуға әле бик ныҡ үкенәм.
Атай-әсәйем балаларын һәр яҡлап тәрбиәләргә тырышты. Әсәйем иҙән йыуырға ла, ҡоймаҡ ҡойорға ла, аш бешерергә лә өйрәтте. Атайым миңә бер ҡосаҡ эш ҡоралы һатып алды. Бәләкәй балта, сүкеш, ҡасау, йышҡы, ҡыҫтырғыс, игәү менән нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтте. Атайым мине Белорет ҡала сәнәғәт комбинатының (горпромкомбинат) токарь станогы артына баҫтырып ҡуйғанда миңә ун дүрт йәш кенә ине. Оҫта мине токарь эшенә өйрәтте.
Кәзәләрҙән бик күп ыҙа күрҙем. Ни өсөндөр улар урамда ғына йөрөмәй, ҡырға сығып китергә ынтылып ҡына торҙо. Һуңынан эҙләп тә табырмын тимә ул мөстәндәрҙе! Кәзәләребеҙ ағас ҡайырын кимерергә яратты. Беҙ йәшәгән Стәрлетамаҡ урамының тауы аҫтында ғына Белорет металлургия заводының капиталь төҙөлөш базаһы булды. Йыш ҡына бында бүрәнәләр килтерҙеләр. Кәзәләр ошо базаға килеүҙе ғәҙәт итеп алды. Ҡапҡа төбөндә, сит яттарҙы үткәрмәй, ҡарауылсы торҙо. Кәзәләр барыбер ҡапҡанан хәйлә менән үтеп китә. Ошондай мәлдәрҙең шаһиты булырға тура килде миңә: улар өйөрө менән ҡапҡа төбөнә килә лә, араларынан ҡыйыуырағы, ҡапҡанан үтергә маташҡан булып, ҡарауылсыны албырғата башлай. Кәзәне ҡыуырға маташҡанда, елдерә һуғып, башҡалары тыйылған ергә инеп китә. Ҡарауылсы, йәне көйөп, “саҡырылмаған ҡунаҡ”тарҙы өркөтәйем тигәндә, теге беренсе кәзә лә көтөү артынан саба. Шулай, күҙ асып йомғансы, бөтөнөһө лә бүрәнә араһына инеп тулып, юҡҡа сығалар. Кис һайын ошо ҡасҡалаҡтарҙы эҙләп табып, өйгә алып ҡайтыу, миңә йөкмәтелгән ҡатмарлы эш булды. Уның ҡарауы кәзәләр яҡшы тоҡомдан ине. Әсәйем уларҙың шифалы һөтөн һауып, мамығынан ҡупшы шәлдәр бәйләне.
Бер заман физика дәресенә әҙерләнмәй килдем. Синыфташымдың ҡулынан китапты тартып тигәндәй алдым да ҡабаланып, уҡый башланым. Уҡытыусы быны күреп ҡалғандыр инде, мине таҡтаға сығарҙы. Интерференция һәм дифракция темаһын һөйләп ебәрҙем, китапта күргән һүрәттәрҙе таҡтала һыҙғылап ташланым. Уҡытыусым бер һүҙ ҙә өндәшмәне, башын ғына сайҡап ҡуйҙы. “Ә хәҙер яңы тема: интерференция һәм дифракция,” – тине лә теманы һәйбәт итеп аңлатып бирҙе. Баҡһаң, синыфташымдың китабы өйгә эштән һуңғы битендә асылған булған, ә мин, ҡурҡыштан, өйгә бирелгән теманан ары киткәнмен. Әрләмәнеләр. Шулай ҙа дәрескә әҙерләнеп йөрөү өсөн был миңә һабаҡ булды.
Урта мәктәпте тамамлағас, “күпте беләм, белемем етәрлек” тип уйланым. Яңылышҡан булып сыҡтым. Армияла хеҙмәт иткәндә шуны аңланып: кем уҡыған, улар офицер дәрәжәһендә ябай һалдаттарға бойороп ҡына йөрөнө.
Армиянан һуң артабан белеем алырға тигән ҡәтғи ҡарарға килдем һәм юридик факультетҡа уҡырға индем. Уҡыу бик ҡыҙыҡ һәм файҙалы булды. Уҡыуымды тамамлағас дүрт йыл заводта юрисконсульт булып эшләнем. (Юрисконсульт – ул бөтөн закондарҙы ла белгән һәм башҡаларға аңлатҡан кеше.)
Һуңғараҡ миңә судья булып эшләргә тәҡдим яһанылар. Был тиклем дә яуаплы эште атҡара алмаҫмын тип, оҙаҡ ризалашманым. Шулай ҙа мине күндерҙеләр, Өфө ҡалаһының Октябрь районы судында судья булып эшләй башланым. Биш йыл район судында эшләгәндән һуң Башҡортостан Юғары Судына судья итеп күсерҙеләр. Был бик ауыр һәм ҡатмарлы эштә 24 йыл эшләп, шунан хаҡлы ялға – отставкаға сыҡтым.
Тормошта һәр саҡ мәктәптә һәм университетта алған белемем ярҙамға килде миңә. Юғары уҡыу йортонда алған белемем 66 йәшкә тиклем бик яуаплы эштә эшләргә ярҙам итте. Кәңәш итеп һеҙгә шуны әйтер инем, ҡәҙерле балалар: һеҙ ҙә һәр саҡ уҡыуға ынтылығыҙ, яҡшы, төплө белем алығыҙ. Белемле кеше генә тормошта ҙур уңыштарға өлгәшә. Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла ла: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” – тип, беҙҙе наҙанлыҡтан ҡурҡырға юҡҡа ғына өндәмәй.
Читайте нас: