Бала сағым күптән үткән инде,
Үткән мәлем ашыҡ уйнатыр...
Тик күңелдә һаман сабый бала
Уйнап йөрөй, болон буйлатып.
Уйнай-көлә, үҙем көлмәһәм дә,
Сеңләп илай күңеле тулғанда.
Ахыр арып ятып, йоҡлап китә,
Рәхәт әсәй янда булғанда...
Нисек тыуғанымды иҫләмәйем. Ул саҡта, йәғни алтмышынсы йылдарҙа кешенең тамағы яңы икмәккә туйып, бутҡа бешереп, бал ҡойоп ҡунаҡҡа саҡырыша башлағандар. 1960 йылдың 29 ғинуарында әсәйемдәр ҡунаҡҡа барғанда тыуғанмын.
Әсәйем әйтеүенсә, нәмә белмәй илағанмын. Әхмәр тигән исемем ана шул илаҡлығымдан килә. Миңә күҙ тейгән тип, шул исемде һайлағандар. “Әхмәр” ғәрәпсәнән “ҡыҙыл” тигәнде аңлата бит инде. Белеүебеҙсә, ҡыҙыл төҫ һоҡ тейеүҙән һаҡлай. Әсәйҙәр яңы тыуған бәрәстәрҙең дә һырт йөнөнә ҡыҙыл сепрәк бәйләй ине. Һиндостанда кешенең ҡарашын яман күҙҙән тайпылдырыр өсөн маңлайына ҡыҙыл буяу һөртәләр. Нимә генә булмаһын, был исем мине һәр ваҡыт һаҡлап йөрөтәлер, күрәһең, һәр төрлө маҡтауҙарға бирешмәйем.
Шулай ҙа өс йәшемдә саҡта өс төн, өс көн буйына һыным ҡатып илағанмын. Ауылыбыҙҙың фельдшеры, өйгә килеп, укол да ҡаҙап ҡараған, доғалар ҙа ярҙам итмәгән. Тәнем буҙарып, ни илай алмай, ни тын ала алмай, ҡатып ҡалғас, "Ясин" сыға, йәғни Изге китабыбыҙ Ҡөрьән Кәримдең "Ясин" сүрәһен миңә уҡый башлағандар. Шунда бер олатай мине Манһырға Мөжәүир олатайға алып барырға тәҡдим иткән. Атайым мотоциклын ҡабыҙып, әсәйем мине төрөп алып, ауылыбыҙҙан илле саҡырымлап арала ятҡан Манһыр ауылына йүнәлгәндәр.
Баймаҡ ҡалаһын үтеп барғанда ГАИ инспекторы, беҙҙе туҡтатырға теләп, таяғын күтәргән. Атайым туҡтап тормайынса, үтеп китергә уйлаған, әммә инспектор, һикереп мотоциклдың алдына ташланып, асҡысын һурып алған. Әсәйем илап ебәргән дә, мине күрһәтеп, хәлде аңлатып биргәс, артабан инспектор беҙҙе тотҡарламаған.
Мөжәүир олатай мине урындығына һалып сисендергән дә, доғаһын уҡып, тәнемде устары менән һыпырып ебәреүе булған, буҙарған тәнемә ҡан йүгереп, илап ебәргәнмен. Шунан әсәйемде имергә тотонғанмын.
Олатай мине тағы ла өшкөрөп, бетеү яҙып биргән дә, атайым менән әсәйемә шулай тигән: “Күҙ менән ҡаш араһындағы бала булһын. Был балағыҙҙан ғалим йә шағир сыға...” Аҙаҡ өйөбөҙгә ҡунаҡтар килһә, әсәйем олатайҙың ошо һүҙҙәрен һәр ваҡыт ҡабатлай торғайны.
Әсәйемдең күкрәк һөтө тел осомда һаман. Әммә миңә был ләззәттән бик-бик иртә айырылырға тура килде. Йәш ярымлыҡ сағымда минән һуң тыуған Әхтәм ҡустым хужа булып алды был урынға. Нимәһе иҫемдә: ҡустым әсәйемдең күкрәк һөтөн соңҡолдатып имә, мин яҡынлаһам, сәсрәп илап, ҡыуып ебәрә. Бик-бик ҡыйын булһа ла, миңә был ләззәт донъяһын иртә юғалтырға тура килде.
Талашып имеп, фәтеүә сыҡмағас, үсегеп, илай-илай ишегебеҙ алдына сыҡтым да, оло донъяға ҡарап торам. Өйөбөҙҙөң нигеҙ таштарына менеп, бер-береһен поезд вагондары һымаҡ тағып алған көн йылытҡыстарын күргәс, илауымдан туҡтап ҡарап тора башланым. Һе, шундай мәҙәк йыбырлаҡ йәндәр бар икән был донъяла. Ә үҙем күҙем шәмәреп торған булам. Минән ике йәшкә өлкән Бибинур апайым: “Мына, ҡара”, – тип, бармаҡ араһына ҡундырып, ғәжәйеп матур бөжәктәрҙе күрһәтте Ҡояш апай, йә икенсе төрлө ҡамҡа икән. Беҙҙә уларҙы фирҙәүес тиҙәр. Бөжәк, апайымдың усы, бармаҡтары буйлап йүгереп йөрөй, ә апайым һамаҡлай:
Фирҙәүес, фирҙәүес,
Атайыңдың һары тунын
Кей ҙә ос!
Фирҙәүес, фирҙәүес,
Атайыңдың һары тунын
Кей ҙә ос!
Бөжәк әллә апайымдың “ос” тигән әмерен аңланы, булһа кәрәк, зеүелдәп осоп китте. Белһәгеҙсе, шул саҡта йәнемдең ни ҡәҙәрем рәхәтләнгәнен. Гүйә йәнем тәнемдән айырылды ла, шул ҡамҡа менән бергә юғарыға күтәрелде. Минең әсәйемдең күкрәк һөтөнән айырылған һағышым да шул бөжәк менән бергә, булмышымдан айырылып, осоп китте...
Беҙ ғаиләбеҙҙә ун бер бала үҫтек. Беҙҙең менән бер үк ихатала, әммә үҙ йортонда йәшәгән атайымдың әсәһе, Тайфа ҡәртәсәйем өйөбөҙгә килеп инә лә, мине әйҙәп алып сығып китә. Елкәһенә ултыртып, ауылыбыҙ янындағы урманға алып китә. Унда еләк, сейә, бөрлөгән тирәбеҙ. Байтаҡ йөрөп арығас, асыҡҡас, ергә ултырып, уның биленә бәйләп алған төйөнсөгөнән киндер орлоғо ҡушып бешергән сөсикмәген ашап, үҙәк ялғайбыҙ, шешәгә яһап алған сәйен һемерәбеҙ.
Күңеле лыҡа тулы хазина ине ҡәртәсәйемдең. Уның үҙенең йырҙары ла, шиғыр-бәйеттәре лә, әкиәттәре лә күп ине. Бөгөн уйлайым да, миндә ижад ялҡынын тап ҡәртәсәйем тоҡандырғанын аңлайым.
Донъя менән хушлашыр мәле еткәс, ул мине күрергә теләүен белдергән. Хушлашырға теләй, тинеләр. Мин быны ишеткәс, һарайыбыҙ башына ҡасып йәшендем. Күңелем менән тойҙом: әгәр ҙә уның янына барһам, ҡайтып булмаҫтай ергә китеп барыр тип ҡурҡтым. Үҙем шыңшып илайым, шунда бесән араһында йоҡлап киткәнмен. Атайым төнө буйына: “Әхмәр, Әхмәр!” — тип ҡысҡырып эҙләп йөрөгән дә, мине таңға ҡарай һарай башынан табып алып төштө. Өйгә инеп, үлем түшәгендә ятҡан ҡәртәсәйемдең башы осонда баҫып торам. Ул мине күреп ҡалды ла, күҙҙәре менән текәлеп, ирендәрен көскә ҡыбырҙатып ниҙер шыбырҙаны ла, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Ижад донъяһына мөнәсәбәтле булыуым менән мин тик уға, ҡәртәсәйемә бурыслымын.
Бала сағымдың икенсе бәхетле миҙгелдәре әсәйемдең әсәһе, Маһира өләсәйемә бәйле. Әсәйем Таулыҡай ауылынан булып, өләсәйем шунда йәшәне. Йәй башында Һаҡмар буйының йәмле Төпөш буйында колхозыбыҙ һабантуйы үтә ине. Беҙ ауылдан һабантуйға барабыҙ ҙа, байрамға килгән өләсәйем, ат арбаһына ултыртып мине Таулыҡайға алып ҡайтып китеп, мин йәй буйына уларҙа ҡунаҡта булам.
Өләсәйем уҡымышлы зат булды, революцияға тиклем Хәлил хәҙрәт Рәхимовтың мәҙрәсәһендә белем эстәп, ғәрәпсә һәм фарсыса ғилемгә эйә ине. Кириллица менән яҙа белмәне. Буранбайҙа саҡта ҡәртәсәйем мине ураҙала таң атмаҫ борон сәхәр сәйе эсергә уятһа, Таулыҡайҙа өләсәйем тәмлекәстәр менән сәй эсерҙе. Өләсәйем мине бер ваҡытта ла, хатта тәртип боҙһам да, әрләмәне. Һәр нәмәне көлкөгә бороп, үҙенә генә хас кинәйәһе менән тәрбиәләй торғайны. Уның бындай тәрбиәһенән һуң мин тәртип боҙорға ояла башланым.
Буранбайҙа беҙ, “Вәзих”, “Урал”, “Зөфәр” отрядтарына бүленеп, һуғыш уйыны ҡорһаҡ, ҡайһы ваҡыт ысынлап та һуғышып китһәк, Таулыҡайҙа Ҡасим, Дидар, Сәмиғулла, Зәйнулла, Айнур, Ҡәһәрмән атлы малайҙар менән ниндәй генә уйындар уйнаманыҡ. Таулыҡай малайҙары ныҡышмал ғыналар, уҫал да була беләләр. Беҙ, ошо малайҙарҙән торған команда, ауылдың халыҡ телендә Ҡаратуҡай, Ыштанаҡҡан тип аталған урамдары малайҙары менән тас та тос һуғыша инек. Малай сағым үткәнсе мин Таулыҡайға һәр йәй һайын ҡунаҡҡа килеп йөрөнөм.
Ә атай йортондағы иң иҫтә ҡалған хәтирәләр атай-әсәйебеҙ алдында ҡуйған концертыбыҙға бәйле булды. Көндөҙ үк иғлан яҙып эләбеҙ ҙә, кис өйөбөҙҙөң төпкө бүлмәһендә ултырған атай-әсәйебеҙ алдында концерт ҡуябыҙ. Мин һаҡау бит инде, шуға күрә үҙемдең махсус номерым булды. Концертыбыҙҙы алып барыусы Бибинур апай төпкө яҡҡа сыға ла: “Үтәбаев Әхмәр башҡарыуында көлөү!” тип иғлан итә. Мин атай-әсәй алдына сығам да, көлөргә тотонам. Бер аҙҙан миңә атайыбыҙ менән әсәйебеҙ, аҙаҡтан барлыҡ туғандарыбыҙ ҡушылып, ғаиләбеҙҙең дөйөм көлөүе шатлыҡ ауазына олғаша...
Былар минең оҙон-оҙаҡ бәхетле бала сағымдың ус аяһындай ғына хәтирәләрем...