-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Мортаза Рәхимов

Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына – 90 йыл.

Мортаза Рәхимов
Мортаза Рәхимов

         Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Тәүәкән ауылында бынан туғыҙ тиҫтә йыл  элек була был ваҡиға. 1934 йылдың 7 шаҡайында (февралендә) колхоз рәйесе Ғөбәйҙулланың ғаиләһендә таң алдынан ир бала донъяға килә. Кендек инәһе Хәйерниса әбей, «Төклө аяғың менән!» тип сабыйҙы ҡулына алыу менән, йәш ҡатынға ҡарап:

         – Малайың менән ҡотлайым, килен! – тине. – Бына ҡара: сәсе апаруҡ, тауышы ла көр, кәүҙәһе лә дәү! Булыр бала бишектән, тиҙәр. Ҙур кеше булыр улығыҙ, иншалла!

           Бала тауышын ишетеп, ишек алдында сабырһыҙланып йөрөгән Ғөбәйҙулла өйгә кермәйенсә булдыра алманы.

         – Һөйөнсө, Ғөбәйҙулла мырҙам, улың бар! Моратыңа ирештең. Шалҡан кеүек улың һуйған да ҡаплаған үҙең, туп-тумалаҡ! Ғаиләң ишәйеүе менән ҡотлайым!

– Рәхмәт, Хәйерниса әбей, үҙең һау-сәләмәт бул. Улым булһа, Мортаза тип исем ҡушырмын тигәйнем…

– Бик хуп, Ғөбәйҙулла, бик хуп! Мортаза ул ғәрәп теленән «һайлап алынған», «яҡшы» тигәнде аңлата. Балаҡайҙың исеме есеменә тап килһен!

– Улыбыҙҙың кендек инәһе булғаның, уға ниәтләгән исемгә фатиха биргәнең өсөн ҙур рәхмәт, Хәйерниса әбей! Бынау бәләкәй генә бүләкте ҙур итеп ҡабул ҡыл инде, – тип йәш әсәй Ғәлимә кендек инәһенең ҡулына яулыҡ тотторҙо.

– Әйҙәгеҙ, бүләк өсөн доға ҡылып алайыҡ, – тип Хәйерниса әбей аят уҡып алды. – Тәүфиҡлы, аҡыллы бала булып үҫеп, илгә, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итһен Мортазабыҙ! Хоҙай Тәғәлә һәммәбеҙгә лә изге ғәмәлдәр ҡылып, исемебеҙҙе аҡлап йәшәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Әмин.

         – Әмин, әмин, – тине Ғөбәйҙулла менән Ғәлимә, Хәйерниса әбейҙең изге теләктәрен йөпләп.

         …Мортаза кесе йәштән тиҫтерҙәре менән Күнйәп йылғаһында һыу инеп, балыҡ тотоп үҫте. Малай-шалай иртә яҙҙан, ат ялынан туп әүәләп, көҙ еткәнсе ялан аяҡ футбол уйнаны, ҡышын иһә туңған ат тиҙәген шайба итеп сәкән һуҡты. Ауыр һуғыш йылдары  булғанлыҡтан, ауылдың барса сабаталы үҫмере колхоз эшенә лә йөрөнө. Тамаҡтары ас булып, йүнле кейеме булмаһа ла, һуғыш осоро балалары уҡыуҙа ла һынатманы.

         Тәбиғәттән бирелгән һәләткә эйә булған Мортаза башҡаларҙан зирәклеге, отҡорлоғо менән айырылып торҙо. Атаһы алдырған гәзиттәрҙең эре хәрефтәрен биш йәшендә үк ижекләп уҡырға өйрәнде. Мәктәптә гел яҡшы билдәләргә өлгәште. Буш ваҡытында китап уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә әүәҫ булды, йорт эштәрендә атай-әсәһенә ихлас ярҙам итте.

         Бер саҡ Мортаза ауыл китапханаһынан ҡосаҡ тултырып китап алып ҡайтты. Улар араһында, әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш, ер аҫты байлыҡтары тураһында бик ҡыҙыҡлы китап та бар ине. Уны бер тынала йотлоғоп уҡып та сыҡты. Шул көндән геология тигән ғәжәйеп донъяға башкөллө ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Тағы ла ошо хаҡтағы байтаҡ китап алып уҡыны. Һәм бер көндө, һигеҙенсе класты тамамлар алдынан, ата-әсәһенә:

         – Мин геолог йәки нефтсе булырға ҡарар иттем. Өфөгә  уҡырға барырға ине иҫәп, – тип уй-ниәтен ярып әйтеп һалды.

         – Ниәт – ярты ғәмәл, тиҙәр. Беҙ уй-ниәтеңә ҡаршы була алмайбыҙ, үҙ мәйелең, улым. Шулаймы әсәһе? – тине атаһы, ҡатынына ҡарап. 

  • Шулай, беҙ риза, – тине Ғәлимә, Мортаза улына йылы ҡараш ташлап. – Аҡыллы, тырыш  бала булып үҫтең. Аҡыл менән алтын табыла, алтын менән аҡыл табылмай, тиҙәр. Ҡайҙа барһаң да һәр саҡ Хызыр-Ильяс юлдаш булһын!

         … Таң алдынан йоҡонан тороп сәй эсеп алыу менән, ерән ҡашҡаһын егеп, Ғөбәйҙулла улын Мәләүезгә алып китте. Станцияға ҡояш байыр алдынан саҡ барып еттеләр. Поезға Мортазаны ултыртып: «Йыуаш булма, улым,  башыңды бер ҡасан да эйеп йөрөмә, сос бул, тырышып уҡы!» – тип ҡыҫҡа ғына өгөт-нәсихәтен еткереп, ҡулына бер аҙ аҡса тотторҙо.

  • Хуш, атай! Рәхмәт һиңә! – тип вагон ишегенән ҡулын болғаны егет.

         Нефть техникумына конкурс бик ҙур булһа ла, имтихандарҙы һәйбәт тапшырып, Мортаза студент булыу бәхетенә иреште. Шатлығынан тиҙ генә ата-әсәһенә хат яҙып ебәрҙе. Яңы фәндәрҙе үҙләштереүе бигүк анһат булмаһа ла, ул ныҡышлығы, сәмселлеге менән алдырҙы. Уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт тормошонда ла гел алда булды ул. Әзмәүерҙәй егет айырыуса гер спорты менән шөғөлләнергә яратты. 16 килолы ике герҙе бер юлы күтәреп, хатта уларҙы туп урынына күккә сөйөп, күптәрҙе аптыратты. Спорт ярыштарында тиҫтерҙәре араһында уға бөтөнләй тиңләшеүсе булманы.

… Йылдар үтә торҙо. Нефть заводында эшләп йөрөгән арала, кис көндәре уҡып,  Өфө нефть институтын уңышлы тамамлаған егет тиҙҙән абруйлы белгескә әйләнде. Ир аҫылы эштә беленә, тиҙәр бит. Ябай операторҙан ҡоролма етәксеһе, цех начальнигы урынбаҫары, баш инженер вазифаларына тиклем  үрләттеләр Ғөбәйҙулла улы Мортазаны. Һәр эште, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, оло яуаплылыҡ менән намыҫлы башҡарған бай тәжрибәле етәксене бер көн килеп илдә ғәйәт ҙур һаналған Өфө нефть эшкәртеү заводының генераль директоры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар.

Артабанғы йылдарҙа Мортаза Рәхимовтың тормош юлы сәйәсәт менән бәйле булды. СССР-ҙың Юғары Советы һәм БР Юғары Советының халыҡ депутаты булараҡ Башҡортостан өсөн күп изге эш башҡарҙы. Ул 1990–1993 йылдарҙа БР Юғары Советы Рәйесе булып эшләгән осорҙа Башҡортостандың Дәүләт үҙаллылығы тураһында декларация, республиканың төп законы – Конституция һәм  Флаг, Гимн, Герб кеүек дәүләт символдары ҡабул ителде.

…1993 йылдың 12 декабрендә булдыҡлы һәм абруйлы етәксе булып танылған Мортаза Рәхимовҡа оло ышаныс күрһәтелде – республика халҡы уны Башҡортостандың тәүге Президенты итеп һайланы.

Кендек инәһе Мортаза исеменең мәғәнәһен ҡалай дөрөҫ әйткән атаһы Ғөбәйҙуллаға! Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле: Хәйерниса әбей нисек аңлатҡан ул исемде? Эйе, «һайлап алынған», «яҡшы» мәғәнәләрен аңлата был исем. Тимәк, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов  йөҙәрләгән яҡшы кеше араһынан һайлап алынған иң-иң яҡшы етәксе, аҡыл эйәһе һәм оҫта ойоштороусы булып таныла. Кешенең исеме есеменә тап килә, тип боронғолар бер ҙә юҡҡа әйтмәгән шул!

         Мортаза Рәхимов Башҡортостан менән идара иткән 20 йыл эсендә республикабыҙ Рәсәйҙең иҡтисади йәһәттән ныҡ үҫешкән ҡеүәтле төбәктәренең береһенә әүерелде: сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт йылдам үҫте, өр-яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, юлдар, күперҙәр, йорттар бик күп төҙөлдө, социаль мәсьәләләргә иғтибар бермә-бер артты.

            Халыҡ һөйөүен яулаған Башҡортостан Президентын илебеҙ етәкселеге лә ныҡ хөрмәт итте. 2022 йылдың 11 ғинуарында ул мәрхүм булғас, Рәсәй Президенты Владимир Путин башҡорт халҡының бөйөк улын һуңғы юлға оҙатырға килде. Был ваҡиға Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың  Рәсәй кимәлендә ни тиклем абруйлы һәм оло ихтирамға лайыҡ булған ҙур шәхес икәнлеген асыҡ күрһәтте.

            Башҡортостаным, ғәзиз ерем, туған телем тип йән атып йәшәгән, башҡорт халҡының Салауат Юлаев кеүек оло ғорурлығы булған республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың исеме мәңге халыҡ хәтерендә буласаҡ! Уның исеме Башҡортостан һәм Рәсәй тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡалды.

Нияз СӘЛИМОВ

Мортаза Рәхимов
Мортаза Рәхимов
Автор:
Читайте нас: