Белмәйем, сатирамы, юмормы икән был, әммә шуныһы хаҡ: “ҡыйыш тейәп”, руль артына ултырған еҙнә кешегә тәнҡит һүҙе апайымдың әрләүенән дә нығыраҡ тәьҫир итте, шикелле. Эсеүен бөтөнләй үк ташламаһа ла, күпкә кәметте. “Йә тағы минең хаҡта шиғыр яҙып ҡуйырһың”, – тип көлә торғайны еҙнәм йәш сағында. Ә ҡартайып, тамам “төҙәлеп” киткәс: “Мин бит һинең беренсе сатирик геройың”, – тип, йыш ҡына шаярып иҫкә алды. Шәп кеше ине үҙе. Йәне Йәннәттә булһын!
Шулай итеп, минең ижад юлым тыуған ауылымдағы тыуған йортомдан башланды. Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан шайморатовсы әтәйем Шәйнур Сәлимгәрәй улы – егерменсе йылдар комсомолы, ауылда күмәк хужалыҡ ойоштороусыларҙың береһе, утыҙынсы йылдарҙан алып район һәм республика матбуғатында әүҙем ҡатнашҡан ауыл хәбәрсеһе ине. Маҡтау хәбәрҙәре генә түгел, етешһеҙлектәрҙе ҡыйыу тәнҡитләп, фельетондар ҙа яҙған кеше. Шиғырҙар ҙа яҙҙы. Гармунда уйнап йырларға ярата торғайны. Унан күреп, мин дә гәзит-журналға яҙыша башланым. Алтынсыла уҡығанда мин инде исеме шаҡтай мәғлүм йәш хәбәрсе инем. Ун дүрт йәшемдә “Һәнәк” журналында беренсе фельетоным баҫылып сыҡты.
Беҙҙең инәй йомарт кеше ине. Ә мин унан да уҙҙырырға тырыштым. (Йәйәләр эсендә генә әйтеп үтәм, беҙҙең яҡта атайҙы – “әтәй” тип, әсәйҙе “инәй” тип йөрөтәләр.)
Шулай бер көндө инәйем тәбикмәк бешергәнде күреп, ул әйткәнде лә көтөп тормай, күрше-күләнде ҡунаҡҡа саҡырҙым. Күп тә үтмәне, ҡунаҡтар килеп тә етте. Ә өйҙәгеләр бер ни белмәй. Шулай ҙа изге күңелле, ҡунаҡсыл инәйебеҙ килгән әбей-бабайҙы асыҡ сырай менән ҡаршы алды, сәй эсереп, оҙатып ҡалды.
Яйы сыҡҡанда, һүҙ ыңғайында йәнә шуны белдерәм, мин инәйемдең дә, әтәйемдең дә яҡшы сифаттарын үҙемә алырға тырыштым. Уларҙыҡын ғына түгел, яҡын һәм йыраҡ туғандарымдың да, ғөмүмән, бөтә ауылдаштарымдың, яҡташтарымдың, ырыуҙаштарымдың һәйбәт холоҡ-ҡылыҡтарын үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Белмәйем, нисек килеп сыҡҡандыр, әммә ләкин шуға ынтылдым.
Минең тамырҙарым, Танып буйында үҫкән тирәктеке шикелле, тәрәнгә, бик тәрәнгә китеп, тыуған еремә береккән. Шуға аяғымда ныҡ торам. Һулдан иҫкән елдәргә лә, уңдан килгән ғәрәсәт-дауылдарға ла бирешмә йем. Бөгөлөргә, һығылырға, баш эйергә иҫәп юҡ.
Танып буйҙарында ялан аяҡ йүгереп йөрөгән саҡтарҙа, теүәлерәк әйткәндә, ун өс йәштә бер шиғыр яҙғайным. «Беҙ» тип атала ул. Мөһабәт ағасҡа йәбешеп үҫкән паразит бәшмәкте күргәс, шул иҫкә төштө:
Беҙ бит үҙ көсөбөҙ менән
Менәбеҙ үргә.
Кемдер кеше елкәһендә
Үтмәксе түргә.
Тыуған ауылымда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ун биш саҡырым алыҫлыҡтағы Краснохолмский ҡасабаһына уҡырға киттем. Ялға ҡайтҡанда, төндә Таныпты кисеп сыға инем. Көҙгө һалҡындарҙа ла, яҙғы ташҡындарҙа ла йөҙөргә тура килде. Был хаҡта мин туғыҙынсы синыфта уҡығанда яҙған «Йәш хәбәрсе» исемле повесымда һөйләп үткәйнем.
Үткән ғүмер — аҡҡан һыу кеүек... Ижад йылғаһы буйлап, бәләкәй ҡа йыҡҡа ултырып, сәфәр сыҡҡаныма ла байтаҡ йылдар үтте. Ә бит ун биш йәштә ниндәй хыялдар менән янғайным:
Мин үҫәмен һаман. Үҫкән һайын,
Алға ҡарап, ныҡлы баҫырмын,
Һәм, ниһайәт, тел асҡысы менән
Ижад ҡапҡаларын асырмын…
Был шиғырҙы яҙғанға алтмыш йыллап ваҡыт үтте.
Беренсе китабым — «Сер ҡапсығы» — 1982 йылда 10 мең дана тираж менән Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылды. Унда ингән хикәйә, фельетон, скетчтарҙы яҙғанда мин үҙем дә “урта йәштәге мәктәп балаһы” инем. Йәғни геройҙарымдың тиҫтере: 13-14 йәшлек малай. Китап күпкә һуңлап сыҡты — мин утыҙҙы уҙғас ҡына.
Уның ҡарауы, башҡа китаптарым ваҡытында сыҡты. Бөгөн мин – төрлө ерҙәрҙә төрлө телдәрҙә дөнья күргән иллегә яҡын китап авторы.
Мин һаман мәктәп йылдарында әҙәбиәткә тәүге аҙым яһаған сағымда алған псевдонимды йөрөтәм: Мар. Сәлим. Боронғо төрки телендә «мар» — ҡырыу, үлтереү-бөтөрөү мәғәнәһен бирһә, «сәлим» — сәләмәт, иҫән-һау тигәнде аңлата. Тимәк, исемемде есемемә тура килтереп әйткәндә, мин кәмселектәрҙе, ҡара көстәрҙе тар-мар итеп, саф, сәләмәт тормошто йәшәтер өсөн көрәшкән кешеләр затынан...