Күҙ алдына килтерегеҙ: етди, үҙ эшен белеп эшләгән оло йәштәге кеше. Әйтәйек, Президент, икән ти. Һеҙ уның бәләкәй генә малай сағын, ялан аяҡ йүгереп йөрөүен күҙ алдына килтерәһегеҙме? Юҡмы ни?! Ә бит һәр кемдең сабый, үҫмер сағы бар! “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһы был юлы үҙенең 85 йәшен тултырған Ил ағаһы, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаз Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арнала.
Башҡортостан Республикаһының тәүге Юғары Советы Рәйесе, беренсе Президенты, Рәсәйҙең Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы булған, хеҙмәте I һәм II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, “Почет Билдәһе” ордендары, башҡа бик күп орден һәм миҙал менән баһаланған Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында донъяға килгән. Ауыл бик төпкөлдә, Ырымбур өлкәһе ситендә урынлашҡан.
Ил ағаһының юбилейы айҡанлы беҙ уның бала сағына сәфәр ҡылырға булдыҡ һәм уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
- Мортаза Ғөбәйҙулла улы, бала сағығыҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле?
– Беҙҙең бала саҡ ауыр һуғыш йылдарына тура килде. Хәтерҙә уйылып ҡалған шул йылдарға хас күренеш – юҡлыҡ һәм аслыҡ-яланғаслыҡ... Көн дә фронттан атай, ағайҙарҙан хат көттөк. Атайым һуғышта офицер булып хеҙмәт итте. Яраланып ҡайтҡас, ул өйҙә ни бары өс көн торҙо. Бешерергә аҙыҡ юҡ, фронтовик ҡайтыу хөрмәтенә колхоз дүрт килограмм он бирҙе. Өс көндән ул кире һуғышҡа китте. 1946 йылда ғына ҡайтты.
Тормоштоң бөтөн ауырлығы ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төштө. Аттарҙы һуғышҡа алып китеп бөткәс, баҫыуға ла, урманға ла һыйыр егергә тура килде. Ә беҙ, балалар, нимә ашарға ярай – шуның менән туҡландыҡ, Күнйәп йылғаһында балыҡ тоттоҡ. Бер ҡасан да туйғансы ашарға форсат булманы. Шуныһы ныҡ иҫтә ҡалған: Лениндың иҫтәлегенә арналған байрамды көтөп ала торғайныҡ, сөнки тап шул көндә колхоз байрам хөрмәтенә халыҡты туҡмаслы аш менән һыйланы. Шунан ике көн тирәһе үҙебеҙҙе туҡ һымаҡ хис итеп йөрөй торғайныҡ.
Иртә яҙҙан баҫыуҙа ҡышлаған серек картуф эҙләп, уға әҙерәк он һибеп, ҡоймаҡ итеп бешерә инек. Йәйен башаҡ һуғырға сыҡтыҡ. Әҙме-күпме йыйылған икешәр ус бойҙайҙы, ҡул тирмәнендә тартып, он итәбеҙ. Баҫыуҙа башаҡ һуҡҡаныңды абайлаһалар, йәки өйҙә артыҡ бойҙай күреп ҡалһалар – язаһы ҡаты, башың төрмәгә китә. Иҫләйем, 1944 йылдың яҙында баҫыуҙа ҡышлау башаҡ ашап ағыуланып, ай самаһы дауаханала ятырға тура килде.
- Бала саҡта йыш сирләнегеҙме?
– Ауырыуға бик бирешеп барманым. Сирләп китһәк, халыҡ медицинаһы менән дауалана торғайныҡ. Ныҡ булғанбыҙҙыр күрәһең, берәү ҙә бирешмәне. Заманы ауыр булғанға күрә, сынығып үҫкәнбеҙҙер инде. Малайҙар ҙа, егеттәр ҙә көслө булды. Әрмегә алғандарында улар ир ҡорона ингән баһадир булып китә, ә ҡайтҡандарында тағы ла бәһлеүәнерәк булып ҡайта торғайны. Сөнки ул ваҡытта берәү ҙә иҫерткес эсемлектәр эсеп, тәмәке тартып йөрөмәне. Тәбиғи аҙыҡ та ҙур роль уйнағандыр. Аяҡ аҫтында һибелеп үҫкән ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ирәүән, ҡуянтубыҡ – бер уйлаһаң, ни тиклем витаминға бай үләндәр. Шулар көс биргәндер.
– Һеҙ бала саҡта тыуған көнөгөҙҙө билдәләгәнегеҙ булдымы?
– Элек тыуған көн үткәреү йолаһы бөтөнләй булманы. Торттар ҙа, шәмдәр ҙә, ҡотлауҙар ҙа булманы. Улар һуңынан ғына ғәҙәткә инде. Беренсе тапҡыр тыуған көнөмдө ҡасан билдәләгәнемде хәҙер иҫләмәйем дә. Олоғайғас булды, шикелле, ул. Ғөмүмән, тыуған көндө нисектер билдәләүҙе яратманым, яратмайым да.
– Ә Һеҙ бала саҡта ниндәй уйындар уйнай торғайнығыҙ?
– Малайҙар күберәк спорт менән бәйле уйындарҙы хуп күрә. Бала саҡтан конькиҙа шыуырға әүәҫ булдым. Хоккей уйнай торғайныҡ. Туңған быуаны таҙартып алабыҙ ҙа, ағас һәм тимерҙән эшләнгән “табан”дарҙы быймаға бәйләп, туңған ат тиҙәген шайба итеп уйнай торғайныҡ. Ә ысын профессионал хоккейҙы 60-сы йылдарҙа Өфөлә ҡараным. Шул ваҡыттан алып “Салауат Юлаев” хоккей командаһының көйәрмәнемен.
Йәй етһә, бер төркөм малайҙар менән футбол уйнаныҡ. Хәйер, тубыбыҙ ҙа булманы. Ат ялынан эшләп ала торғайныҡ. Уныһы ямғырҙа еүешләнһә, йомшара, ауыр булып китә. Аңғармаҫтан берәй ереңә килеп эләкһә, күгәрткәнсе һуғыла. Бала саҡта күмәк уйындар уйнаныҡ: бура һуҡтыҡ, “ҡырҡташ” уйынын уйнаныҡ. Ауылда малайҙар күп була торғайны, күңелле булды.
– Ишетеп белеүебеҙсә, Һеҙгә күрше ауылдарға йөрөп уҡырға тура килгән.
– Мәктәпкә 1941 йылда барҙым. Тәүҙә мин күрше Ырымбур өлкәһенә ҡараған Алмалы ауылына йөрөп уҡыным. Атайым да шул ауылда урыҫ ғаиләһендә ете йыл самаһы эшләгән. Ул ғаилә менән беҙ дуҫ булдыҡ. Атайым үҙе урыҫ ауылында йәшәгәс, ул урыҫса бик һәйбәт белде, беҙҙе лә өйрәтте.
Мәктәптә яҙырға ҡағыҙ ҙа, ҡәләм дә булманы. Шулай булыуға ҡармаҫтан, бик тырышып уҡыныҡ. Уҡытыусы – беҙҙең өсөн иң хөрмәтле кеше. Дүртенсе синыфты 1945 йылда тамамланыҡ. Имтихан тапшырҙыҡ. Аҙаҡ уҡыуымды һигеҙ саҡырым алыҫлыҡтағы Теләүембәт мәктәбендә дауам иттем. Директорҙың фамилияһы Яхин булды. Талапсан кеше ине. Анау хәтлем аралыҡтан йәйәү арып киләбеҙ, ә ул һәр көн иртәнсәк дәрес алдынан зарядка эшләттерә торғайны. Шунан бер хәйлә уйлап таптыҡ – мәктәпкә килгәс тә йәшенәбеҙ ҙә, беренсе дәрес башланыр алдынан ғына сығабыҙ.
Ул йылдарҙа ҡыштар ныҡ һалҡын, ҡар күп булыуы менән иҫтә ҡалған. Шул сәбәпле бер ауылдан икенсеһенә йөрөүе ауыр булды. Мәктәпкә саңғы менән йөрөр инек.
- Мәктәпте тамамлағандан һуң күп синыфташтарығыҙ колхозда эшкә ҡалғанда Һеҙ Өфөгә нефть техникумына уҡырға килгәнһегеҙ. Ни өсөн ул уҡыу йортон һайланығыҙ?
- Үҙемде сәнәғәт өлкәһендә күҙаллай инем. Геолог булырға хыялландым. Ул заманда геолог, нефтсе һөнәрҙәре абруйлы булды. Мәктәптән һуң Өфө нефть техникумына имтихан бирергә килдем. Уҡырға инеүе еңелдән булманы. Бер урынға ун ике абитуриент дәғүә итә. Стипендия ла һәйбәт була торғайны. Техникумда уҡыусылар 285 һум, нефть институты студенттары 390 һум стипендия алып уҡый торғайны. Заманына күрә ҙур сумма булды.
- Ул заманда юлда йөрөү ауыр булманымы? Ни тиһәң дә, Тәүәкәндән Өфөгә тиклем 250 саҡырым самаһы...
- Таңғы алтыла тороп, ауылдан Мәләүезгә тиклем ат менән барабыҙ. Киске алтыға саҡ барып етәбеҙ. Төнгө сәғәт ун икелә поезд ҡуҙғалып китә. Өфөгә тиклем һигеҙ сәғәт самаһы барабыҙ. Шуныһы ла иҫтә ҡалған – билет өс һум туҡһан биш тин була торғайны. Өйгә йыш ҡайтып йөрөп булманы, әлбиттә. Өфөләге нефть эшкәртеү заводынан ауылдағы өйөбөҙгә тиклем 387 километр икәнлеген һанап сығарғанымды хәтерләйем.
- Һеҙ “Аманат”, ул ваҡыттағы – “Пионер” журналын уҡығанығыҙ булдымы?
- Нисек булмаһын, “Пионер” журналын бик ҡыҙыҡһынып уҡый торғайныҡ.
- Март айында “Аманат” журналына 90 йыл тула. Журнал уҡыусыларына теләктәрегеҙҙе еткерһәгеҙ ине...
- Уҡырға ынтылығыҙ. Әлбиттә, журналдан айырылмағыҙ. Киләсәктә Башҡортостанға кәрәкле кеше булып үҫегеҙ. Тиңдәр араһында тиң булыу өсөн белемле, алдынғы ҡарашлы булыу кәрәк. Шуны онотмағыҙ – Башҡортостандың киләсәге һеҙҙең ҡулда.
Хөрмәтле уҡыусылар! Бала сағы аслыҡ-яланғаслыҡта үтеүгә ҡарамаҫтан, тырышып уҡып, башҡорттар араһында һирәктәрҙән булып нефтсе һөнәрен үҙләштереп, Өфө нефть заводында иң түбән вазифала эш башлап, директор дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән, артабан ике тиҫтә йыл Башҡортостаныбыҙ етәксеһе булған Мортаза Ғөбәйҙулла улының тормошонан өлгө алығыҙ. Уҡығыҙ, белемле булығыҙ. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың, “Аманат”тың киләсәге һеҙҙең ҡулда.
Ә юбилярға иһә үҙ сиратыбыҙҙа ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, именлек теләйбеҙ!
Миләүшә Байегетова әңгәмәләште.
февраль 2019 йыл.
Бынан бер нисә йыл элек Мортаза Ғөбәйҙулла улының ауылдашы, күршеһе Фәүжәт ағай Әлмөхәмәтов менән осрашып, уларҙың бала сағы тураһында һөйләшеп алғайныҡ.
– Уҡыуға шәп булды Мортаза. Минән бер синыф алда уҡыны. Спорт менән ныҡ шөғөлләнде. Өфөгә техникумға уҡырға ингәс, ҡайтҡан ваҡыттарында бәләкәй йылға буйына текә ярға саңғы менән барып, “Өфөлә шулай итеп трамплиндән һикерәләр” – тип, саңғы менән кәйелеп шыуа торғайны. Ул саңғы менән һикерә, беҙ уның артынан аунай-аунай йүгерәбеҙ.
Мортазаның көслө булыуы бөтә ауыл малайҙары ла белә ине. Һыңар ҡул менән гер уйната торғайны. Ике ботло герҙе күккә сөйөп ебәрә лә, осоп барышлай тотоп та ала. Шунан мине өйрәтә, ә минең көс етмәй. Саҡ ҡулымды һындырманым, - ти ул.