

– Мөнир Сәхиулла улы, һеҙҙең ише үҙенсәлекле шәхестең, оҫта яҙыусының бала сағы нисегерәк үтте, малай сағында Мөнир ниндәйерәк булды икән?
– Мине бәләкәй саҡта “мультфильм” тип йөрөткәндәр. Ҡыҙыҡтарым күп булғандыр инде. Ваҡытынан алда килонан артыҡ ҡына булып тыуҙың, бигерәк ус аяһындай сабый итеп кенә ҡулыма алдым, тип һөйләй инәйем.
Кәүҙәгә бәләкәй, әммә үтә етеҙ һәм шуҡ булдым. Күршелә генә Шәрәфетдин бабайымдар йәшәй ине. Мөнирә әбейем менән икеһе мине ныҡ яраттылар. Шәрәф бабайым – һуғыш ветераны, аяҡһыҙ ине. Ул бухгалтер булып эшләне, Мөнирә әбейем – уҡытыусы. Етеш йәшәнеләр.
Хәтеремдә, урыҫ ҡапҡалары була торғайны. Шуның аҫтынан шыуышып килеп ингәнмен уларға гелән. Ана шундай ҡыҙыҡ ғәҙәттәремде күреп, миңә баяғы “мультфильм” ҡушаматын Шәрәф бабайым таҡҡан да инде.
Ғөмүмән, һөймәлекле һөйәк булдым мин. Барыһы ла яратты. Ғаиләлә дүртенсе баламын. Ике апайым, ағайым, һеңлем, ҡустым бар.
...Миңә нисә йәштәр булғандыр, мәктәпкә бармағайным әле, инәйем сөгөлдөрҙә эшләп йөрөгән мәлдә, Мөнир улың үлде, тип хәбәр иткәндәр. Көндәр ҡыҙыу тора. Бер мәлде, хәлем бөтөп, урындыҡҡа ҡайтып ауғанымды һәм тәҙрә аша ҡояшҡа ҡарап ятҡанымды хәтерләйем. Ул миңә һүрәттәге һымаҡ йылмайып баҡҡан төҫлө ине. Башыма көн ҡапҡандырмы, нимә булғандыр, быуынһыҙ ҡалғайным. Лира апайым йөкмәп дауаханаға алып китте. Юлда аңымды юғалтҡанмын. Һушыма килһәм, дауахана кейемендә ятам. Башыма тәүге килгән уй: “Уй, мине сисендергәндәр, ояты ни тора!” ... Биш-алты йәшлек малайҙа ниндәй әҙәп, ниндәй тәрбиә!
Баҡсабыҙҙың арт яғында олатайым менән өләсәйем йәшәне. Уларға туранан-тура баҡса аша йүгереп барғанымды иҫләйем. Картуф һабағы араһынан күренмәгәнмен дә, тиҙәр.
Сафиулла олатайым менән Факиһа өләсәйем дә мине яҡын күрҙе. Үҙҙәрендә ҡуна ҡалдырырҙар, тәмлекәстәр менән һыйларҙар ине. Элек кәртә тирәһендәге эштәр өмә рәүешендә үтте бит. Беҙ, ыбыр-сыбыр бала-саға, йыйналышып, ололар артынан картуф сүпләй торғайныҡ. Тик йыш ҡына өләсәйем, Мөнир өйҙә ярҙам итә, тип, мине үҙе янында ҡалдыра. Ир балаға өйҙә ниндәй эш ҡушһындар ти? Телсән ейәнен үҙенә иптәшкә тип кенә янында ҡалдырған, күрәһең. Минең менән күңелле булғандыр. Унан бигерәк, өләсәйем етлекмәй тыуған, кәүҙәгә бәләкәй ҡәҙерлеһен йәлләгәндер ҙә, бәлки.
Өләсәйемдең әле бер, әле икенсе эш менән булыуын күҙәтеп, уралып-суралып йөрөйһөң инде шунда. Яңы ғына мейестән сыҡҡан әпәкәйгә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ та һылап бирһә, шуны ашай-ашай тәҙрә аша башҡаларҙың картуф сүпләүен ҡарап торғаным хәтерҙә. Хәҙер шуларҙы иҫләйем дә, үҙемдә уңайһыҙлыҡ кисереп, йүнһеҙ, татлытамаҡ булғанмын даһа, тип уйлап ҡуям (көлә).
Өләсәйем баҡыйлыҡҡа күскәс, ике йыл олатайым менән йәшәнем. Уның да нисәмә ейән-ейәнсәре араһынан нәҡ мине һайлап алыуы ғәжәп хәл. Бер мәлде мәктәптән ҡайтып ингәндә, өләсәйемдең күлдәген еҫкәп, олатайымдың илап торғанын күреп, өнһөҙ ҡалдым. Ул, ғөмүмән, үҙҙәренең йәш саҡтарын йыш иҫләр, танышып ҡауышҡан мәлдәрен ҡабат-ҡабат һөйләр булды. Малай ғына булһам да, мөхәббәт кеүек бөйөк тойғоноң барлығын, юғалтыу ғазаптарының ни тиклем ауыр икәнлеген йөрәгем менән тойоп, аңлап йөрөнөм.
Үҙебеҙгә, атай йортона, ҡайтһам, өй тулы бала-саға, донъя гөрләп тора. Уйынға онотолоп, һис кенә олатайым янына барғы килмәй торған саҡтар ҙа булғылай. Әммә ул кискеһен барыбер килеп ала ине. Үҙенә күрә бер йыуанысы тип ҡабул иткән инде мине. Ул мин студент саҡта, туҡһан йәшендә мәрхүм булып ҡалды.
– Аңлауымса, туғандарығыҙ шул саҡта уҡ был бәләкәй генә малайҙа ҙур шәхесте күргән... Ә кескәй Мөнир үҙе үҫкәс кем булыу хаҡында хыялланды икән?
– Малай саҡта Йыһанға ла осҡо килә, милиционер һөнәре тип янып йөрөгәнем дә булды. Тик шулай ҙа ысынында иһә мин бала саҡтан уҡ һүҙ менән эшләремде, яҙыусы йә журналист булырымды тойҙом. Бишенсе синыфта «Башҡортостан пионеры» гәзитендә тәүге шиғырым баҫылды. Артабан хикәйә, мәҡәләләр...
Беҙ кемуҙарҙан китап уҡып үҫтек. Тик шуныһы ғәжәп: үҙемдән дүрт йәшкә өлкән Венер ағайым менән китаптың йөкмәткеһенә генә иғтибар итмәнек, һәр саҡ унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы анализланыҡ. Үҙебеҙсә образдар, символдар таптыҡ. Был геройҙың ниндәй ҡылығы ваҡиғаларҙың ошондай боролошона килтергән? Сәбәптәрен эҙләнек. Беҙгә шуныһы ҡыҙыҡ ине.
Ауылда етенсене тамамлағандан һуң, мин уҡыуымды 1-се мәктәп-интернатта (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) дауам иттем.
– Ауыл мәктәбенә ялан аяҡ барыуығыҙ хаҡында һөйләгәнегеҙ хәтерҙә ҡалған...
– Эйе, беренсе тапҡыр мәктәпкә, йәйгеһен, әҙерлек дәресенә ялан аяҡ барҙым. Ул саҡта беҙҙең ауыл балалары барыһы ла Мәндем буйында ялан аяҡ йөрөп үҫте. Аяҡтар ҡутырлап, “көсөкләп” бөтә. Ер йылыһын тойған табандарға аяҡ кейеме кәрәкмәй ҙә ине. Ниндәйҙер берәй мөһимерәк ваҡиға мәлендә кейергә тура килһә, аяҡҡа ауыр йә ҡыҫҡан кеүек тойола.
Ул көндө өйҙә урындыҡта ултыра инем, тәҙрә аша матур буй-һын үтеүен күрҙем. Шундай ҙа сибәр кеше була икән был донъяла, тип уйланым мин. Беҙҙең йортҡа табан ыңғайлауын күргәс, ағайым уға ҡаршы сыҡты. Ул тәүге уҡытыусым Әлфиә Рамаҙан ҡыҙы булған икән. Изге кешем мине мәктәпкә саҡырырға килгән. Йәй көндәрендә колхоз эшенән бушамаған атайым, әсәйемде күрмәй ҙә инек. Беҙ йоҡлаған саҡта эшкә китә, беҙ йоҡоға талғас ҡына ҡайта торғайнылар. Апайымдар ҙа – хеҙмәт лагерында. Һәр хәлдә лә, минең уҡырға, йәғни әҙерлек дәрестәренә барған мәлем ағайым ғына өйҙә саҡҡа тура килгән. Ул, ир бала, өҫ кейемемә артыҡ иғтибар итеп тормағандыр инде. Миңә дәфтәр менән ручка тотторҙо ла мәктәпкә ебәрҙе. Шунда юл ыңғайы күрше Илдарҙы көтөп торҙом әле. Ул, мулла ейәне, бейек күтәрмәле һикәлтәләренән ап-аҡ күлмәк кейеп килеп төштө.
Шул көндө Әлфиә апай: “Мөнир, мәктәпкә ялан аяҡ йөрөмәйҙәр”, – тип әйтеп ҡайтарҙы. Ә мәктәптең оҙон коридоры буйлап ялан аяҡ сабыу шул тиклем шәп ине, йәл. Иртәгеһенә, артыҡ йөк булһа ла, сандали эләктерергә тура килде. Дәрес мәлендә уны барыбер сисеп ултырҙым.
– Ниндәй фәндәрҙе ярата инегеҙ?
– Тәбиғәтем менән математик мин. Әммә барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы өлгәштем. Интернатҡа килеп, бер йыл уҡығас, мине математика синыфына ла күсергәйнеләр. Тик тәрбиәсебеҙ Фәүзәнә Ҡыям ҡыҙы, моғайын, һин шәп яҙыусы булырһың, Мөнир, тип яңынан үҙ синыфына ҡайтарҙы.
– Ауыл балаһына интернат тормошона өйрәнеп китеүе анһат булмағандыр?..
– Интернатҡа килгәс тә төндәрен күмәкләшеп, өйҙәребеҙҙе һағынып, илауыбыҙ хәтерҙә ҡалған. Әммә тора-бара бер-беребеҙгә өйрәнеп, эҫенешеп киттек. Хатта тәрбиәсебеҙҙе, бергә уҡыған малай-ҡыҙҙарҙы юҡһынып, йәйге каникулдың тамамланыр мәлен түҙемһеҙлек менән көткән саҡтар ҙа була торғайны.
Синыфыбыҙ бик татыу булды. Бер-беребеҙ өсөн йән атып торҙоҡ. Әле лә шулай. Бер үк йылда биш параллель синыф, йәғни 150 кеше мәктәпте тамамланыҡ. Шулар араһында иң берҙәме – беҙ. Бында тәрбиәсебеҙ Фәүзәнә Ҡыям ҡыҙының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ифрат бала йәнле, талантлы педагог булды ул. Талапсан да, уҫал да ине. Әммә беҙгә башҡаларҙан һүҙ тейҙертмәне. Бәпкәләрен яҡлап ташланған инә ҡаҙ һымаҡ.
Хәтеремдә, туғыҙҙамы-ундамы уҡығанда синыфташтар менән һөйләшеп «отбой»ҙан һуң Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанға, йәғни “пятачок”ка бейеүгә барырға булдыҡ. Тәүге туҡталышта уҡ күреп ҡалып, кире бороуҙарына ҡарамаҫтан, был хәбәр мәктәп директорына барып еткән булып сыҡты. Ошо хәлдән һуң беҙҙе интернаттан ҡыуыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Фәүзәнә Ҡыям ҡыҙына рәхмәт, һәр беребеҙ өсөн үҙ һүҙен әйтеп, һәр ҡайһыбыҙҙы яҡлап алып ҡала алды. Һуңынан үҙенән бик ныҡ эләкте эләгеүен. Әммә ошо Фәүзәнә Ҡыям ҡыҙы һалған татыулыҡ, берҙәмлек тойғоһо беҙҙе әле лә ташламай.
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.