+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ “ҺӨЙҘӨРГӨС БЕТЕҮЕ”

Икенсе көндө әсәйемдән биш һум аҡса һорап алдым, йәнә аҙбарға инеп, тауыҡтарҙың яңы ғына һалған йомортҡаларын кеҫәгә тултырҙым да… киттем Яҡуп ҡартҡа, һөйҙөрткөс бетеү яҙҙырып алырға...

ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ “ҺӨЙҘӨРГӨС БЕТЕҮЕ”
ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ “ҺӨЙҘӨРГӨС БЕТЕҮЕ”

Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улы – СССР һәм Рәсәй театр актеры, яҙыусы, юмористик хикәйәләр авторы, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.

“Хаҡлы ялға сыҡһам, ҡалала бер көн тормайым, икенсе көнөнә үк ауылға һыҙам. Рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡлайым, көн һайын мунса яғып төшәм, урман-ҡырҙар ҡыҙырасаҡмын…” - Әхәт ағайҙың доға урынына ҡабатлаған һүҙҙәренә күнегеп бөттөк инде, уларҙы бер кем ысынға алмай кеүек – ни тиһәң дә, артист яҙмышына яҙғанынан ситкә китә алмай. Ә икенсенән, 75 йәшенә етеп килгән артист репертуарҙа ең һыҙғанып ижад итә, бер-бер артлы ролдәрен сығарып тора. Бөгөнгө көндә артист “Бәхет хаҡы”нда (Х.Мөҙәрисова)– Булат, “Ул бит кисә ине”лә (А.Әхмәтғәлиева) – Нурғәли, “Бер мәл санаторийҙа” (Н.Ғәйетбаев)) – Насир, “Хыялый”ҙа (С.Әбүзәр)– Закир, “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” (Ф.Бүләков) спектаклендә – Ҡарт, “Гөлбостан”да (Ҡ.Даян, Д.Йосопов инсц) – Мортаза ролдәрен башҡара. Әхәт Хөсәйенов – ҡәләм оҫтаһы ла. Йәш сағында бик осһоҙға ғына “һөйҙөргөс бетеү”е алып тағыуы тураһында яҙмаһы бар. Ышанмайһығыҙмы? Әхәт ағай үҙе ул хәлде бик тасуирлап һөйләй:

“Мин ул саҡта ун алтымды тултырып ун етегә киткәйнем. Танауға мөхәббәт тойғолары инә башлаған мәл. Ауылымдың бер һылыуын күңелем менән һөйәм, йөрәгем менән ғашиҡ, ә телем менән уға мөхәббәтемде әйтә алмайым. Егеттәр миңә “быҙау” тигән ҡушамат та таҡтылар. Башыма төшкән «ҡайғыны» күршебеҙ Хөснулла ағайға тиштем. Ул миңә хәйләкәр генә йылмайып, ҡап-ҡара мыйығын яҫы устары менән һыйпап ҡуйҙы ла: “Беләһеңме, ҡустым, мин йәш саҡта үҙем менән дә шулай була торғайны. Ғәбиҙә еңгәң артынан күпме сабата туҙҙырғанмындыр, әйләнеп тә ҡараманы. Уйланым-уйланым да, Яҡуп ҡарттан “һөйҙөргөс” доғаһы яҙҙырып алдым. Шуны яғаға тағып аҙна-ун көн йөрөгәс, еңгәгеҙ үҙе башлап мөхәббәтен белдереп хат яҙҙы. Һин дә шулай ит. Хәйергә биш һум аҡса, йәнә ун йомортҡа бирһәң - шул еткән,” – тине. Икенсе көндө әсәйемдән биш һум аҡса һорап алдым, йәнә аҙбарға инеп, тауыҡтарҙың яңы ғына һалған йомортҡаларын кеҫәгә тултырҙым да… киттем Яҡуп ҡартҡа. Ҡулымдағы байлығымды күргәс, ҡарт ҡәнәғәт йөҙ менән:

– Хуш, нимә өсөн доға ҡылабыҙ, – тине. Мин уға ни йомош менән килеүемде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Ҡарт доға яҙып биргән теге бетеүҙе яғаға тегеп тә ҡуйҙым.

…Кисен клубҡа киттем. Ҡыҙҙар миңә ҡарап шырҡ– шырҡ көлөшкән була, ә егеттәр үҙ-ара ниҙер шыбырлаша. Күрәһең, ҡыҙҙарҙың миңә ҡарап йылмайыуҙарынан көнләшәләр!.. Көтмәгәндә һөйгән ҡыҙым яныма килеп:

– Нимә яғаңды һыйпайһың? Әллә Яҡуп ҡарттың алдашып яҙған “һөйҙөргөс”ө төшөп ҡалдымы? –тимәһенме?!..

Ә егеттәр: “Алты һум егерме тинлек “һөйҙөргөс” таҡҡан бетеүле быҙау,” тип күҙ ҙә астырмай көләләр. Мин сығып йүгерҙем… Өйгә ҡайттым да яғалағы бетеүҙе ҡуптарып алып, эсендәге ҡағыҙын йыртып ташларға уйлағайным… Яҙыуына күҙем төштө. Ҡараһам, беҙҙең хәрефтәр менән яҙылған:

Уны һөйҙөң ни миңә,

Быны һөйҙөң ни миңә,

Биш һум аҡса, ун йомортҡа

Ярамаймы ни миңә? – тигән юлдар яҙылған ине… ”

Шундай мажара үтә үҫмер сағында артист башынан. Хәйер, был мажара тормошта ысынлап булғанмы икән һуң? Кем белә инде… Юмористик хикәйәләре, көләмәстәре, артистар тормошонан ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалары менән дә таныш бит тамашасыларға Әхәт Хөсәйенов. Шуға күрә, ҡайһы ваҡиға булған– булмаған – әйтеүе ҡыйын…

Бөгөнгө көндә Әхәт Рәхмәтулла улы курсташтары Рәмзиә Хисамова, Фидан Ғафаров, Тәнзилә Хисамова менән бергә, бер сәхнәлә, театрҙың аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре булып, төптән егелеп ижад итәләр.

Динара Ҡәйүмова,

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәби-драматургия бүлегенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ “ҺӨЙҘӨРГӨС БЕТЕҮЕ”
ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ “ҺӨЙҘӨРГӨС БЕТЕҮЕ”
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: