“Был йылылыҡ һәм берҙәмлек байрамында ата-әсәләр, уҡыусылар, фиҙакәр педагогтар коллективы һәм бөтә Киләй ауылы халҡының әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында йәрминкә иҫ киткес уңышлы булды! Ойоштороусылар ғәйәт ҙур күләмдә аҡса йыйҙы. Был аҡсалар, һис шикһеҙ, махсус хәрби операция зонаһында ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәребеҙҙең мәнфәғәтенә, уларға терәк булыуға йүнәлтеләсәк”, – тип яҙалар Киләй ауылы мәктәбенән.
Йөрәктәре илһөйәрлек менән тулы Киләй ауылы халҡы, был изге эшкә ҡушылып, йорттарынан иң яҡшы ауыл хужалығы ризыҡтарын, оҫта ҡулдар менән яһалған йылы әйберҙәрҙе һәм башҡа бик күп кәрәкле нәмәләрҙе алып килде. Һәр ҡатнашыусының күҙҙәрендә өмөт, йөҙҙәрендә ихласлыҡ балҡыны.
Был көндө мәктәп бинаһында һәр кем берҙәмлек һәм ярҙамлашыу рухына сумды. Сара Киләй ауылы кешеләренең үҙ Ватанына булған тәрән мөхәббәтен, берҙәмлеген һәм ғорур патриотик хис-тойғоларын йәнә бер ҡат асыҡ итеп күрһәтте. Киләйҙәрҙең йөрәк йылыһы алыҫ ерҙәрҙәге батырҙарыбыҙға барып етһен һәм уларға көс өҫтәһен!
Миләүшә СӘЛӘХОВА.
Автор фотолары.