Миңлеғәфүр Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған. Ғаилә ҙур була, ул – балаларҙың иң төпсөгө, ун беренсеһе. Әсәләре оҫта ҡумыҙсы, мандолиналасы булғас, балалар ҙа бәләкәстән йыр-моң тыңлап, үҙҙәре лә уйнарға өйрәнеп үҫә. Миңлеғәфүр бәләкәйҙән ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, баянда уйнай. Концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа алдан йөрөй. Үҫә төшкәс, район һабантуйҙарында көрәшсе булып та таныла.
Бөгөн Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының танылған солист-инструменталисы, әүҙем педагог, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты.
Арҙаҡлы ҡумыҙсы Урта Азия илдәрендә, Рәсәй төбәктәрендә, Башҡортостанда төрлө музыка бәйгеләрендә еңеүсе булды. 2011 йылда Яҡут-Сахала үткән Бөтә донъя варган музыкаһы бәйгеһендә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов егерме йылға бер тапҡыр ғына бирелә торған «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ була. Башҡорттар араһынан был юғары музыкаль титулды 1991 йылда Миңлеғәфүрҙең остазы Роберт Заһретдинов яулай.
Музыкант ижади форумдарҙа, фестивалдәрҙә булғанда эксклюзив коллекцияһын туплай, донъя илдәрендәге варган төрҙәрен алып ҡайта, Уның ҡумыҙ коллекцияһында йөҙҙән ашыу варган бар: мунхарпе, клакаморе, мультромель, данмой, муккури, окарина, ҡырғыҙ тимер-ҡумыҙы (башҡорт ҡумыҙына яҡын), венгр доромбаһы, вьетнам танклеһы, филиппин кубингы һәм башҡалар.
Ҡумыҙҙар һәм башҡа музыка ҡоралдарының бай йыйылмаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Өфөлә ойошторған «Ҡумыҙ йорто»нда һаҡлана. «Ҡумыҙ йортона» килгән ҡунаҡтар алдында артист башҡорт ҡумыҙын пропагандалай, стереофоник яңғыраш биреүсе «ике ҡыллы» ҡумыҙҙа уйнап ишеттерә.
Ҡумыҙсы төрлө халыҡтарҙың варгандарында бик оҫта уйнай. Американың башаҡлы ҡумыҙы клакаморҙа ул, башҡорт көйөн башҡарып, ат тояғы һәм ҡош тауыштарын һүрәтләй, ә башҡорт танау флейтаһы хайранда немец композиторы Джеймс Ласттың «Ябай көтөүсе» көйөн уйнай...
«Башҡорт көйҙәре моңлораҡ, ә башҡа халыҡтарҙыҡы тауыш оҡшатыуҙарға, имитацияға – ел шаулауы, япраҡтар ҡыштырлауы, ат тояғы һәм башҡа тәбиғәт тауыштарын һүрәтләүгә – ҡоролған. Беҙҙең ҡумыҙҙа уйнау алымдары байтаҡ: бер һәм биш бармаҡ, шулай уҡ ҡул суғы менән уйнарға мөмкин. Был алымдар менән уйнағанда көй байыраҡ килеп сыға», – ти артист.
Концерттарында Миңлеғәфүр варгандың төрлө төрөнөң яңғырашын күрһәтә, тауыш сығарыу алымдарын аңлатып, халыҡ менән аралаша. Тамашасылар музыканттың бөтә манипуляцияларын ҡыҙыҡһынып күҙәтә: аңҡау, тамаҡ, ирен, тел ҡатнашлығы, тын алыу, һуҡма уйнау алымдары ҡыҙыҡһыныу уята. «Ҡумыҙҙа уйнағанда диафрагманың хәрәкәтендәге үҙгәрештәр яңғырашҡа яңы төҫ бирә. Ҡумыҙҙа уйнау сәнғәт төрө генә түгел, ул тын юлдары өсөн бик файҙалы күнекмә һәм туҡтауһыҙ массаж. Ул астма һәм бронхиттан ҡотҡара. Был фәнни раҫланған факт!» – ти ҡумыҙсы.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ағас ҡумыҙҙы тергеҙеүсе булараҡ та билдәле. Үҙе эшләгән ағас ҡумыҙҙа йәштәрҙе өйрәтә, ансамблдәр төҙөй. Концерттарында ҡумыҙҙың ошо боронғо төрөндә уйнап ишеттерә.
Заманса ижади ҡарашлы музыкант өсөн иң ҙур байлыҡ – репертуар. Уның музыкаль архивында – үлемһеҙ башҡорт халыҡ көйҙәре «Циалковский», «Форт Перовский», «Порт Артур», «Байыҡ», «Гөлнәзирә», «Шәл бәйләнем», үҙе ижад иткән «Ауылым иртәһе», «Дала моңо», «Уйҙар даръяһында», «Сал быуаттар ауазы» композициялары, халыҡ көйҙәренән теҙмәләр.
Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү һәм таратыу, йәштәргә музыкаль-эстетик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара. Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә һәм райондарында ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре ойоштора. Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Төмән өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында, Татарстанда, Новосибирск, Томск, Һамар ҡалаларында, Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә.
Виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов республикбыҙҙың иң юғары наградаларының береһе – Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителде.
Әлфиә Ғимаҙиева,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.