-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Арыҫлан Мөбәрәков

Арыҫлан Мөбәрәков (Арыҫлан Мөбәрәк улы Ҡотләхмәтов) 1908 йылдың 15 декабрендә Белорет районының Асы ауылында донъяға килә.

Арыҫлан Мөбәрәков
Арыҫлан Мөбәрәков

СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы. БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почёт Билдәһе” ордендары кавалеры.
Арыҫланға биш-алты ғына йәштәр сағында ата-әсәһе үлеп китә. Аслығын да, яланғаслығын да бик бәләкәйҙән үҙ иңендә татырға тура килә уға. Етемде Сермән балалар йортона алып китәләр. Бында төрлө тарафтан килгән үҙе кеүек етем-еһер, ас-яланғас, ауырыу балалар күп була. Заманына күрә бик ауыр йылдар булғанға күрә, ризыҡ та астан үлмәҫлек кенә бирелә. Аслы-туҡлы йөрөгән ауырыу балалар кистән теҙелешеп ятып китә, ә иртән тороуға күптәре яҡты донъя менән хушлашҡан була.
Тәрбиәсеһе, уҡытыусыһы һәм балалар йорто директоры – ошо өс шәхес бәләкәй Арыҫланда ниндәйҙер һәләт барлығын тойоп ҡала. Малайҙы төрлө сараларға ылыҡтыралар, һәр яҡлап уны үҫтерергә тырышалар. Арыҫлан үҙе лә бик егәрле була: үҫмер генә көйө урман ҡырҡыуҙа, һал ағыҙыуҙа эшләп йөрөй. Ә инде бәлиғ булғас, уға нисек булһа ла баш ҡалаға – Өфөгә барып, уҡырға инергә тәҡдим итәләр.
Ул замандарҙа ҡуйы ҡара урмандар уратып алған Белорет яҡтарында юлдар күрше ауылдарҙы ғына тоташтыра. Өфө тимер юлы ла 1978 йылда ғына асыла. Өфөгә барыр һәйбәт юлдар түгел, транспорт һымаҡ нәмә лә юҡ. Юлы булһа ла етем баланың аҡсаһы ҡайҙан булһын инде? Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән үҫмерҙе Өфө һынлы баш ҡалаға алып барып урынлаштырыр яҡын кешеһе лә юҡ.
Ололар, уйлашып, ябай ғына юлын таба. Арыҫланға йылғанан ағып барырға ағастан һал эшләйҙәр. Юлда ашарға тип, әҙме-күпме икмәк киптерәләр. Кәрәк-яраҡ әйберҙәре һалынған киндер тоҡ тотторалар. Шулай итеп, Арыҫланды юлға әҙерләйҙәр: “Ун көндән ашыу ағырһың. Яры башында күмәк өйҙәр ултырыр. Унда күп кенә кешеләр йөрөр. Бына шул Өфө ҡалаһы булыр. Шунда Театр техникумын тап!” — тиҙәр.
Сабый сағынан тормош михнәттәрен үҙ иңендә күп татып үҫкән егет оҙон юлға сыға. Өфөгә ҡарай ун көн буйы һалда ағып, кипкән икмәк менән туҡланып, Арыҫлан Өфөгә килеп етә. Ул замандағы Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумын (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) барып таба.
Башҡорт ауылдарынан бәхет һынарға тип Өфөгә килгән үҫмер бер үҙе генә булмай. Улар араһында Арыҫлан Мөбәрәков үҙенең олпат кәүҙәһе, киң һәм асыҡ йөҙө менән айырылып тора. Ут сәсеп торған сөм-ҡара күҙҙәренә, мөһабәт буй-һынына ҡарағанда, егет, әйтерһең дә, әкиәт батырҙары тураһындағы китап биттәренән килеп төшкәндәй. Буласаҡ СССР-ҙың халыҡ артисының кейгән кейеме ябай киндерҙән. Бигерәк тә аяҡ кейеме иғтибарҙы йәлеп итә: буҫтау һәм күндән тегелгән сарыҡ (сарыҡ — башҡорттар кейә торған бик боронғо аяҡ кейеме.) Ҡулында — киндер артмаҡ (арҡаға аҫа торған тоҡ).
Йырсы булырға хыялланған егет техникумда имтихандарын уңышлы бирә. Ә имтихан мәлендә ҡыҙыҡ хәл була. Теге юлға алған тоғон һаман ҡулынан ысҡындырмай тотоп торған егеткә ҡабул итеү комиссияһы: “Тоғоңдо бер яҡҡа ҡуйып тор!” — тиһәләр, “Бында сохарый ҙа һуң!” — тип ҡысҡырып ебәрә. Тоғондағы ризығы иң ҡәҙерле, берҙән–бер аҙығы була шул уның!
Техникумда уҡыуын тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков армияла хеҙмәт итеп ҡайта. 1935 йылда Башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем театрҙа актер, режиссер, художество етәксеһе һәм директор булып эшләй.
Буласаҡ ҡатыны Рәғиҙә Янбулатова менән улар театрҙа осраша. 1935 йыл. Сәхнәлә “Башҡорт туйы” спектакле бара. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, Башҡорт академия драма театрында төп ролдәрҙе башҡарып йөрөгән Арыҫлан Мөбәрәков, әлеге спектаклдә Буранбайҙы кәүҙәләндерә. Күмәк сәхнәлә ҡатнашҡан бер төркөм ҡыҙҙар араһында Рәғиҙә Янбулатова ла уйнай.
Антракт мәлендә ҡыҙҙың ҡулына ҡағылған ыңғайы көмөш балдағын һыпырып алып, үҙенең сәтәкәй бармағына кейеп ҡуя Арыҫлан Мөбәрәков. Ул арала йәһәтләп, сәхнәгә сығыр саҡ етә. Спектакль барышында мәлен тап килтереп, ҡулындағы йөҙөктө үбеп, һиҙҙермәй генә йөҙөк хужабикәһенә күҙ ҡыҫа. Йөҙөктө һө­йөп, күкрәгенә ҡыҫа, шул рәүешле Рәғиҙә һылыуға мөхәббәтен белдерә. Йәш актриса оялышынан ни ҡылырға белмәй. Ҡыҙҙар араһына йәшеренә, әммә егет уны ҡарашы менән эҙләп табып, йәнә теге балдаҡты үбә, йөрәк тәңгәленә терәй.
Үҙенән ете йәшкә өлкән талант эйәһе, ғәжә­йеп матур актерға ҡыҙҙың да күҙе төшөп йөрөгән була. Хәйер, ул саҡта Арыҫлан Мөбәрәковҡа ғашиҡ булыусылар күп булһа ла егеттең йөрәген тал сыбыҡтай нескә буйлы, сылтырап аҡҡан шишмәләй моңло тауышлы Рәғиҙә генә яулай ала.
Ике йәш йөрәктә мөхәббәт уты тоҡана. Улар ғүмерлеккә бергә булырға анттар бирешә. Уртаҡ хыялдар, уртаҡ сәхнә яҙмышы, уртаҡ ижад уларҙы бер бөтөнгә әйләндерә. Тормош башлап ебәрер өсөн кәрәк-яраҡтары, йәшәр урындары булмаһа ла йәштәр үҙҙәренсә комсомол туйы үткәрә. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, һоҡландырып, улар гел бергә йөрөй. Тамашасылары уларға бәхетле ғүмер юрай.
1936 йылда уларҙың ҡыҙҙары – буласаҡ СССР-­ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы – Гөлли Мөбәрәкова тыуа. Ә 1942 йылда Салауат исемле улдары донъяға килә.
1939 йылда Арыҫлан Мөбәрәковҡа «Салауат Юлаев” кинофильмында Салауат ролен тәҡдим итәләр. Картинала актер Салауат Юлаевты уйнай. Һуңыраҡ уға театр сәхнәһендә лә Салауат ролен башҡарыу бәхете тейә. Милли батырыбыҙҙың фотоһы һаҡланмаған. Халыҡ хәтерендә ул сәхнәләрҙә һәм һынлы сәнғәттә ижад ителгән образдары менән уйылып ҡала. Шул образдарҙың иң сағыуы – Арыҫлан Мөбәрәковтың Салауаты.
1940 йылда төшөрөлгән фильм 1941 йылдың февралендә экранға сыға. “Салават Юлаев” ул замандың күренекле режиссёры Яков Протазановтың һуңғы эштәренең береһе була.
Белорет районы Асы ауылындағы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге музейҙа уның бала сағын һынландырған “Малай” тип аталған картина һаҡлана. Арыҫлан Мөбәрәковтың бала саҡта төшкән бер генә фотоһүрәте лә булмай, шуға ла ҡыҙы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың үтенесе буйынса, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев “Малай” картинаһын ижад итә.
...Юрмаш йылғаһы. Берғат яланы. Киндерҙән һуғып-тегелгән күлдәк-ыштандағы ир бала ялан-­аяҡ Юрмаш йылғаһын кисеп сыҡҡан да, тамашасыһын күреп, хайран ҡалған: “Бына, мин дә килдем әле был яҡты донъяға. Яҙмыш мине ҡайһы юлдан алып китер? Һин дә, мин дә, бер кем дә белмәй әлегә...” – тип, хәҙер генә ҡаршыңа йүгереп килеп сығыр ҙа ниҙер әйтер кеүек... Шулай итеп, рәссам, ябай ауыл малайы Арыҫландың күңел донъяһын асырға тырышҡан.
(Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилевҡа, Белорет районы Асы ауылының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге музейы мөдире Салиха Солтановаға мәҡәләне яҙыуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!)

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: