Бөрйән егеттәренең тормошон урманһыҙ, айыуһыҙ һәм, әлбиттә, мылтыҡһыҙ күҙ алдына баҫтырыу мөмкин түгел инде ул. Мылтығың юҡ икән, һыҙма йә уҡ-ян тотоп, һис бер ҡорал тапмағанда билеңә балта ҡыҫтырып булһа ла сығаһың ҡырға. Үткер бысаҡ иһә итек ҡунысында һәр ваҡыт әҙер йөрөй.
Бәләкәй генә саҡтан әсәйемдең олатаһы Сәйфетдин менән атайымдың олатаһы Мырҙагилденең, бер урыҫты эйәртеп, айыу ауларға барғандары, мылтыҡтарының кәрәк ваҡытта атмауы сәбәпле мажараға тарығандары хаҡында риүәйәтте ныҡ ҡына хәтеребеҙгә һеңдергән инек.
Өңгә тыҡҡан һөңгөһө һынып киткәс, тәрән көрт эсендә айыу менән әрһеҙ генә һуғышҡан-һуғышҡан да, тегеһе ысҡынып ҡасҡандан һуң: “Эх, ҡуныста бысаҡ булманы! Айыуҙың эсен ярып ебәрер инем бер ыңғайы!” – тип әйткән, ти, йәше етмешкә етеп килгән Сәйфетдин олатай. Мырҙагилде олатай, карабинға ышанып, һыҙма мылтығын өйҙә ҡалдырып киткәне өсөн үкенгән, ҡайтҡас, урыҫҡа алмаш ыштан эҙләп ҡаңғырғандар, имеш...
Тәүге тапҡыр айыу атырға теләүем 2-се синыфтан һуңғы йәйге каникулда булды, шикелле. Шүрәле яланында бесән сапҡан әсәйем менән апайыма һаҡсы итеп атайым мине ҡалдырҙы, яурыныма ҡушкөбәген аҫып. Үҙе совхоз эшендә – силос әҙерләүҙә. Бер мәл кемдер ҡысҡырғанға ҡараһаҡ, юл яғынан беҙгә табан уҡытыусыбыҙ Земфира инәй йүгереп килә. “Тәлғәт! Айыу! Айыу!” – ти. Мине атайым тип уйлаған икән.
“Бесән сабып йөрөйбөҙ, ә бакуй башында бер айыу балалары менән, беҙгә ҡарап тороп, муйыл ашап тик ултыра, – тип һөйләне әсәйемә. – Тәлғәт кейәү барып, атып, ҡурҡытһа ине”. Миңә ышаныс белдереүсе булманы. Исмаһам, берҙе һауа ға ғына булһа ла атырға рөхсәт итһәләр, тиһәм... Хәйер, әсәйем дә шәп ине ул: мылтыҡтан атып, әллә ҡайҙағы шырпы ҡабына тейҙерә торғайны.
Кискә ҡарай атайым килде лә беҙҙе икенсе сабынлыҡҡа эйәртеп алып китте. Артта ҡалып, мылтыҡты һауалағы самолетҡа тоҫҡап киләм. Фашистарҙыҡы булһа, атып төшөрәм, йәнәһе. Шунан бер мәл атайым саҡырып алды: “Айырылып барма, ана, йылға буйында айыу йөрөп ята”, — ти. Юрый ҡурҡыталыр, тинем.
Сабынлыҡҡа килеп етеп, һыу буйына төшөп ҡараһаҡ, ысынлап та, бер ҙур һәм ике бәләкәй айыуҙың яңы ғына үткән эҙҙәре ята. Шөрләү түгел, әллә ни аптыраманым да. “Миңә тигәнен дә бөтөрә яҙғандар!” – тип әрләй-әрләй, айыуҙарҙан ҡалған муйылды ашау менән мәшғүл инем.
Үҫмер саҡта йәйгеһен ауылдан ун саҡырым алыҫлыҡтағы сабынлыҡта өсәүбеҙҙең – мин, Данияр, Фидан – ҡуна ятып эшләгәнебеҙ бик ҡыҙыҡлы мәл булып иҫтә ҡалған. Иртәнсәктән ҡараңғы төшә башлағансы бесән сабабыҙ ҙа, төнгә ҡарап айыу аңдырға сығып китәбеҙ. Өсөбөҙгә – ике эт, һыңар көбәкле бер мылтыҡ, бәләкәй бысаҡ һәм... саңғы таяғы.
Бер кистә шулай Әсебар йылғаһында айыуҙы тап иттек тә Данияр атып алмаҡсы булды. Фонарь тоҡандырып, яҡтыртып ҡараныҡ: яҡынса йәш ярымлыҡ айыу йылғаға арҡыры ҡолаған ереккә ултырған да, бер ҡулы менән өҫтәге ботаҡҡа тотоноп, икенсеһе менән эттәрҙе ҡыуып маташа. Фидан, айыуҙы йәлләп, ағаһының мылтығына йәбеште: “Атма, атма!” Данияр, бер килке уйлап торҙо ла, ерҙән таш алып, баяғы ерек яғына бәреп ебәргәйне, айыу йылға үренә шаптыр-шоптор йүгереп ҡасып китте.
Йөрөмәгән ер, ҡылмаған нәмә ҡалмай торғайны, бесән өҫтө булһа ла. Кәкрегәбән тауына менеп, бөркөт ояһы эҙләү тиһеңме, Айғарағайҙа айыуҙың һоло баҫыуына килгәнен көтөүме, балыҡ ҡармаҡлау һәм һуйыр атып алыуҙармы, Уна йылғаһын быуып, ағышын үҙгәртергә тырышыу мы, күршелә бесән әҙерләгән мәктәп директоры Марс ағайҙың күбәләрен үҙе күрмәгәндә дилбегә менән йылға буйына тартып төшөрөүме – һәр ҡайһыһы үҙе бер мажара. Ә инде башҡа ваҡыттарҙы ла иҫләһәң, бала саҡтың бәхетле көндәрен һанап бөтөрөп тә булмаҫ.
Даян МӘЖИТОВ