Махсус хәрби операциялағы яугирҙың атаһы – Ырғыҙлы ауылында йәшәгән Рәхим Сәйфуллин МХО-ның тәүге көндәренән алып яугир егеттәребеҙгә ярҙам маҡсатында үҙенең умарталығынан бал, ялан шарттарына яраҡлы кәрәк-яраҡ ебәрә.
Рәхим Миңлеғәли улы үҙенең квадроциклын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатты. Яңы квадроцикл һатып алыуға аҡса йыйыу ойошторҙо. Әүҙем йәмәғәтсе Рәхим Сәйфуллиндың был саҡырыуын ил яҙмышына битараф булмаған граждандар, туғандары һәм башҡа активистар күтәреп алды.
"Изгелек һәм ярҙам" акцияһы һөҙөмтәһе бик тә ҡыуаныслы.
Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән ике квадроцикл, электр станцияһы, бензин бысҡыһы, поход мунсаһы, 50 килограмдан ашыу бал һәм төрлө ризыҡтар оҙатылды.
Рәхим Сәйфуллиндың махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау оҙата барыуы тәүге генә түгел.
Ырғыҙлы ауылы хакимиәте башлығы Ильвир Сәйфуллин исеменән райондың ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиевҡа, Иҫке Собханғолдан Эльмир Рәхмәтуллинға, Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан Зимфир Әминевҡа, илебеҙ яҙмышына битараф булмаған Ырғыҙлы ауылы биләмәһе халҡына, ирекмәндәргә һәм ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Ырғыҙлы биләмәһе халҡының берҙәмлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Афариндар!
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы.