+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәйҙәр ағайҙы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, уҡытыусы, журналист, прозаик. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялары лауреаты. Йылайыр районының Һабыр мәктәбен тамамлағас, әрме сафында хеҙмәт итә. Фельдшер һөнәрен ала. Артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар мәктәптә һәм башҡа юғары вазифаларҙа эшләй. 2010 йылдан “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире.

Хәйҙәр ағайҙы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Хәйҙәр ағайҙы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Хәтерем яңылышмаһа, миңә 9-10 йәштәр тирәһе ине, шикелле, ауыл уртаһындағы көнкүреш тауарҙары, шәкәр-сәйлеге бер урында һатылған таш кибеткә һатыуға тальян гармун килтерҙеләр.

Берҙән-берҙе. Ян-тирәһе ҡара көрән лакҡа ҡатырылған, һарғылт маҡбал беркетеп биҙәлгән ағасменән ҡоршалған, көмөш телле, артҡы яғының юғары өлөшөндә баҫмалы зыңғырлаҡлы, күреге асыҡ сәскә биҙәкле тауарҙан хасил үтә лә ҡупшы, күрмәлекле нәмәне, күҙҙе ҡыҙҙырып, иң түргә, тәхеткә урынлаштырғандай, бейек ергә ҡунаҡлатып ҡуйҙылар.

Хаҡы ла ашнаҡсы булып эшләгән әсәйемдең айлыҡ эш хаҡына торошло — 50 һум да 70 тин. Көн һайын шул гармунды күҙләргә йөрөй башланым. Барам да, Ер йөҙөндәге ете мөғжизәнең береһенә юлығып арбалғандай, түбә йәнәшәһендәге кәштәгә төбәләм. Хатта ҡайһы саҡ, иртәрәк килеп, һатыусының кибетте асыуын көтәм. Үҙем хыялланып торам: имеш, шул тальянды һыҙҙырып, ҡаршыға осрағандарҙың һуш-зиһенен алып, хисләндереп, ауыл урамы буйлап атлайым, артымдан, йәнәһе лә, көтөүе менән ҡыйпысыҡ ҡыҙҙар эйәргән: Нәсимә, Зәкиә, Гөлнур, Флүрә, Айһылыу, Зилә, Мәүлиҙә, буласаҡ кәләшем Лида, килештереп, ҡултыҡлап алған да миңә һыйынып ҡына, һоҡланып, наҙлы ҡарашы һирпелеп, әкрен генә атлай. Имеш, кискеһен инде мине түбәнге осҡа туйға саҡырғандар, иртәгәһенә — Байғужаға, иртәнән һуң — Ашҡаҙарға, унан ары инде Ҡаҙыршаға саҡырылғанмын. Бөтөн ерҙәге мәжлестә лә урыным табын түрендә, көллөһөнә кәрәкмен, һәммәһе лә килеремде сабырһыҙланып көтә. Шулай булмай тағы, мин бит — бармаҡтарына күҙ эйәрмәҫ дан гармунсы, күңел астырыусы, ҡунаҡ йәме!

Хистәр диңгеҙендә йөҙөүемде шауҙырлап, йоҙаҡ асылыуы бүлә. Кибеткә инәм дә, өй мөйөшөндәге иконаға табынған урыҫтай, тальянға текәләм дә торам. Ай самаһы шулай ҡабатланды. Башта бер генә уй: “Берәй аҡсалыһы алып ҡына ҡуймаһын инде, ул саҡта мин фәҡиргә һоҡланырға тағы нимә ҡала?” Шулай тип, эстән көйөп янам да, форсат сығыу менән балаҡ остары бөрмәле, резинкаһы бушаған ҡара сатин ыштанымдың бил тапҡырын йоҙроғома ҡармап, кибет яғына ҡарай юрғалайым. Күктәге Тәңре ихлас, эскерһеҙ үтенесемде ишеткәндер, ҡабул ҡылғандыр, күрәһең, гармунды оҙаҡ ваҡыт берәүгә лә тоттороп ебәрмәне.

Бер көн көтмәгәндә, күрше ауылдан ҡайтышлай, тирләп килеп, һалҡын шишмә һыуын ҡомһоҙланып һемергәндән, Һаҡмарҙа тән күгәргәнсе ҡойонғандан һуң сәсрәп ауырып киттем. Үпкәһенә һалҡын тейгән, тип, ауыл түңендә урынлашҡан участка дауаханаһына һалдылар. Көнөнә әллә нисә тапҡыр янбашымды уколдар менән бешекләһәләр ҙә сәләмәтлегем алға китмәне, нишләптер. Тәүлек әйләнәһенә тән температураһы төшмәй, баш зыңҡып ауырта, быуындар таралып бара, атлауҙан яҙҙым һуңғы сиктә, өҫтәүенә ҡан төкөрәм. Әсәйем көндә килә, алдыма тәм-том өйә, ә минең тамаҡҡа аш ҡына түгел, йотом һыу ҙа үтмәй.

“Хәлең нисек, балам?”, – ти ул, маңлайыма шырауланып бөткән һалҡынса усын баҫып. Шул шыраулы йомшаҡлыҡ, илаһи йылылыҡҡа әүерелеп, йәнемә үтеп инә, ҡан тамырҙарым буйлап тарала. Миңә рәхәт, миңә шул тиклем дә рәхәт. Ирендәремде саҡ ҡыймылдатып, бышылдайым:

— Әсәй, теге тальянды әйтәм, урынындамы икән?

— Ҡайҙа ғына китһен, шунда инде.

— Элекке көн, йә кисә күргәнде һөйләйһеңдер, бөгөн һуң барып ҡараныңмы?

— Әле генә шул яҡтан килә ятыуым.

— Һатыусыға әйт, сит-яттарға осороп ҡына ҡуймаһын берүк!

— Сит-ят тигәнең кемдәр инде ул?

— Осраҡлы үткенселәр, күрше ауылдыҡылар, шулай уҡ Васильевка, Ивановка урыҫтарының күҙенә эләгеүе лә бар.

— Әгәр беҙҙекеләрҙең берәйһе алһа, ни эшләрһең?

— Көн һайын барып, ҡарап йөрөрмөн. Күңеле аҡ тальян хужаһы, моғайында, уйнап өйрәнергә лә рөхсәт итер. Иң мөһиме ҡот ауылыбыҙҙан китмәһен, ҡөҙрәтле бетеү һымаҡ бит ул гармун!

— Ҡот. Бетеү. Хыялыйһың да инде, балам, ерле-юҡта әллә ниндәй сағыштырыуҙар уйлап сығарырға хиресһең!

– Әсәйем ауыр көрһөнөп ҡуя ла дауам итә.

– Һатып алһын тип ебәрәләрҙәһә тауарҙы!

— Икенсе йыл ҡәҙимге ҡулараһына керәм бит, ат башына сығырмын, юҡ тигәндә, бүлексәнең бесәнен күбәләргә. Йәйге хеҙмәт өсөн бухгалтер Яңыбай ағай, йомартлығына барып, 25 һум самаһы яҙа, тиҙәр. Ике йыл эшләһәм тальянлы булырмын.

— Улайһа, шулайтырбыҙ, һатыусыны иҫкәртеп ҡуйырмын, киләһе йылға һиңә эш тә белешермен... – Әсәйем шулай ти ҙә яңынан маңлайыма усын баҫа.

— Улайһа, Хәнә апай, гармунды юғарынан төшөрөп, әҙәм күҙенән ҡасырып, йырағыраҡҡа ҡуйһын, әйт, бәләһенән баш-аяҡ.

— Уныһын да өҫтәрмен, ағас игәү! – тигән шелтәләүҙе лә ишетәм, ниһайәт, мәгәр аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып, һөйләшеүҙән арып, күҙҙәремде йомам...

Бер көндө иртәнге тикшереүҙән һуң күршебеҙҙә йәшәгән фельдшер Татьяна апай яныма инде. Уның ире Нурислам ағай бүлексәлә механик вазифаһында эшләй, Лена, Лида исемле ҡыҙҙары, Валерий исемле улдары бар. Татьяна апай әллә кемеңде һатып ебәрер кимәлдә башҡортса ыҡмыҡһыҙ таҙа һөйләшә.

Күршеләребеҙ, ишетеп белеүемсә, үҫеп еткәс тә Лиданы миңә кәләш итеп бирмәксе икән. Шуға, үҙ яртымды эҙләп, ер аяғы ер башына сабаһы түгел, йәрәшелгән яртым, маңлайға яҙғаны эргәлә генә. Килен төшөрөү йолаһы ла мәшәҡәтле, сығымлы булмаҫ, бирнәне ике өй араһындағы бәләкәй ҡапҡа аша сығарыу ҙа етә. Фиғелдәребеҙ тап килмәй айырылыша-нитә ҡалһаҡ та холоҡһоҙ ҡатындың кейем-һалымын, түшәк-яҫтыҡтарын, өс тапҡыр талаҡ ҡысҡырып, баһыу (кәртә аша ғына) аша теге яҡҡа быраҡтырып ҡотолормон. Шуның менән бөттө-китте, вәссәләм!

Әлегә ҡәҙеремде ебәреп, насар ҡылығымды күрһәтеп өлгөрмәгәнгә, ҡәйнә һәм ҡайны булаһы кешеләр икеһе лә мине кейәү, тип атай, ошо туғанлыҡ дәрәжәһенә күнеп бөткәнмен, ҙурлауҙы, ололауҙы урынлы һымаҡ ҡабул итәм. Кейәү-бала мәшәҡәттәре лә артыҡ ауырҙан түгел, күршеләрҙең көтөүҙән ҡайтҡан малын индерешергә тейешмен дә, тотош хужалыҡтарын ҡарап, бағып, һеперелеп үк йөрөмәһәм дә һирәк-һаяҡ ишек алдарын һепереп алырға бурыслымын.

— Йонсоп та киттең, берике көнгә өйгә ҡайтып, ял итеп алаһыңмы әллә? – Был юлы буласаҡ ҡәйнәм нишләптер “кейәү”ҙән һалдырманы.

— Атлап бумай бит, апай, башым әйләнә...

— Ә һине Нурислам ағайың күтәреп кенә алып ҡайтыр, алыҫ ара түгел бит!

— Әлләсе... Әгәр кире килтереп ҡуйырға ҡыйынһынмаһа....

Ошо һүҙҙәрҙе генә көткәндәй, асыҡ ишектә Нурислам ағай пәйҙә булды. Ә өйҙә мине баштан ашҡан оло шатлыҡ, күккә сойорғотор ҡыуаныс көтөп торған. Түрҙәге өҫтәл өҫтөндә теге гармун ултыра! Икмәк өҫтө — үҙе!

Матурлығы һиңә әйтәйем, донъябыҙҙы балҡыта, күркәмлеге торлағыбыҙҙы йәмләй! Ҡыуаныстан илап ебәрҙем...

Ниндәй ҙә булһа көй ишараты сығарырға маташып, шул тальянды ике-өс көн тызҡылдаттым, шунан уны, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, дауаханаға алып киттем. Бында артыҡ тауышланырға, шауларға ярамағанлыҡты белгәс, ҡәҙерле нәмәмде, эргәмә һалып, һыйпап ятам да, ҡосаҡлап, йоҡлап китәм. Һәм аяҡҡа баҫтым бит теүәл бер ай тигәндә!

Шулай итеп, гармунсы яһамаһа ла, тальян гармун аяҡҡа баҫтырҙы мине, хатта әйтер инем, әжәлдән әрсәләп алып ҡалды.

Хәйҙәр ағайҙы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Хәйҙәр ағайҙы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас: