Зәки Арыҫлан улы бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дүләт педагогия университетында уҡытыу менән бер рәттән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе лә булып эшләй. “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы тигән маҡтаулы исемдәргә эйә.
– Ете балалы ғаиләлә иң һуңғыһы булып тыуғанмын, шуға ағай-апайҙарымдың уҡырға барыуын күреп, бер аҙ көнләшә торғайным. Мәктәп минең өсөн серле бер донъялай тойолдо. Уны барып күрергә лә тиҙерәк белем ала башларға хыялландым.
Мәктәп уҡыусыһы булырға өс йәшлек сағымда уҡ йыйына инем инде. Бер мәл, бармаһын тип, салбарымды йәшереп ҡуйғандар икән, ыштанһыҙ сығып киткәнмен.
Алты йәшем тулғас, өйрәнсектәр синыфын тулыландырҙым. Бик ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс итеп уҡыттылар, дәрестәрҙә башҡорт халыҡ әкиәттәрен өйрәнеп, төрлө образға инеп уйнағаныбыҙҙы яҡшы хәтерләйем. Тик… Мин тиҫтерҙәрем араһында алфавит буйынса иҫәпләгәндә егерме алтынсы, йәғни артыҡ инем (уҡырға 25 кенә бала ҡабул ителә), шуға беренсегә алманылар. Ни тиклем ҡайғырҙым, иланым бының өсөн!
Киләһе йылына, ниһайәт, мәктәп тупһаһын тулы хоҡуҡлы уҡыусы булараҡ тапай башланым. Уҡытыусыбыҙ Венера Камалетдинова, йәш кенә икәнлегенә ҡарамаҫтан, бик оҫта, тәжрибәле ине. Дәрестәре шундай матур, күңелле үтә торғайны. Хәреф танырға уйындар аша өйрәндек, һис тә ауырлыҡ тойманыҡ. Хәрефтәрҙе ҡушып яҙғанда ғына күнегә алмай ыҙаландым шикелле.
Синыфыбыҙҙа егермеләп бала уҡыһа, малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа һан яғынан бер сама ине. Тәнәфес ваҡыты етеүен белдереп, ҡыңғырау шылтыранымы, кем булыуыбыҙға ҡарамай – ҡыҙмы, малаймы, яҡшы уҡыусымы, арттараҡ һөйрәлеүсеме – барыбыҙ ҙа тышҡа атылабыҙ. Шул ҡәҙәрем ҡотороноп уйнаныҡ, хатта синыф бүлмәһенең ишеге өҫтөндәге тәҙрә быялаһы, түҙмәй ҡолап төшөп, ураған һайын ярыла торғайны. Был өлгөләрҙе алмаштырыу бурысы йыш ҡына атайымдың иңенә төштө…
Парталар өҫтөнән һикереп йөрөү, үҙ-ара төрткөләшеү – барыһы ла булды. Тәртип боҙмай торманыҡ. Бала саҡта бөтәһе лә уйындың самаһын белеп еткермәй шул. Әммә уҡытыусыбыҙҙы ныҡ хөрмәт иттек, яраттыҡ. Дәрескә килгән сағында 200 метр аранан йүгереп барып ҡаршы ала, сумкаһын алмашлап күтәрә инек. Уҡытыусы бер кемде лә сумка тотоп барыу бәхетенән мәхрүм итмәҫкә тырышты. Хәҙер уйлауымса, тәрбиә йәһәтенән шәп ысул булған.
Бала саҡта малайҙарҙың барыһы ла ниндәйҙер батырлыҡ эшләү, башҡаларҙан өҫтөнөрәк булыу хаҡында хыяллана. Үкенескә күрә, яман ҡылыҡ менән уҙҙырыуҙан да тартынманыҡ. Мәҫәлән, беҙҙең заманда төндә кешеләрҙең ихатаһына төшөп, йәшелсә урлау киң таралғайны. “Был йәйҙә фәлән баҡсанан шунса ҡыяр йолҡтом”, – тип маһайыуҙар ғәҙәти хәлдәй ҡабул ителә ине. Әгәр берәй уҫалыраҡ, дәрәжәлерәк кешенең түтәленән сәлдергәнһең, йәки тотола яҙғанһың икән, мәртәбәһе юғарыраҡ.
Әлбиттә, ыңғай күренештәр күберәк булды. Әйтәйек, арабыҙҙа һыуҙа йөҙә, боҙҙа коньки кейеп шыуа белмәгән кеше юҡ ине. Барыһына ла, өлкәнерәк малайҙарҙан күреп, шәхси тәжрибәгә лә таянып, үҙебеҙ өйрәндек. Ҡышын атайым яһаған ҙур ағас санаға – 2-3, хатта 5 бала ултырып шыуғаныбыҙ иҫемдә. Ауылса “бобслей” була инде…
Сынығып үҫтек. Шуғалыр ҙа эштә йә уйында имгәнеүселәр, һыуҙа һәләкәткә тарыусылар булманы. Бәлки, ҡыҙғаныс хәлдәр ҙә осрағандыр, әммә улар йылдар үтеү менән онотола, күңелдә яҡшы хәтирәләр генә тороп ҡала.
Йәшең тулһа, беләһеңме-юҡмы, теләйһеңме-теләмәйһеңме, көсөң етәме-етмәйме, һорап торманылар. Башҡаларға эйәреп, күбә тарттырырға, бесән сабырға, күбә эшләргә керешәһең, атты йүгәнләйһең, егеп-туғараһың, тышап ебәрәһең... Хеҙмәт тәрбиәһе шулай бирелде. Һәм һәр нәмәнән үҙеңә уйын сығараһың, хыялланаһың. Бәләкәйерәк малайҙар, мәҫәлән, себеш ҡарағанда, быҙау ҡыуғанда үҙҙәре өсөн йолалар булдырһа, өлкәнерәктәр күмәкләп ат йөҙҙөрөп, һыбай сабып ярыша ине. Үҫә төшкәс, һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ салғыһы, үҙ һәнәге барлыҡҡа килде, ул ҡоралдарыбыҙҙы һаҡлап ҡына тотондоҡ, хәүефһеҙлек өсөн яуаплылыҡ та тойҙоҡ.
Тәбиғәт ҡанундары буйынса йәшәнек, тиһәң дә була. Башҡаларҙан күреп, бик күп үләндәрҙе танырға өйрәндек, ҡайһыһын ниндәй ваҡытта йыйырға, нисек һаҡларға, аҙаҡ ни рәүешле файҙаланырға икәнен белдек. Балыҡ тотоу өсөн мурҙа ла үрҙек, тауыҡ-ҡаҙ салырға ла аптыраманыҡ, ҡыҫҡаһы, ауылдағы көнкүрешкә, мал-тыуарға ҡағылышлы һөнәрҙәрҙе ихлас үҙләштерҙек. Хатта ҡыҙҙар ҙа кәбән һалышты. Баҡса эштәрен, бесән әҙерләүҙе ауыл балалары мөҡәддәс бурыс тип иҫәпләне. Әле лә беҙҙең ғаилә өсөн ауылға бесәнгә ҡайтыу мәсьәләһе бәхәсһеҙ.
Бала сағыбыҙ яйлап үҫмерлеккә үрелеп китте. Кис клубҡа уйынға сыҡһаҡ, таң атҡансы йөрөй торғайныҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иртәнсәк барыбыҙ ҙа йоҡонан тороп, эшкә керешә ине. Арымайбыҙ ҙа, ялҡмайбыҙ ҙа. Әлбиттә, балалар, үҫмерҙәр уйнарға, күңел асырға тейеш һәм уның ваҡыты сикләнмәгән.
Хыялландыҡ, тинем. Эйе, ат йөҙҙөргәндә үҙебеҙҙе Аҡбуҙатҡа менгәндәй хис иттек, һыуыбыҙ диңгеҙ һымаҡ ине. Хыялдар иһә кешенең аңын, зиһенен үҫтерә. Шул ваҡытта киләсәктә ниндәй һөнәр һайларыңды ла самалай башлайһың. Беҙҙә күп уйындар тауға бәйле булғас, мин үҙемде тәүҙә геолог итеп күрҙем, таштар менән ҡыҙыҡһындым.
Матбуғат баҫмаларын, шул иҫәптән “Пионер” (“Аманат”) журналын һәм “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитен гел алдырып уҡығас, башҡа төбәктәрҙәге тиҫтерҙәремдең өлгөһөнә эйәрергә тырыштым, яңы фекерҙәр тупланым. Мышар һәм әлморон йыйып, дарыуханаға тапшырыу, һуҡыр сысҡандарға тоҙаҡ ҡороу, урмансылыҡ өсөн ағас ултыртыуҙа, колхоз йәшелсәһен үҫтереүҙә ҡатнашыу – һәр эш өсөн хаҡ түләнә ине. Шул аҡсанан бер өлөштө мотлаҡ гәзит-журналға яҙылыуға айырып һалып барҙыҡ.
Кеше өсөн өлгө һәр ваҡыт кәрәк. Журналдағы портреттар, һүрәтләмәләр был йәһәттән бик ҙур әһәмиәткә эйә, әммә тере өлгө тағы ла яҡшыраҡ. Бала сағымда ысын геологты бер тапҡыр ҙа күрмәгәс, таныштар, туғандар араһында врачтар байтаҡ булғас, тора-бара табип һөнәре тураһында нығыраҡ уйланырға керештем. Шулай итеп, белем алыу өсөн Белореттағы медицина училищеһын һайланым. Ҡыҙғанысҡа күрәме, әллә бәхетемәме, “тел барьеры” тигән нәмә арҡаһында был уҡыу йортон ташлап ҡайтырға тура килде.
Мәктәп йәшенән үк матбуғат менән дуҫлашҡас, “йәш хәбәрсе” тигән исемем дә сыҡҡас, яҙыусы булырға ла хыялланып алдым. Үҙемде бөтөн жанрҙарҙа ла һынап ҡараным, уйҙарымды, фекерҙәремде теркәп барҙым, хатта роман ижад итергә лә әҙерләнгәйнем. Урыҫ телен һәм әҙәбиәтен тырышып өйрәндем, төрлө фәндәрҙән белемемде нығыттым. Һөҙөмтәлә, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеп, филолог булып киттем.
Нимәгә тотонһам да, иң яҡшыһы итеп башҡарырға тырышам. Әгәр барып сыҡмаҫын белһәм, бөтөнләй эшләмәйем. Ошо принцип арҡаһында университетта уҡығанда әҙәби әҫәрҙәр яҙыу теләге әкренләп һүрелде, күренекле ғалим Роберт Байымовтың йоғонтоһонда фән йүнәлешен үҙ иттем. Эшенә мөкиббән бирелгән, талапсан, киң даирәлә фекер йөрөтөүсе был шәхес менән танышыу, уның етәкселегендә ғилми эшмәкәрлеккә тотоноу ғүмер юлымда яңы баҫҡысҡа әйләнде.
Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуым да, бала саҡтағы шөғөлдәрем, хыялдарым да бушҡа булманы. Тормош тәжрибәһе сыныҡтырһа, характер барлыҡҡа килтерһә, белем һәм мәғлүмәтлелек дөрөҫ юл табырға, фекерләргә, киләсәккә пландар ҡорорға ярҙам итә.