Тәүге 20 балаға ҡала мэры Ратмир Мәүлиев билгеләрҙе 22 апрелдә тапшырҙы. “Иҫтәлекле билге Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙың ғаиләләренә беҙҙең оло рәхмәтебеҙҙе кәүҙәләндерә. Уларҙың ҡаһарманлығы – миллиондарса рәсәйҙәр өсөн үрнәк”, – тине баш ҡала хакимиәте башлығы, тантанаға йыйылғандарҙы сәләмләп.
Өфөнән махсус хәрби операцияға киткән бөтә атайҙарҙың да балаларына иҫтәлекле билгене еткереү дауам итә. Уларҙы синыф сәғәттәрендә, Ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә, район хакимиәттәрендә осрашыуҙарҙа, Ватанды һаҡлау йылына бағышланған сараларҙа тапшыралар.
Еңеү көнө алдынан Өфө райондарында иҫтәлекле билгене тапшырыу тантаналары үтте. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Орджоникидзе районында йәшәүселәр йыйылды. Ленин районында үткән тантанала иҫтәлекле билге – 30 балаға, ә Октябрь районында 38 балаға тапшырылды.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Киров районындағылар өсөн тантаналы кисә ойошторолдо. Махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарҙың балалары –
Фәрит Ғәлиндың балалары Урал, Иҙел, Дим, Батыр, Салауат, Алтынай;
Руслан Любактың балалары Роман, Олег, Матвей;
Илгиз Ғайсаровтың балалары Тимур, Диана;
Роберт Йәғәфәровтың балалары Диана, Эрик
аталары иҫтәлегенә “Минең атайым – Герой!” билгеһен ҡабул итеп алды.
“Минең атайым – Герой!” билгеһе бәләкәй өфөләргә аталарының ҡаһарманлығы тураһында хәтерләтеп торор һәм был маҡтаулы исемгә лайыҡ булырға рухландырыр.
Һүрәттәрҙә: Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев иҫтәлекле билгеләрҙе тапшыра.
Фотолар: Өфө хакимиәте матбуғат хеҙмәте.