1-се синыфҡа Үтәшева Волгоград ҡалаһында бара. Ләйсән ВК сәхифәһендә ошо турала хәтирәләрен яҙған:
"1992 йыл, Волгоград, инглиз телен тәрән өйрәнә торған 50-се гимназия. Иҫемдә, үҙем менән бик ныҡ ғорурланғайным, сөнки был мәктәп ҡалала иң яҡшыларҙан һанала һәм унда йә бик һәләтле балалар, йә бай ата-әсәләрҙең балалары уҡый торғайны. Ғаиләбеҙ байлыҡ менән айырылып торманы, үҙемде һәләтле тип тә һанамай инем, әммә мине алдылар, сөнки минең инглизсә әйтешемде оҡшаттылар. Уның менән бер ҡасан да шөғөлләнмәһәм дә.
Иҫемдә, мин синыфта берҙән-бер башҡорт ҡыҙыҡайы инем һәм тиҙ арала шулай уҡ ғәҙәти булмаған исемле ҡыҙ менән дуҫлаштым: исеме Гаянэ, үҙе әрмән ине. Йәберләү булманы. Йорт ихатаһында исемем арҡаһында ҡайһы берҙә эләкһә лә, мәктәптә бөтәһе лә дуҫтарса мөнәсәбәттә булды. Хәйер, миңә яҡын килеү мөмкин дә түгел ине, сөнки мин Гаянэ менән генә түгел, бөтә малайҙар менән дә дуҫлаштым. Үҙемдең футбол командаһы менән казаки-разбойники уйнайым, уларҙы өйҙә әсәйем бешергән манты менән һыйлайым (әсәйем йәштәргә нисек ярарға белгән))).
Иҫемдә, математиканан үҙемде бик тиҙ күрһәттем, ә бына рус теле менән бәлә: минең беренсе телем түгел ине бит ул. Мин бәләкәйҙән башҡортса һөйләшә һәм уҡый инем. Тәүге диктантта мин "аб-тека" тип яҙғанмын".
Ләйсән Үтәшева – бөгөн ике бала әсәһе, ҡыҙына 11, улына 9 йәш. Тормош иптәше Павел Воля менән бик татыу йәшәйҙәр, быйыл никахтарына 12 йыл тула.
Ләйсән менән Павелдың үҙ-ара мөнәсәбәте йәштәргә лә өлгө булырлыҡ. Һөйөклө ҡатынын тыуған көнө менән ҡотлап, Павел ғәжәп тәрән мәғәнәле, йылы һүҙҙәр яҙған. Ләйсән ҡотлауҙы ВК-лағы сәхифәһенә һалған. Тәржемәһен уҡып ҡарағыҙсы бына.
"Йыл һайын мин һинең тыуған көнгә ниндәйҙер шиғырҙар яҙам, әммә бөгөн ябай итеп һәм уйлап тормайынса яҙам.
Мин һине яратам. Мин һиңә рәхмәтлемен. Һинһеҙ тормош нисек булыр ине икән тип хатта күҙ алдына ла килтергем килмәй. Һин эргәмдә булмаған бер минут та миңә кәрәкмәй.
Беҙҙең өй һинең көлөү менән тулған. Һин шундай мәрәкә итеп әрләшәһең. Һинең идеяларың иң текә. Һинең энергия бөтә ерҙе тултыра. Һин – иң ныҡ яратҡан һәм яуаплы әсәй. Һин – бәләкәй ҡыҙсыҡ. Һинең оялсанлығың, уңайһыҙланыуың был донъялағы иң ҙур һөйкөмлөлөктөр. Һинең һөйөүең беҙҙең ҙур ғаиләлә барыһына ла етә. Беҙ быны тоябыҙ. Һин бик ныҡымыш. Һине туҡтатып булмай.
Эштә һин ниндәй!!! Профи. Талант. Аныҡлыҡ. Камиллыҡ сигенә еткән бейеү. Һине күҙәтеү һәм һинән өйрәнеү ниндәй кинәнес.
Һин һәйбәтһең, ләкин һине рәнйетергә ярамай. Һине йәберләргә батырсылыҡ иткән кешенең хәленән көнләшмәҫ инем. Беҙ бында икәүбеҙ, һәм мин унан икеләтә көнләшмәҫ инем.
Һин тотош донъяны ҡоса алаһың. Һин һәр кемде йәлләйһең. Һин күҙ алдына килтереп булғандан да күберәк ярҙам итәһең. Һин изгелекте былай ғына бүләк итәһең һәм уның өсөн яуапҡа бер нәмә лә көтмәйһең.
Һәм тағы, һин – бөтә Ғаләмдәге иң матур ҡатын. Һәр минутта.
Күп йылдар элек хыялымдағы ҡыҙҙы һүрәтләп яҙырға ҡушһалар, мин был тексты яҙа алмаҫ инем. Сөнки һинең кеүектәрҙең хатта булыу мөмкинлеген дә күҙ алдына килтерә алмаҫ инем. Ә ундайҙар юҡ та. Сөнки һин бар. Ошондай һин берәү генә.
Тыуған көнөң менән, ҡош! Ҡанаттарыңды йәйеп ос. Һинең осошоң – был планеталағы иң шәп тамаша.
Хоҙай һаҡлаһын һине. Бер нәмә тураһында ла борсолма. Мин яныңда".
Ләйсән Раевкаға, өләсәһе Зөбәржәт Сәғәрйәр ҡыҙы менән олатаһы Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы Кирәевтар янына йыш килә. Балалары һәм тормош иптәше Павел Воля менән тыуған йортта, йәмле Әлшәй районы тәбиғәтендә ял итеп китәләр. Ләйсәндең әсәһе Зөлфиә ханым бер нисә йыл элек 47 генә йәшендә инфркттан мәрхүм булып ҡалғайны.
Фотоларҙа: Ләйсән 1-се класта; Ләйсән Үтәшева менән Павел Воля 2023 йылда ТНТ программаһы тапшырыуын әҙерләгәндә сүллектә төшкән фото.
Сығанаҡ: Ләйсән Үтәшеваның ВК сәхифәләре.