Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Олег Закир улы Ханов мәктәп йылдары хәтирәләре менән бүлешә:
- Мәктәпкә беренсе синыфҡа төшкән йылда, август аҙағында мине өләсәйемдәрҙән Сибайға алып ҡайттылар. Атай-әсәйем миңә форма алып ҡуйғандар: гимнастерка, салбар, билгә быуырға ҡайышы ла бар. Ул ҡайыштың ҡаптырмаһында (пряжка) махсус һүрәт баҫылған. Кистән миңә форма кейҙереп, ултырғысҡа баҫтырып ҡуйҙылар. Тик бына ҡаптырманы элә алмайҙар, тегеләй-былай борғолайҙар. Шунан мин алдым да, “бына ошолай ҡаптырырға кәрәк!” – тип билемә быуып та ҡуйҙым. Атайым: “Ҡайҙан беләһең уны, улым, ну, башың эшләй икән!” –тип маҡтаған булды, ә ҡаптырманың серен белеүем яп-ябай - урамда уйнап йөрөгәнемдә өлкән синыф малайҙары өйрәткәйне...
Иртәнсәк әсәй менән етәкләшеп мәктәпкә киттек. Беҙ Маяковский урамындағы икенсе һанлы йортта йәшәнек, мәктәпкә тиклем юл шундай алыҫ һымаҡ ине (хәҙер ул юл ҡул һуҙымы араһында ғына кеүек тойола). Китеп барабыҙ – мин хас та гимназист һымаҡмын, өҫтөмдә өр-яңы форма, башымда кокардалы фуражка. Минән дә ҡупшыраҡ итеп әсәйем кейенеп алған, бөгөн дә күҙ алдымда: ап-аҡ блузка, уның ҙур яғалары ҡайып сигелгән, ҡара юбкаһы ла килешеп тора, матур итеп биҙәнгән, сәсенә ҡупшы прическа яһаған. Сибайҙағы икенсе һанлы мәктәпкә уҡырға барҙым, уҡытыусыбыҙ – Анна Павловна Мазепа – ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, шундай “йомшаҡ”, һөйкөмлө, тыныс ҡына һөйләшкән апай ине. Парта артына ултырып, перо менән чернильницаны (ул ваҡытта ручкалар юҡ ине) партала улар өсөн махсус уйып эшләнгән урынға ҡуйҙым. Дәрес башланып китте – уҡытыусы аңлата, ә мин – бер нимә лә аңламайым, сөнки урыҫ мәктәбе ине, ә мин урыҫ телендә әллә ни белмәй инем, һуңынан төшөндөм. Мәктәп ҡағиҙәләрен дә өйрәндем – иҫемдә, бер мәл бик ныҡ бәҙрәфкә барғым килде лә партам артынан тороп, уҡытыусыға бер һүҙ ҙә өндәшмәй,сығып киттем. Уҡытыусым миңә башын бороп ҡарап тороп ҡалды. Һуңынан әсәйем, дәрестән сыҡҡанда, уҡытыусынан һорарға кәрәк икәнлеген әйтте.
Тәнәфес ваҡытында буфетта пирожки менән кеҫәл бирҙеләр. Ул кеҫәлде тәүге тапҡыр тәмләнем, шул тиклем тәмле ине ул, пирожкиҙың да яртыһын ашаным да, икенсе яртыһын өйгә алып ҡайттым - был тәмле ризыҡты һеңлем менән дә бүлешкем килде. Ҡайтҡас, атайым:
- Шунан, улым, нисәнсе синыфҡа күсеп ҡайттың? -тип һорай
- Миңә әйтмәнеләр ул, ни эшләп белмәй ҡалғанмын икән, - тип, уның һорауына ныҡ аптыраным, ә улар рәхәтләнеп көләләр.
Мәктәптә уҡый башлауҙың миңә оҡшамаған яғы бар ине – ул да булһа, өйгә эштәр әҙерләү. Ни өсөн мәктәптә генә эшләтмәйҙәр, өйгә лә биреп ҡайтаралар, тип уйлай инем йәнем көйөп.
Өсөнсө синыфтан башлап үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнаша башланым. Валентин Степанов исемле синыфташым менән икебеҙгә әсәйем “Игеҙәктәр” тигән бейеү ҡуйҙы. Был бейеү менән үҙебеҙҙең мәктәп үткәргән конкурста, һуңынан мәктәптәр араһында уҙған конкурста еңдек һәм ҡала смотрында ҡатнаштыҡ. Был бейеүебеҙ шул тиклем уңышлы сыҡты – беҙҙе хатта урамда ла таный торғайнылар. Аҙаҡтан әсәйем миңә “Перовский” бейеүен ҡуйҙы – унда ла мин рәхәтләнеп бейенем. ғөмүмән, сәхнәгә сығырға яраттым, унда үҙемде иркен, еңел тоя инем. Әйткәндәй, мин музыка мәктәбен дә (баян класы) тамамланым.
Үҙемде әүҙем, тыңлаусан уҡыусы булдым, тип иҫәпләйем, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштым, мәктәп дружинаһы советы рәйесе, синыф старостаһы, комсомол ойошмаһы секретаре лә булдым. Минең физикаға ла, химияға ла ныҡ ынтылышым булманы, ә бына геометрия (һуңынан - тригонометрия) дәресен ярата инем! Ундағы теоремаларҙы иҫбат итеү ҡыҙыҡлы ине, унан кинәнес ала инем, сиселешен нисектер алдан һиҙемләй торғайным (хәҙерге ваҡытта роль эшләгәндә шундай кисерештәр була!)
Уҡыуҙа отличник булманым, 8-се синыфҡа тиклем уртаса уҡыным, аҙаҡ мәктәпкә төкөтмә эшләп, яңы бинаға күскәс, уҡыуға ныҡлап тотондом, ике синыфты бергә ҡуштылар, сөнки етенсе синыфтан һуң уҡыусыларҙың яртыһы төрлө училище, техникумдарға китеп бөттөләр. Беҙҙең класс ун йыллыҡҡа әйләндерелгән яңы мәктәптең тәүге сығарылышы булып тарихҡа индек.
Синыфта бик татыу булдыҡ, әле һаман ҡыҙҙарға һигеҙенсе март байрамы уңайынан торт эшләгәнебеҙ иҫтә – печенье, крем өсөн һарымай, сгущенка, шәкәр пудраһы алып килдек, уҡытыусыбыҙ өйрәтеп торҙо. Ҙур батмусҡа матур итеп торт эшләп, икенсе көндө ҡыҙҙарҙы һыйланыҡ – бик тәмле килеп сыҡҡайны!.. Башланғыс синыфтарҙа уҡ ҡыҙҙар алдында ыҫпай йөрөргә тырыштым – салбарҙағы “стрелка”ларҙы үтек менән гел генә тигеҙләп торҙом.
Тырышып металлолом йыя торғайныҡ. “Әгәр өс тонна металлолом йыйһағыҙ, аҡса өҫтәп, автобус алабыҙ һәм һеҙҙе ҙур химия ҡалалары буйлап сәйәхәткә алып сығабыҙ” – тине мәктәп директоры. Яуаплы итеп Петя Смирновты ҡуйҙылар – уның әйткәнен эшләмәһәң, ҙур йоҙроғо елкәгә «дыңҡ» итеп ҡала, бөтәһе лә уны тыңланы. Хәйер, автобус алабыҙ тигән стимул да булды бит!.. Тырышыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе булып, ҡала буйлап автобус йөрөй башланы, уға “Автобус изготовлен на деньги от сбора металлолома школы № 2” – тип яҙып ҡуйылған ине. Йәйге каникулда Башҡортостандың ҙур химия ҡалалары буйлап вәғәҙә ителгән сәйәхәткә сыҡтыҡ: Сибай–Баймаҡ–Мәләүез-Салауат-Стәрлетамаҡ-Өфө маршрутын үттек.
Әсәйем әҙәби әҫәрҙәрҙе һөйләй торғайны – кистәрен телевизор ҡарау тигән нәмә булманы, мин лобзик менән төрлө әйберҙәр эшләйем, әсәйем әҫәрҙәр һөйләй. А.П.Чеховтың “Хамелеон”ы, Н.Гоголдең “Тарас бульба”һын, “Отелло”ны, “Тихий Дон”ды һөйләгәндәрен иҫләйем. “Советский экран” журналын ҡулына алып, унда төшкән артистар тураһында һөйләргә яратты, Л.Тостойҙың романы буйынса С.Бондарчук “Һуғыш һәм солох” киноһын сығарғас, әсәйем: “Бына был сәхнәне тап шулай күҙ алдына килтергән инем” – тип миндә, сәнғәт донъяһына, уғата ныҡ ҡыҙыҡһыныу уятты.
Беҙҙе уҡытыусыларыбыҙ ысын мәғәнәһендә тәрбиәләне, белем бирергә һәм төрлө яҡлап һәләттәребеҙҙе асырға тырышты. Бөгөнгө көндә белем биреү менән бер рәттән, уҡытыусылар балаларҙың һәләтен асырға тырышһын, уларҙың күңел донъяһына күберәк иғтибар бирһен ине, тигән теләктәмен.
Ейәнем Вадим 91-се мәктәптә белем ала, уҡыу программаһы бик тә ҡатмарлы, әммә ул уҡыуға бик яуаплы ҡарай, бар нәмәгә өлгөрә, үҙемдең мәктәп йылдары менән сағыштырам да – ейәнемдең уңғанлығына ҡарап һоҡланам... Уҡытыусыларға, уҡыусыларға, ата-әсәләргә, барыһына ла түҙемлек һәм һаулыҡ теләйем!
Динара КАЮМОВА