Йәй көнө ауылда рәхәт инде ул! Тик, каникул ғына тиҙ генә үтә лә китә. Бәрәңге, сөгөлдөр утау, бесән эшләү ваҡыттары үтеп, август айы ла етте. Мин алтынсы синыфҡа барырға әҙерләнәм. Бер көндө кис, көтөүҙе ҡаршы алдым да, урамға сығып ултырҙым. Һиллек. Ҡайҙалыр өйөнә ҡайтмаған һарыҡ баҡыра. Шул ваҡыт, ауыл осонан гармун уйнаған, йырлаған тауыштар ишетелде. Мин, ҡыҙыҡһынып, тауыш килгән яҡҡа йүгерҙем. Унда ат егелгән арбаға биш-алты малай ултырған да, ҡайҙалыр барырға йыйыналар. Араларында һабаҡташтарым да бар. Өлкән синыфта уҡыған Хәбир гармунын да алып сыҡҡан. Үҙе уйнап, йырлай. Ҡалғандары кемуҙарҙан ҡысҡырып, уға ҡушыла:
– Кис менән атҡа тейәлеп, йырлай-йырлай, ҡайҙа йыйындығыҙ ул? – тип һорайым тегеләрҙән.
–Беҙме? Беҙ төнгө эшкә барабыҙ, – тине Хәбир йырлауынан туҡтап. – Унда рәхәт, йүнләп эшләмәйһең дә, зато тамаҡ һыйлы, көн һайын ит кенә ашаталар. Үҙе башҡа малайҙарға ҡарап, күҙ ҡыҫты. – Шулай бит, егеттәр! Башҡалар уның һүҙен шунда уҡ эләктереп алды:
–Эййеее, эйе, көн һайын мул итеп ашаталар!
–Кисә һарыҡ ите булғайны, бөгөн йылҡы бешерерҙәр ул,– тип дауам итте һүҙен Хәбир. –Мул итеп бирәләр, терһәк буйынан майҙары ағып ҡына тора инде...
– Шулааай, бик тәмле үҙе! – тип йөпләне уны башҡа малайҙар. – Әйҙә, һин дә беҙҙең менән бараһыңмы? Үкенмәҫһең...
– Улай булғас, мин дә барам, көтөп тороғоҙ, йәме?
Йән-фарман йүгереп, өйгә ҡайттым да:
–Әсәй! Мин төнгө эшкә барам, малайҙар мине урамда көтөп торалар, – тинем.
–Юҡ менән булма инде, балам, – ти, әсәйем. –Ана, өйҙә лә эш бөтмәгән, арырһың, ҡуй, йөрөмә.
–Барамсы, унда хатта ит ашаталар, ти. Кисә һарыҡ ите булған, ә бөгөн йылҡы ите бирәләр, ти. Терһәктән майҙары ағып тора, ти, хатта, – тип, теҙҙем бер тында.
Әсәйем рәхәтләнеп бер көлдө лә:
– Ҡаҙы менән ҡымыҙ ҙа булмай микән? Эй, улым, унда ниндәй ит ашатһындар инде, өйҙә лә ризыҡ бөтмәгән, исмаһам, атайыңдан һора, ул да эштән оҙаҡламай ҡайтыр.
– Урамда малайҙар көтә бит, бара һалайым инде, – тигәс, әсәйем:
– Ярай инде, күрмәгәндең күргеһе килә, ти. Бик тә барғың килгәс, бар. Тик өҫтөңә йылы куртка ал, ҡайтҡанда һыуыҡ булыр. Мин куртканы эләктерҙем дә, шатланып, малайҙар янына арбаға сығып ултырҙым. Киттек төнгө эшкә! “Төнгө эш” тигәне ырҙында иген елгәртеү икән. Ырҙын табағы өс саҡырымда ятҡан Урмансы ауылында. Хәбирҙең гармунына ҡушылып, белгән йырҙарҙы йырлай-йырлай, күңелле генә барып та еттек. Бына ҙур келәттәр. Эстәрендә тау-тау булып боҙай өйөлгән.
– О! Сәғиттең малайы ла килгән бит! Былай булғас, эш ырай! – тип шатланып, ҡаршы алды ырҙын табағы мөдире Фәрит ағай. Ул, атайымдың дуҫы, беҙгә килгәне лә бар. Фәрит ағай тәртип боҙмаҫҡа, ут менән шаярмаҫҡа, тип өйрәтте лә, ағас көрәктәр таратып бирҙе. Ике иген елгәргескә көрәктәребеҙ менән иген ырғытырға тотондоҡ. Таҙартылған бойҙай, елгәргес аша үтеп, тау булып өйөлөп торҙо. Туҙан борхой, танауға, ауыҙға тула. Һыуһаһаҡ, мөйөштәге тимер мискәнән һыу эсеп киләбеҙ. Ниһайәт, ялға туҡтаныҡ. Бер ҙә ит еҫе сыҡмай. Ашарға килтерәләр тип, өндәшкән кеше лә юҡ. Тимәк, малайҙар алдаған! Минең уйымды һиҙгәндәй, Хәйҙәр, яныма килде лә:
– Ашатыу юҡ бында. Уның ҡарауы, көн һайын эшкә йөрөһәң, арыу ғына аҡса төшә. Тегене-быны алам тип, башың ҡаңғырмаҫ. Бына мин матайға аҡса йыям. Шуға бер көн ҡалдырмай бесәнгә лә сыҡтым.
–Әйҙә, уйын уйнайбыҙ, – тип ҡысҡырҙы берәү. Уйын тигәндәре шул булды: беҙҙең ауылдан Сәлим менән мине сығарҙылар, Урмансы ауылынан ике малайҙы алдылар. Шунан барыбыҙҙы бер һыҙыҡҡа теҙҙеләр. Салбар балаҡтарын бөрөп тотоп, тимер сыбыҡ менән бәйләнеләр ҙә, өҫтән салбар эсенә бойҙай тултырҙылар. Минең салбарым киң булғас, бик ҡыҙыҡ күренгәндер инде, барыһы ла эстәрен тотоп, көлөргә тотондо. Шунан, алыҫлыҡҡа йүгереп, ярышырға ҡуштылар. Ҡайҙа инде йүгереү! Бер-ике аҙым атлайбыҙ ҙа “лап” итеп ҡолайбыҙ. Ҡарап торған халыҡ, туҡтала алмай, келәт яңғыратып көлә. “Уйынды бөтөрҙөк, эшкә!” – Фәрит ағай команда бирҙе. Көрәктәребеҙҙе алып, тағы ла эшкә керештек.
Ҡайтҡанда беҙҙә йыр ҡайғыһы юҡ ине, арманһыҙ булып, арытҡан.
–Шунан, ит ашаттылармы, улым?–тип көлөп ҡаршы алды атайым, – инде ҡабат бармаҫһың инде...
– Барам! – тинем. Баҡсала йәйгеһен йоҡларға тип яһап алған ҡыуышыма кереп яттым да, йоҡлап та киттем.