+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гөлшат Ғайсина

Гөлшат Риф ҡыҙы Ғайсина 1975 йылдың 16 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Бәләкәйҙән Нефтселәр мәҙәниәт һарайының балалар бейеү студияһында шөғөлләнә. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында белем ала. Бер үк ваҡытта 4-се музыка мәктәбендә фортепиано буйынса махсуслаша.

Гөлшат Ғайсина
Гөлшат Ғайсина

Гөлшат Риф ҡыҙы Ғайсина 1975 йылдың 16 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Бәләкәйҙән Нефтселәр мәҙәниәт һарайының балалар бейеү студияһында шөғөлләнә. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында белем ала. Бер үк ваҡытта 4-се музыка мәктәбендә фортепиано буйынса махсуслаша. Мәктәптән һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инә. Танылған режиссер һәм педагог Ғабдулла Ғиләжев курсында актерлыҡ серҙәренә төшөнә. Институтты тамамлағас, режиссер Азат Нәҙерғолов  М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә саҡыра. Бөгөн Гөлшат Ғайсина театрҙа арымай-талмай ижад иткән төп көстәрҙең береһе һанала. 20 йылдан ашыу эшләү осоронда бөтәһе 40-ҡа яҡын роль ижад итеп, меңдәрсә тамашасының һөйөүен яулаған. М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында – Йәмилә, “Ташлама утты, Прометей!”ында – Агазия, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә – Диләфрүз, “Йәнкиҫәккәйем”ендә – Йәмилә, Т. Ғарипованың “Ғилмияза”һында – Ғилмияза, И. Зәйниевтың “Люстра”һында Эльфа кеүек төп ролдәрҙе башҡарған  Гөлшат Ғайсинаны күптәр моңло йырсы булараҡ та белә. Мәҫәлән, “Ҡыңғырау сәскә” спектакленән Венер Камалов менән  башҡарған “Күңел айы” (В. Аҡбашев һүҙҙәренә Ю. Үҙәнбаев көйө) тигән йырҙы  халыҡ бик яратып тыңлай. Гөлшат - “Йәшлек йыры”, “Аманат-шоу”, “Актер йыры – 2004” конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы.

  • Гөлшат, әйтегеҙсе, бала саҡ тиһәләр, күҙ алдығыҙҙа нимә иң беренсе булып баҫа?
  • Был һүҙҙе ишетһәм, иң тәүҙә үҙебеҙҙең йәшәгән йорт-ер иҫкә төшә. Өфөнөң Йылға урамындағы Сафронов пристане тирәһендә ине өйөбөҙ.Тағы ла балалар баҡсаһы, шаулап-гөрләп үткән иртәлектәр күҙ алдына килә. Хәтеремдә:тәрбиәсе апайҙар ни өсөндөр ошо байрамдарҙа  һөйләр өсөн миңә шиғыр бирмәй торғайнылар. Бер ваҡыт әсәйем уларға, нишләп һеҙ минең ҡыҙыма ла шиғыр бирмәйһегеҙ, ул да бит кеше алдында үҙен иркен тоторға өйрәнергә тейеш, тип әйткән. Ошонан һуң миңә шиғыр бирә башланылар. Элек беҙ үҫкәндә йәнһүрәттәр күберәк музыкаль булып, изгелек, бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттарҙы үҫтереү кәрәклеген алға ҡуя ине. Мин дә, ошо йәнһүрәттәрҙәге береһенән-береһе матур йырҙарҙы  отоп алып, үҙ алдыма йырларға яраттым. Биш йәшемдә шикелле “Трям, һаумыһығыҙ!” тигән йәнһүрәттәге “Облака, Белогривые лошадки...” тигән йырҙы йырлағанымды иҫләйем. Ғаиләлә ике бала үҫтек. Морат ҡустым менән йәш айырмабыҙ 11 йыл.
  • Бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ?
  • Үҙемде белә-белгәндән бирле тик актриса. Сәнғәткә һөйөү бәләкәйҙән киләлер, тим. Атайым гармунда оҫта уйнаһа, әсәйем иҫ киткес моңло тауышлы ине. Беҙҙең ғаилә Өфөләге бер мәҙәни сараны ла ҡалдырмай торғайны. Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған бөтә премьераларҙы ла ҡарап барҙыҡ. Йәй көнө Мәскәү, Ленинград театрҙары гастролгә килһә, минең өсөн ҙур байрамға әйләнә ине. Ә шулай ҙа бер ваҡыт, үҫкәс, туңдырма һатыусы булам тип йөрөп алғайным. Был татлыҡасты ныҡ яратһам да, тамаҡ менән йыш ауырығас, ул тиклем эләкмәй ине.
  • Ата-әсәйегеҙҙең тамырҙары ҡайһы яҡтан?
  • Атай-әсәйем дә, олатай-өләсәйҙәрем дә - барыһы ла - Өфөнән. Шуға күрә ауыл тормошо, һыйыр, быҙауҙар менән яҡындан танышыу труппа менән гастролгә сыҡҡас ҡына булды. Әсәйем Альбина Әхкәм ҡыҙы һөнәре буйынса филолог. Башта уҡытыусы, шунан тәрбиәсе булып эшләне. Ҡустым тыуғас, китапханаға эшкә күсте. Атайым Риф Зиннәтулла улы инженер ине.
  • Тимәк, бала сағығыҙ бәхетле үткән?
  • Әлбиттә! Ике өләсәй, ике олатай. Атай-әсәйемдең наҙына төрөнөп, бер ауыр һүҙ ишетмәйенсә, иркәләнеп кенә үҫтем. Бала сағымда улар мине ҡайҙа ғына йөрөтмәне. Грузия, Үзбәкстан республикаларына, Мәскәү, Ленинград ҡалаларына сәйәхәт ҡылдыҡ.  Ете йәшем тулғас, әсәйем, фортепиано алып бирәйекме, әллә Грузияға барайыҡмы, тип һораны. Фортепианоны  һайланым, әлбиттә.  Каникулдарҙы Сәғиҙә өләсәйем менән Әхкәм олатайымдарҙа үткәрергә яраттым. Икеһе лә бар ғүмерен мәғарифҡа арнаны. Иҫ киткес ғәҙел һәм уҡымышлы кешеләр ине. Олатай - һуғыш ветераны, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены кавалеры. Сталинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан, Украина фронтында ла һуғышҡан. Һуғыш тураһында һөйләүен һораһам, нишләптер бер ҡасан да был хаҡта һөйләргә яратманы. Мине иң һоҡландырғаны уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы ихтирамлы мөнәсәбәте булды.
  • Мәктәп йылдарындағы берәй ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаны иҫкә төшөрөп алайыҡ әле, Гөлшат?
  • Икенсе синыфта уҡып йөрөгәндә булды был хәл. Фәнил исемле малай Үҙәк баҙарҙан бер себеш һатып алып килтерҙе. Һары ғына, йомшаҡ ҡына йән эйәһен күреп, гөр килештек. Бер мәл барыбыҙ ҙа, баҙарға барып, себеш килтермәйекме! Йомро ғына һарыҡастар сип-сип килә... Беҙ шул тиклем бәхетле инек... Күп тә үтмәй, тәрбиәсе апай, күреп ҡалып, әрләй башламаһынмы. “Йонсой, хәҙер үлә бит улар”, - тип себештәрҙе кире илтергә ҡушты.
  • Тәүге мөхәббәт хистәрен ҡасан кисерергә тура килде?
  • Азамат исемле синыфташымды эстән генә яратып йөрөнөм. Ул һары сәсле, оҙон буйлы малай ине. Мин уны - “соломинка, ә ул мине “спичка” тип ирештерә торғайныҡ. Һуңынан белеүемсә, Азамат та мине оҡшатып йөрөгән.
  • Мәктәптә нисек уҡынығыҙ?
  • Яҡшы. Башта математиканы ныҡ ярата торғайным. Тик уҡытыусыбыҙ Вилүрә Зиннәт ҡыҙы декретҡа киткәс, был фәнгә һөйөү һүрелде лә ҡуйҙы. Аҙаҡ гуманитар йүнәлешендәге дәрестәрҙе мауығып өйрәнә башланым. Мәктәп кимәлендәге төрлө кисәләрҙе алып барыуҙы йөкмәттеләр. Сәхнәлә Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Назар Нәжмиҙең шиғырҙарын яттан һөйләй торғайным. Яҙыусыларҙың Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән ижад кисәләрендә лә мәктәп исеменән йыш сығыш яһаным. Сәнғәт институтына барырға теләүемде әйткәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Ҡужина, һин мотлаҡ актриса булырға, төп ролдәрҙә уйнарға тейешһең, тине. Әйткәне юш килде остазымдың, аллаға шөкөр, бик күп төп ролдәрҙе башҡарҙым.
  • Гөлшат, белеүебеҙсә, һеҙ кино сәнғәтендә лә үҙегеҙҙе һынап ҡарайһығыҙ: “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”ндә – Гөлсәриә, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”та – Мәрәһимдең ҡатыны, “Ел ҡыуыусы”ла – Гөлсараның йәш сағы, “Өс таған”да – Көнбикә... Ҡайһы өлкә нығыраҡ оҡшай?
  • Театр менән кино икеһе ике төрлө донъя. Кинофильмдарҙа, спектаклдәрҙә тыуҙырған образдарымдың һәр береһе күңелемә яҡын һәм ҡәҙерле.
  • Театр янында һеҙҙең балалар мюзиклы студияһы ла эшләп килә. Ниндәй маҡсаттан ойошторҙоғоҙ уны?
  • Беләһегеҙме, кешенең тормошонда шундай осор етә: үҙе белгәнде башҡаларға өйрәткеһе, бүлешкеһе килә. 2016 йылда асылды студия. Ике сезон эсендә “Ҡорама һәм болот”, “Бремен музыканттары” тигән спектаклдәр сығарып өлгөрҙөк. Бөгөн студияла 7-нән 16 йәшкә тиклемге  30 бала шөғөлләнә. Уларға  актер оҫталығы, сәхнә теле, вокал дәрестәре инә, хореография серҙәренә төшөнәләр. Спектаклдәрҙә уйнағанда әгәр үҙең өсөн генә яуаплылыҡ тойһаң, бында бөтөн коллектив өсөн көйәһең, шатланаһың. Уҡыусыларымдың һәр ҡайһыһын яратам, ихтирам итәм. Элина ҡыҙым ҡай ваҡыт мин улар тураһында һөйләй башлаһам, ай, әсәй, мин һине көнләшәм, тип тә әйтә көлөп.
  • Элина тигәс, ғаиләгеҙ хаҡында ла бер ике һүҙ...
  • Ҡыҙым 19 йәштә. Францияның Ницце ҡалаһында София Антиполис университетында белем ала. Иҡтисад һәм менеджмент тигән йүнәлеш буйынса махсуслаша. Ирем Айрат тауыш операторы булып эшләй.
  • Журнал уҡыусыларға теләктәрегеҙ?
  • Яҡшы уҡыһындар, туған телдәрен һәм шуға өҫтәп, берәй сит телде лә өйрәнһендәр. Изге күңелле, ярҙамсыл булып үҫһендәр һәм һәр ваҡыт яҡты хыялдар менән йәшәһендәр!

Нурия Әхтәмова әңгәмәләште.

Гөлшат Ғайсина
Гөлшат Ғайсина
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: