Педагогтар коллективы, ата-әсәләр һәм бөтөн Киләй ауылы халҡының әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында йәрминкә иҫ киткес уңышлы булды!
Йөрәктәре илһөйәрлек менән тулы Киләй ауылы халҡы был изге эшкә ҡушылып, йорттарынан иң яҡшы ауыл хужалығы продукттарын, оҫта ҡулдар менән яһалған йылы әйберҙәрҙе һәм башҡа бик күп кәрәкле нәмәләрҙе алып килде. Һәр береһенең күҙендә өмөт, йөҙҙәрендә ихласлыҡ балҡыны.
Йыйылған аҡса, һис шикһеҙ, МХО-ла ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәребеҙ мәнфәғәтенә тотоноласаҡ. Киләйҙәрҙең йөрәк йылыһы алыҫ ерҙәрҙә яуҙа йөрөүсе батырҙарыбыҙға барып етһен һәм уларға көс өҫтәһен!
Баҡалы районының Киләй мәктәбе.