+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бала сағым минең менән йәшәй

Шағир, драматург һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Нәзир улы Әбүзәров 1967 йылдың 29 ғинуарында Ғафури районы Ташаҫты ауылында тыуған.

Бала сағым минең менән йәшәй
Бала сағым минең менән йәшәй

Шағир, драматург һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Нәзир улы Әбүзәров 1967 йылдың 29 ғинуарында Ғафури районы Ташаҫты ауылында тыуған. Имәндәш мәктәбен тамамлағандан һуң, Армия сафында Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. БДУ-ның филология факультетын тамамлай. “Башҡортостан” гәзите, “Һәнәк” журналдары редакцияларында эшләй. Әлеге көндә “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире. Шиғырҙар һәм пьесалар йыйынтығынан торған бик күп китаптар авторы.

Бала саҡ... Йылдар шаршауы артында ҡалмай икән ул, ғүмер буйы һиңә эйәреп йөрөй. Юҡ-юҡта күңел төбөндә уның сың­ла­тып көлгәне, күҙ йәштәренә быуылып буҫыҡ­ҡан саҡтары ишетелеп ҡала, йомшаҡ ҡулы менән сәстәреңә ҡағылғандай була... Минең менән йәшәй әле бала сағым. Сәстәремә йылдар бәҫе ҡунһа ла, ҡайһы саҡта уның ыңға­йына әйләнә-тирәгә бер ҡатлы күҙ ме­нән бағам, һәр нәмәнән сер эҙләйем, донъя әкиәт иле булып тойола…

Ана, ап-аҡ ҡарҙан ялан-аяҡ йүгерә ул ете йәшлек малай. Атаһы ҡапыл сирләп кит­кәс, дауаханаға алып барыр өсөн конюх­тан ат һорарға тип, ҡатаһын да кеймәй сығып сап­ты. Юҡ, аяғы өшөмәй уның, кескәй йөрәген ҡуҙ өтөп бара: тиҙерәк атайҙы ҡотҡарырға кәрәк!.. Бәндәләрҙең битарафлығынан өмөтө һүнеп, өйөнә ҡайтҡас, атаһының һуңғы тап­ҡыр күҙҙәрен асып: “Бәхил булығыҙ!” тигәнен генә ишетәсәк ул. Иртәгәһен атаһын ат сана­һына һалып, мәңге әйләнеп ҡайтмай торған тарафҡа алып киткәс, донъяла йәшәү менән йәнәш үлем барлығын аңлап, күҙҙәре моң­һоу­ланасаҡ...

Бала саҡ!.. Хәтер йомғағым ниңәлер йән­де өткән, күңелде тетрәткән мәлдән һүте­лә башланы. Күҙҙәрен моңһоулыҡ баҫҡан ул малайҙың һауа яңғыратып көлгән, Еҙем буй­лап һалда аҡҡанда тәбиғәт гүзәллегенән хис­кә бирелеп, ҡысҡырып йырлаған, дуҫ-иштәре менән төндәрен йондоҙҙар һанаған саҡтары ла әҙ булманы. Хәйер, тормош үҙе лә, беҙҙең яҡта әйткәнсә, “әүһәләй” кеүек – бер менә­һең, бер төшәһең. Бәлки, шул “ҡалҡыу” һәм “батыу”ҙар аша кеше тормош тәмен, ҡәҙерен нығыраҡ төшөнәлер.

Батыу тигәндән, бала саҡта уҡ батыу ғазабын да татырға тура килде. “Ғазабын” тип күпертеп ебәрҙем, ул саҡта тормош йо­ҙо­роғоноң ҡаты ла, йомшаҡ та булыуын айы­рыр­лыҡ аң кермәгәндер, уҡырға ла төшмәгән инем. Ағайым менән ауыл уртаһындағы Әсе тип аталған бәләкәй генә күлгә ҡаҙ ҡана­тынан карап ебәреп уйнайбыҙ. Бер мәл, ҡапыл аяҡ тайып, күлгә “суп” итеп ҡалдым. Һыу йотоп, аңымды юғалтҡанмын. Бәхеткә ҡар­шы, өҫтөмдәге кейемгә һауа тулып, күл төбөнә ебәрмәгән. Шунда үтеп барған ике ағай күреп, ҡотҡарғандар мине.

Икенсе “батыу” ғүмерлек һабаҡ бу­лып, нығыраҡ хәтеремдә ҡалған. Малайҙар менән бәрәңге баҡсаһы артында ятҡан Атау тигән урманлыҡҡа йомортҡа бешереп ашарға йөрөй торғайныҡ. Аслыҡтан түгел, мәрәкә өсөн. Һәр кем һарай башынан ике-өс йо­морт­ҡа ала ла китәбеҙ. Бер мәл ямғырлы көн­дәр­ҙән һуң аяҙайтып ебәрҙе. Ғәҙәт­тәгесә, биш-алты малай “төйәгебеҙ”гә юл­лан­дыҡ. Бәрәңге баҡсаһына еткәс, туҡтап ҡалдыҡ: буйҙан-буйға күләүек хасил булған. Әлбиттә, икенсе яҡтан урап сығырға ла мөмкин. Мин ни, исемем Салауат булғас, батырлыҡ күрһәтәм, йәнәһе, тураға – күләүеккә төш тә кит. Өс-дүрт аҙым атланыммы, юҡмы – артабан барып булмай ҙа ҡуя. Аяғымды батҡаҡ упты, һурып алырлыҡ түгел. Торам нимә эшләргә белмәй. Оҙон таяҡ табып, малайҙар тартып сығарҙы, аяғымдағы итек һурылып ҡалды. Ғәрлегем­дән илай-илай ҡайтып киттем…

Тормош юлында ла һаҙлыҡтар әйлән­гән һайын осрап тора, уларҙы урап үтә белергә лә кәрәк. Мин-минлеккә барып, “батҡаҡҡа” төшөп китһәң, итегең генә түгел, бәхетең, хатта ғүмерең “убылып” ҡалырға мөмкин…

Күңел төбөндә тағы бер хәтирә баҙ­лап китте. Быныһын һөйләргә теләгем дә юҡ, ләкин йәш дуҫтарыма фәһем булыр, тим.

Бер саҡ өс дуҫ малай Еҙем буйына балыҡ тоторға сығып киттек. Бер дуҫыбыҙ атаһының ауын алған. Бәләкәй инек, ау менән балыҡ тоторға ярамағаны башҡа инеп тә сыҡманы. Йылға эсендә ятҡан ҙур бер ташты уратып ауҙы һалдыҡ та, таш аҫтын таяҡтар менән гөжгөләргә тотондоҡ. Эре-эре балыҡтар ауға килеп һуғылмаһынмы, саҡ һөйрәтеп сыҡарҙыҡ. Балыҡсылар теле менән әйткәндә, ҡолас ҙурлыҡ ун бер ажау эләккән ине. Балыҡтарҙы күргән дуҫыбыҙ: “Малай­ҙар, ау – атайымдыҡы! Шулай булғас, балыҡ­тар ҙа миңә булһын”, – тине. Ике малай бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та: “Ярай!” – тип ҡул һел­тәнек.

Ихлас әйтәм, балыҡтарға күҙ ҡыҙһа ла, йәл түгел ине, ләкин дуҫтың ошо ҡылығы ғына балыҡ ҡылсығы шикелле күңелгә ҡаҙа­лып ҡалды...

Мәрәкә хәлдәргә лә тарылды бала саҡ­та. Кинәнеп һүҙ башлағас, шуларҙың бер-икеһен һеҙгә лә һөйләйем әле.

Минән ике йәшкә өлкән ағайым бер көн, интернатҡа уҡырға барам, тип дәртлә­неп йөрөй башланы. Беҙҙең ауылдан Ишем­бай ҡалаһындағы интернатта уҡып йөрөгән бер тиҫтере уның күңеленә ҡотҡо ойотҡоһо һалған икән. Ағайымдың хәбәре минең ҡолаҡҡа ла килеп эләкте бит, әй. Туҡтале, мин әйтәм, нишләп әле ул ғына городской булып йөрөргә тейеш! Етмәһә, интернатта уҡыған: теге малайҙың кейеменә йәбеште­рел­гән матур ғына эмблема, ялтыр төймәләр күҙҙе ҡыҙҙырҙы. Һоҡланырлыҡ та, беҙҙең кеүек саңға батып

бөткән ыштан-күлдәк кейеп йөрөмәй, хатта дәрәжәһен белеп, теш араһынан ғына сертләтә төкөрөп ҡуя. Элегерәк танауын тартып, шым ғына йөрөй ине, ҡала килешкән быға.

Ағайым менән тотондоҡ документтар йыйырға. Ул саҡта мин өсөнсө класты тамам­лағайным, ағайым бишенсене тоҙлаған. Шу­ға күрә, мине интернатҡа ебәрмәйәсәктәрен самалай үҙенсә, артынан эйәреп йөрөүемә әллә ни иғтибар итмәй. Пускай, йөрөһөн, ти­ҙер. Шулай итеп, күрше ауылдағы мәктәп­тән характеристика яҙҙырып алдыҡ, медпункттан белешмә бирҙеләр. Мин “документтарымды” ҡәҙерләп ҡуйынға тыҡтым, ағайым фуражка­һының эсенә һалып, башына кейҙе. Ҡанатла­нып, хыялдарға бирелеп ҡайтып киләбеҙ шу­лай. Уҡлыҡаяның Ташморон тигән еренә ет­кәс, бер ағай осрап: “Ни эш ҡырып йөрөй­һөгөҙ?” – тине. Ағайым ни, городской булыуы менән маҡтанырға самаланы, шикелле, фу­раж­каһын сисеүе булды, ҡағыҙҙарын ел осороп алды ла китте. Артынан йүгереп, ҡая­ға уҡ үрмәләй башланы был. Тоторһоң!.. Ел­дең ҡойроғо барҙыр шул! Күккә менеп китте ҡағыҙҙары, күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙоҡ. Шунан ағайым арыу ғына итеп бер һүгенде лә: “Суҡынып китһен ҡалаһы!” – тип, ҡул һелтәне.

Бына шулай барып эләктем мин Стәрлетамаҡтағы интернатҡа, йәғни яҙмы­шым­ды ел хәл итте.

Хәтер ишектәре шар асылғас, тағы бер мәрәкә ваҡиға иҫкә төштө.

Уҡытыусыбыҙ шундай хәбәр һалды: “Концерт ҡуябыҙ!” Һәр беребеҙгә концерт номерҙары бүлеп сыҡты, миңә: “Бейергә ая­ғың ағас һымаҡ, йырларға моңоң юҡ. Мә, Туҡайҙың шиғырын ятла”, – тип, “Һыу инәһе” тигән шиғыр тотторҙо. Дәрестәр тамамлан­ғас, малайҙар менән уйнап йөрөгәндә теге ҡағыҙ киҫәге юғалған да ҡуйған. Нимә эш­ләр­гә? Шиғырҙы бер ҡайҙан да таба алма­йым бит, әй. Аптырағас, үҙем яҙырға булдым. Бына ул шиғыр:

(Бер ауыл ҡарты ауыҙынан)

Йылға яры. Мин — көтөүсе.

Күктә ҡояш ҡыҙҙыра.

Ғашиҡ булған егет кеүек

Һандуғастар һыҙғыра.

Бер мәлде һыуға төшөргә

Торғанда, ҡаттым ҡарап:

Күл ситендә ултыра ҡыҙ

Туҙынған сәсен тарап.

Ул алтын кеүек сәсенән

Көмөш көҙгө — быуаға,

Сөбөр-сөбөр, сөбөр-сөбөр,

Һыу аға ла һыу аға.

Нәфсе тигән нәмә бар шул:

Эх, ҡараҡ булһаң ине!

Йә булмаһа, ҡулындағы

Шул тараҡ булһаң ине!..

Оҙаҡ уйлап тормай, малай,

Арттан бар ҙа ҡосаҡла...

Талдар араһынан егет

Килде сыҡты... Шул саҡта...

Нимә менән бөткәнлеген

Һөйләп тороу артыҡтыр.

Бирешмәҫ тә инем былай,

Ни әйтәһең, ҡартлыҡтыр.

Тик һуңынан, ҡарсыҡ белеп,

Әрләне лә, әрләне....

Йылға буйына башҡаса

Бер тапҡыр ебәрмәне..

Шунан башлап, ундай эште

Бөтөнләйгә ташланым:

Эйәһеҙ, тип, ҡыҙ-ҡырҡынға

Хәҙер теймәй башланым.

Концерт бөткәс, сәхнәгә етәксебеҙ күтә­релде: “Мин Туҡайҙың ижады менән яҡ­шы таныш. Бына, Салауат әле генә уның “Һыу инәһе” тигән шиғырын матур итеп уҡыны. Маладис!” – тине.

Бала саҡ… Уны эҙләп артҡа әйләнеп ҡа­ра­майым мин, ул минең менән йәшәй. Һи­рәк-мирәк булһа ла ул малайҙың сыңлатып көлгәнен йә буҫығып илағанын ишетеп ҡа­лам. Әйҙә, көлһөн дә, илаһын да: тормоштоң мәғәнәһе йөрәккә шулай һеңә!..

 

Салауат ӘБҮЗӘР.

 

ҺҮРӘТТӘ: (Уңдан һулға) Фәнүр ағайым, мин, Әмир ағайым. 1970 йыл.

Бала сағым минең менән йәшәй
Бала сағым минең менән йәшәй
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: