«Факиһа Туғыҙбаева ҙур тормош һәм ижад юлын үтте, Башҡортостан әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Уның әҫәрҙәре дәреслектәргә индерелде, был иһә әҫәрҙәренең юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй. Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә булды, замандаштары уны яҡшы белә», — тип билдәләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең бүлек етәксеһе Салауат Дәүләтшин әйтеүенсә, Факиһа Һаҙый ҡыҙының ижады — халыҡҡа хеҙмәт итеү. Иҫтәлекле таҡтаташ баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының шағирәгә ихтирам белдереү урыны булыр, тине ул.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев уның Башҡортостан шиғриәтенең лиро-эпик жанры үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев шағирәгә бағышлау уҡып ишеттерҙе, балалар әҙәбиәтенә лайыҡлы өлөш индергәнен билдәләне.
Мостай Кәрим исемендәге фондтан драматург, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева сығыш яһаны. Фонд артабан да шағирҙарҙың ижадын пропагандалау эшен дауам итер, тине ул.
«Аҡбуҙат» республика балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Факиһа Туғыҙбаеваға «Аҡбуҙат» журналы һәм республикала башҡорт телендәге балалар журналистикаһын үҫтергән өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Ул халыҡ тураһында, халыҡ өсөн яҙҙы. Исеме халҡыбыҙ йөрәгендә мәңге һаҡланыр», – тине Бүздәк районы Ҡаңлы-Төркәй ауыл советы башлығы, Ҡаңлы ырыуы рәйесе Ғәли Шәғәлиев.
Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова шағирә тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, әҙәбиәткә ҡағылышлы һорау булһа, уның һәр деталгә үтә лә иғтибарлы булыуын билдәләне.
Факиһа Туғыҙбаеваның ҡыҙы Зөлфиә Кускилдина әсәһенең яҡты иҫтәлеге өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте: «Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына, Яҙыусылар союзына, Өфөнөң Совет районына, көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ шағирәһенә ихтирамын белдерергә килгән бөтә замандаштарыма рәхмәт».