”Өрәктәргә һунар итеүселәр” киноһын ҡарағандан һуң, миңә – 9 йәшлек малайға бөтә ерҙә лә өрәктәр күҙгә күренә башланы. Мин ялан-дала малайы. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы урманлы яҡта йәшәй ине. Мин ағайыма ҡунаҡҡа барһам, ауылдан ситкә сығырға ныҡ ҡурҡа инем. Ағас араһындағы төрлө януарҙар мине тотоп ашарға әҙер һымаҡ тойола ине.
Бер мәл ағайым мине күрше ауылға алып китте. Көтөүсе булып эшләгәнгә күрә, уның аты ла бар. Ағас тәгәрмәсле арбаға йәш үлән сабып һалып ултырып ун километр алыҫлыҡтағы күрше ауылға юлландыҡ. Юл ҡалын урман аша үтә. Ҡайынлыҡ һәм ҡарағайлыҡ. Барғанда ятып барҙым. Шул хәтлем күңелле булды. Ҡайтырға инде эңер төшөп килгәндә юлға сыҡтыҡ. Мин ағайымды, ат төндә күрә аламы, ҡайҙа беҙҙең фарҙар, тип маҙаһыҙлай башланым. Ҡурҡма, ат өйөнә юл таба ул, тип тынысландырырға тырышты ағайым. Тик мин аҙашыуҙан түгел, төнгө урмандан ҡурҡам бит, ә шөрләүем тураһында – ләм-мим. Телевизор ҡарағанда шул ҡара урмандан төрлө ен-пәрейҙәр килеп сыға торған ине. Ә мин алдан әйткәнемсә дала балаһы инем.
Ҡайтҡанда ятманым, тик ултырып ҡына барҙым. Ағайым алға ҡарап барғас, арҡаға һөжүм итеп ҡуймаһындар тип, мин артҡа боролоп ултырҙым. Өф иткәндәй ҙә ел юҡ. Бара торғас ҡарағайлыҡты үтә башланыҡ. Мәңге йәшел ағас ботаҡтары ҡояш нурҙарын үткәрмәгәс үлән юҡ. Унда-бында ҡырмыҫҡа иләүҙәре генә тороп ҡала. Йығылған ағастарҙың ботаҡтары мәскәй әбейҙең ҡулдары кеүек. Ана тотам, бына тотам тигән кеүек тойола миңә. Шул мәл янымдан ғына ярты метр киңлектәге түңәрәк өрәк осоп китте. Тыным ҡыҫылды, маңлайымдан һалҡын тир бәреп сыҡты... Кинолағы кеүек ҡысҡырырға кәрәк, тип уйлаһам да, йөрәк шөрләй. Бына икенсеһе лә осоп китте. Тағы берәү, икәү... Был өрәктәр ояһылыр ул, тигән уй йүгерҙе баштан. Бөтә көсөмде йыйып ағайым янына боролорға булдым һәм...Ни күҙем менән күрәм: ул өрәктәр ағайымдың ауыҙынан сығып тора икән. Тәмәке тартып килгән бит был. Ә ел булмағас төтөн таралмай, өрәктәр кеүек осҡан янымдан. Был турала ауылға ҡайтҡас ҡына һөйләнем ағайыма. Ул минән рәхәтләнеп көлдө инде. Ҡурҡанға ҡуш күренә тине лә үҙе менән булған ике хәлде һөйләп ишеттерҙе.
Беренсе хәл:
Бер мәл ағайыма эш буйынса икенсе ауылға барырға кәрәк булған. Эңер ҡуйырып, төн дә еткән. Арбала кинәнеп ултырып китеп барған ағайым арттан берәүҙең үҙен күҙәтеп килгәнен тоя. Кинәт кенә боролһа, башһыҙ бер мал килә, ти. Ағайым ҡурҡышынан атын ҡыуалай башлаған. Ләкин теге башһыҙ нимәкәй бынан оҙаҡ ҡына ҡалмай килгән, ти. Күҙгә күренгәндер, тип иртән кире шул юл менән ҡайтып килһә, башы ҡара, кәүҙәһе аҡ быҙау быға мөңрәп тороп калған икән.
Икенсе хәл:
Быныһы ла төндә булған хәл. Урау булһа ла юл яҡшы, тип халыҡ мәҡәле әйтһә лә, ағайым тура һаҙлыҡ аша сығырға булған. Арбаһының тәгәрмәстәре бысраҡты иҙгеләй. Инде сығып еттем тигәндә генә берәү сыбыртҡы менән ағайҙың арҡаһына берҙе тартып ебәрмәһенме, әй! Йәһәт кенә артҡа ҡарай –бер кем дә юҡ. Бер нисә секундтан тағын берҙе шып итеп ҡалды, ти. Ағайым шөрләй төшә, атын шәберәк ҡыуалай башлай. Ат тиҙлеген арттырған һайын теге нәмә шәберәк һуға икән. Ағайым, түҙмәй, арбаһынан һикереп төшкән. Ҡараһа, арбаһының артҡы тәгәрмәсенә буйтым оҙон сыбыҡ уралған икән. Был ситтә ултырғас, сыбыҡ тәгәрмәс әйләнеп сыҡҡан һайын арҡаһына һуғып ебәргән булған.
Күп йылдар үтте инде. Хәҙер мин дә бер сирек быуат ҙур ҡалала торам, ләкин шул мәлдәге мажаралы баласаҡ һәр саҡ иҫемдә.
Марат Булатов