-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Февраль , 10:30

Йәш быуын да Ватаныбыҙҙы ышаныслы һаҡлар!

Әбйәлил районының Хәлил ауылынан Илнур Ҡарабулатов йәштән яугир рухлы, сая булып үҫә һәм егерме йылдан ашыу ғүмерен армияға бағыш­лай.

Йәш быуын да Ватаныбыҙҙы ышаныслы һаҡлар!
Йәш быуын да Ватаныбыҙҙы ышаныслы һаҡлар!

Саҡырыу буйынса хеҙмәттән һуң артабан армияла контракт буйынса хеҙмәткә ҡала ла шунан бирле “ҡыҙыу нөктәләрҙә”: Абхазия, Ҡарабах, Сүриә, 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла була. “Хәрби отличие өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән, ил Президенты В.В. Путиндан Рәхмәт хаты алған.
Урау-урау юлдарҙан ҡаһарман һалдат, ниһайәт, тыуған яғына ҡайтып төшкән. Хәҙер ул яуҙа түгел, әммә: “Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итмәһәм дә, тормошомдан ул китмәне”, — ти. Ҡарабулатов хәҙер “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостан филиалында социаль координатор булып эшләй.
“Эш яуаплы, бурыстар күп. Минең хәстәрлек аҫтында фронттан ҡайтҡан ветерандар күп. Уларға төрлөсә ярҙам итәбеҙ, дауаланыуға, шул иҫәптән шифахана-курорттарға урынлаштырабыҙ.
Бынан тыш, һуғыштағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә, ата-әсәһенә ярҙамлашабыҙ. Яугирҙәр туғандарының мәшәҡәттәре хәл ителеп тороуын аңларға һәм тыныс хеҙмәт итергә тейеш”, — ти яугир.
Илнур Кәрим улы ҡатыны Нәрисә ханым менән ике бала үҫтерә. Улдары Илмирға — 15, ҡыҙҙары Алинаға 10 йәш. Улар аталарының яуаплы бурыстар үтәгәнен яҡшы аңлай. Һалдат ул илде һаҡлай, уның өсөн ил мәнфәғәттәре иң алда тора. Ғаилә башлығының, ике-өс айға хәрби командировкаға китеп, йыл буйы ла йөрөгәне була. Илмир менән Алина ла әсәләре кеүек түҙем булып өйрәнә.
Ҡарабулатов улы Илмирға ҡыуана: “Улымдың олатаһы менән ҡартолатаһының лайыҡлы вариҫы булып үҫеүе шатландыра. Бурыс, намыҫ һәм Ватанды һаҡлауҙың ни икәнен уға аңлатып тораһы түгел. Әгәр Илмир хәрби хеҙмәт юлын һайлаһа, ҡаршы төшмә­йәсәкмен. Армия кешене күпкә өйрәтә.
Атайым диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, олатайым Мөждәбә Ғилмитдинов Бөйөк Ватан һуғышын үткән, уның исеме Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы постаментҡа ырып яҙылған. Ул легендар маршал Жуков менән һөйләшкән, Брянскиҙы, Курскиҙы азат иткән”, – ти ул.
Илнур Кәрим улының ҡустылары ла контракт буйынса хеҙмәт иткән. Уртансыһы Замир Сүриәлә Илнур ағаһы командир булған подразделениела бронетранспортер йөрөткән. Кесеһе Рамаҙан хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт иткән, ул да водитель.
“Беҙ яҡшы тәрбиә алғанбыҙ, тип иҫәпләйем. Минең тыуған ауылым Хәлилдәге Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтов исемендәге мәктәбемдең уҡытыусылары беҙҙе намыҫлы йәшәргә һәм бурысҡа тоғро булырға өйрәтте, – ти Илнур Ҡарабулатов. – Үҫеп килгән быуын да шуға өйрәнә. Уларҙың Ватанды ышаныслы һаҡларына ышанам.
Хәҙерге балалар аҡыллы, маҡсатҡа ынтылышлы, ҡыҙыҡһыныуҙары киң, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, тарихты өйрәнәләр. Ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә, ярыштарҙа, башҡа сараларҙа улар менән осрашҡанда гел шуға инанам. Улар менән һөйләшкәндә махсус операцияның әһәмиәтен аңлауҙарын күрәм.
Беҙ фронтовиктар өлгөһөндә үҫтек, ә улар МХО-ла ҡатнашыусыларҙы – аталарын, ағайҙарын күрә. Һынатмаясаҡтар, инаныс менән әйтәм”.

Әлиә НУХОВА.
Валерий ШАХОВ фотоһы.
(“Башинформ” материалдары файҙаланылды).

Автор:
Читайте нас