Алтын йондоҙло Фәхирә
Хикәйә
Ирәндеккәй тауҙай, эй, тау ҡайҙа?
Ҡыҙыл йылғаһындай һыу ҡайҙа?
Күп ерҙәрҙә йөрөп, күпте күрҙек,
Фәхирәләй уңған ҡыҙ ҡайҙа?
Офоҡ ҡояш нурҙарына мансыла башланы. Һалҡынса. Аллаһ Тәғәлә йортонан донъяға именлек теләп, аҙан яңғыраны. Мәсеттең имам хатибы Тимерйәр олатай көн дә намаҙ ваҡытын белдереп, мосолман донъяһына аҙан яңғырата. Шәкир Рәмиев бай мәсет һалдырған. Ул алтын сәнәғәте хужаһы, Ахай ауылының биреләр араһы кейәүе.
Тимерйәр олатайҙың зәһәр тауышын тыңлай-тыңлай, тәпәш калуштарын эләктереп, таңғы ысыҡты кисеп, Фәхирә ауыл артындағы болонға быҙауын ҡыуҙы.
Йәйен улар утлыҡта көн күрә. Ҡоро-һары тапсыҡты ҡаҙаны аҫтына һалып тоҡандырҙы. Һәүкәше Боландың һөтөн ҡайнатырға кәрәк. Ирәндек буйындағы боланды эйәләштергәндәрме, тип, уйлап ҡуймағыҙ тағы? Фәхирәләрҙең һәүкәше ул. Төҫө лә, баҡырған тауышы ла урман хайуанына оҡшаған шул. Быҙауына еленен тултырып, һөт алып ҡайтҡанын ҡыҙ әллә ҡайҙан таный. Башын юғарыға күтәрә лә, күҙҙәрен йомоп, күкле-йәшелле тауышы менән елененә һөт тултырғанын һиҙҙертә. Безәүкәйе – Байрамы, матур ғына моронон күтәреп, яуап биреп, асыҡҡанын белдерә.
Аҡ ризыҡтың еҫе танауын ҡытыҡлап, уныһы ҡайнап та сыҡты. Тимәк, һөтө бешкән. Түңәрәк ағас ҡапҡасты ҡаҙан өҫтөнә ябып, һөтөн томаланы.
Атаһы менән әсәһе таң менән бесәнгә киткәйне. Ҡояш ҡалҡҡансы бер һыуһын сабып өлгөрөргә кәрәк тиҙәр. Яланғас тау итәгенең бесәнен Ҡояш күренмәҫ борон йыя һалырға кәрәк. Эҫелә япраҡтары кибеп, тупраҡ кеүек ҡойолоп, ҡоро сыбыҡ ҡала. Малдар ҡышын ысыҡ һыуын эскәнен, бер аҙ ямғырға эләккәнен яратып ашағанын ҡыҙ белә. Ут йәшел кипкәнен һалһаң, ауыҙҙарына тултырып алалар ҙа, әйҙә сәйнәйҙәр. Мөгөҙҙәре менән улай-былай һелтәйҙәр, алдарында ятып ҡала. Ҡыҙыҡ, ямғырға тейеп, ҡарайып бөткәнен тиҙ арала ялмап та ҡуялар.
Боланға быҙауы Байрам менән елленән бер кәбән бесән етергә тейеш. Һы, быҙауға Байрам тип тә исем ҡушалар икән тиерһегеҙ? Ул Ҡорбан ғәйете көнөндә тыуҙы. Үгеҙ быҙауын Фәхирә һылап-һыйпап ҡына ярата. Илгәҙәк кенә, сабый бала кеүек уға һырпалана, имеп туйғас, уны яларға тотона. “Байрааам, зеб-зеб-зеү...” тиеүенә кәртәһенә, әллә ҡайҙан сабып килеп тә инә. Ана, ҡулынан һуйылы төшмәгән Хәҙисәне быҙауы бер ҙә генә тыңлашмай, арҡырылана. Ул безәүкәйен болон, урам буйлап баҫтырып, манма тиргә батып, хәле бөтә. Әсәһе Фәхирәгә ҡарап: “Аҡыллының быҙауы ла аҡыллы... “ тип һүҙ йөрөтә.
Аллаһ ризалығына, бесән бөткәс тә, әҙәм, мал, ер-һыу, ил именлегенә ҡорбан салам тигән уйым бар ине, - тине атаһы, кәбән һалып, кәртәләгәс, күңеле күтәрелеп,һөйәлле ҡулдары менән йөҙөн һыпырып.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Көрәйгән бер йәшлек аҡ тәкәһен салды. Ярлы-ябағаға, мәсеткә бүлеп, өлөш ҡалдырҙы ла иртә менән ҡаҙанға һалды. Изге йомаға ҡарай уларға ҡырҙан да ауылынан да ҡунаҡтар йыйылды. Фәхирә ҡомған менән ҡулдарын сайҙырҙы.
Иншаллаһ, ҡыҙың йондоҙло булыр... – тине түңәрәк йөҙлө хәҙрәт, Фәхирәнең яурынынан һөлгөнө алып ҡулдарын һөртөп.
Әйткәнең килһен, Мөжәүир хәҙрәт, – тине атаһы ҡыуанып. – Уныһын нисек аңларға тим, хәҙрәт.
“Байрам”ы кеүек зәп-зәүҙәре түшенә алтын тағыр. Уңған бит ҡыҙың. Ул һөлгөнө ҡыҙҙың яурынына һалды ла арҡаһынан тупылдатып һөйҙө.
Әйткәнең килһен, хәҙрәт, эштән берәү ҙә үлгәне юҡ әле, шөкөр, шулай булһын. Әйҙәгеҙ, яҡшы хәбәр өсөн доға ҡылайыҡ. “Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Әйткәнең юш килһен, бала-сағаның ғүмерен, бәхетен бирһен Хоҙай!”
Амин, шулай булһын! – тинеләр ҡунаҡтар, муллаларҙың изге теләктәрен йөпләп.
Ҡоштабаҡтағы бишбармаҡты бушатҡас, Фәхирә батмустарына ҡыҙыл эремсеген, талҡанын, кипкән ҡоротон, сейәле майын теҙҙе.
Ошо тәм-томдарҙы ла ҡыҙың әҙерләгән икән, мәслихәт, һауабы үҙенә булһын, - тине әлеге ҡырҙан килгән Мөжәүир хәҙрәт. – Оло йыйындарҙа ҡатнашыр, халыҡ мәнфәғәтен яҡлар, бөтә илгә даны таралыр.
Йот йылы күренде бит, һыйырыбыҙ майын ауыҙына ҡаптырып үҫтерҙек, әллә шуғамы, бигерәк мал йәнле, - тип яуап бирҙе әсәһе, яҙып ябынған яулығының осо менән йөҙөн ҡаплап. - Мал өсөн өҙөлөп тора.
Алтын йондоҙло... Алтын йондоҙло... Ниңә улай тип әйтте икән Мөжәүир хәҙрәт?!
...Ҡыҙыл буйында ҡаҙҙар мамыҡтарын пыр туҙҙырып ҡойоп, зыҡ ҡубып ҡаҡылдаған мәлдә Фәхирә мәктәпкә уҡырға төштө. Бөтә яңылыҡты тиҙ генә үҙләштергән аңлы аҡыллы баланы уҡытыусыһы һәр яҡтан башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы, уға тиңләшергә өндәне. Өҫ-башына саң ҡундырмаған, уҡыу әсбаптарын туҙҙырмай тотҡан уҡыусы зирәк тә ине. Беренсе синыфта октябрят сафына алдылар, түшенә ҡыҙыл йондоҙ таҡтылар. Дүртенсене пионер булып тамамланы.
Теүәл фәндәрҙе еңел үҙләштереп, өлгөлө булғаны өсөн тип, уҡытыусыһы буяу ҡәләмдәре, дәфтәрҙәр менән бүләкләй. Күрше Хәҙисәгә эләкмәй. Математиканан күңелдән һанағанда ла хата ебәрә, дәфтәренә бысратып яҙа. Бөгөн мәктәпкә әсәһе килгән:
Бүләктәреңде гелән Фәхирәгә бирәһең, минекенә йүнләп өйрәтмәйһең. Атаһы дин юлында булғанға, мулла ҡыҙын шулай яратаһыңдыр. Хәҙисәмде мәктәпкә йөрөтмәйем! – тип, ишек төбөндә тапанды. Мөғәллим ҡыҙҙың дәфтәрен асып уға күрһәтте.
Уҡып мулла булырһыңмы, суҡып ҡарға булырһыңмы... – тип,Хәҙисәне ҡулынан тотоп, елтерәтеп алып ҡайтып китте. Иптәш ҡыҙы башҡаса мәктәп юлын тапаманы.
Уҡып мулла булмаһа ла Фәхирә яҙырға ла, уҡырға ла өйрәнде. Алдағы тормошонда белеме ярап ҡалды. Ҡәһәрле һуғыш тоҡанғас, уҡый-яҙа белмәгәндәргә фронтҡа хаттар яҙып бирҙе. Һуғышсыларҙың хаттарын унан уҡыттылар.
СССР илендә ҙур үҙгәрештәр башланды. Ауылдарҙа яңғыҙаҡ хужалыҡтар колхоздарға берләште. Коллектив хужалыҡта “таяҡ”ҡа эшләйҙәр. Бер таяҡ –бер эш көнө. Совхоз дәүләт ҡарамағында. Эшләһәң, әҙ-мәҙ булһа ла ҡулға аҡса ла төшә. Атаһы 1934 йылда ғаиләһен ялан яғына алып китте. Яңы ойошторолған Йәнгел совхозының Беренсе Май бүлексәһендә һөтсөлөк-тауар фермаһына Фәхирәгә яңы тыуған быҙауҙарҙы ышанып тапшырҙылар. Ун өс йәшлек ҡыҙ быҙауҙарҙы үҫтереп, өлкән төркөмгә тапшырырға тейеш. Дәүләт уға ышанып тапшырғас, ул ағымдағы биш йыллыҡтың планын үтәргә бурыслы!
Фәхирә сәмләнеп эшкә тотондо. Һәр быҙауға айырым урын бүленгән. Безәүкәйҙәре торған урынды һәр саҡ ағартып, дезинфекциялап тота. Беҙәүкәйҙәргә яңы ғына һауып алынған боҫрап торған йылы һөттө эсерә. Имә алмай ыҙалаған сибек быҙауҙарға моронона һөт бөркә, бармағын ҡаптырып һурҙырһа, улары шунда уҡ махсус һауыттағы имеҙлеккә ынтылып, һөттө һулҡылдатып һурырға тотоналар. Тырыш, ныҡыш ҡыҙ һәр быҙауҙы ҡәҙерләп ҡарағас, улары күҙгә күренеп үҫә. Йәйҙәрен ҡышҡылыҡҡа күпләп әрем, меңъяпраҡ үләндәрен, ҡандала тамырҙарын киптерә. Эстәре китеп ауырыһа, дарыу үләндәрен ҡайнатып эсерә. Балалар, өлкәндәр менән өмәгә сығып, кесерткәндән миндек бәйләйҙәр. Ҡый үләне һаналған кесерткән һыуыҡ ҡыштарҙа быҙауҙарҙың ауырыуға ҡаршы имунитетын булдыра, аппетитын аса. Ағартылған аҡ бүлмәлә, аҡ халат кейгән Фәхирә яңы ғына тыуған быҙауҙарҙы ҡабул итеп ала. Хеҙмәт алдынғыһы ун ике йәш ҡыҙҙы быҙау үҫтерергә өйрәтә. “Һәр береһенә яғымлы исем менән өндәш. Малҡайҙарҙың да йәне бар. Уларҙы яратып тәрбиәләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына яҡшы һөҙөмтә була”.
Йәштәр, тап-таҙа иҙәнгә, стенала эленеп торған көҙгөгә, таҙа, көр быҙауҙарға ҡарап, яурындарын һелкетеп, ғәжәп итә. Тыуған иле алдындағы бурысты арттырып үтәй Фәхирә! Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән автобустарға малсылар тейәлеп килеп, алдынғы быҙау ҡараусының эш тәжрибәһен өйрәнә.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. 1971 йылдың апрелендә алдынғы быҙау ҡараусыны Рәсәйҙең баш ҡалаһына саҡыралар. Хеҙмәт ҡаҙаныштарының иң юғары һөҙөмтәһе – Фәхирә Ғүмәрованыҡы! СССР Юғары Советы Президиумы ҡарарына ярашлы Фәхирә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы Ғүмәрованы Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме менән ҡотланылар. Түшенә Ленин ордены, Алтын миҙал ҡаҙанылар.
Бына ул әүлиә Мөжәүир хәҙрәт әйткәне – түшендә Алтын миҙалы ялтырай! Алтын миҙаллы Фәхирә!
1975 йылда ВДНХ-ның миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет билдәһе” ордендарына лайыҡ була.
Данлыҡлы инәй беҙгә ҡыялатып ҡаршы урамда йәшәй ине. Биреләр араһы Ғәйшә өләсәйем яғынан туғаныбыҙ ҙа. Йомошом төшөп, инеп сыға инем. Өй түрендә һандыҡ, урындығында түшәгән арҡыры балаҫ, ап-аҡ итеп ағартылған мейес һәм ундағы таҙалыҡ – өй ҡото. Елән, түбәтәй кейгән атаһы намаҙҙа була. Аяғына эрзин итек, башына сатраш шәл ябынған, аҡыллы һоро күҙле, тилбер хәрәкәтле ябай ауыл ҡатыны көн дә сәғәт 8 – ҙә эшкә китә, кисен 8 – ҙә эшенән әйләнеп ҡайта ине. Юғары исемгә лайыҡ булып, ике бүлмәле ағас өйҙә йәшәгәне тураһында әсенеп, туғаны Мозафар Абдуллин бәйет сығарҙы. Бәйетте “Юлдаш” каналында республикабыҙҙың танылған халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова уҡып ишеттерҙе.
Хеҙмәт батырының даны онотолмай. Әбйәлил районы Асҡар, Ишбулды, Беренсе Май ауылы урамдары уның исемен йөрөтә, Башҡортостан республикаһының энциклопедияһына индерелгән.
Әбйәлил районы. Теләш ауылы. З.Бәшәрова.