-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ноябрь 2018, 11:43

Уҡыусылар ни өсөн туңа?

Радий Хәбиров мәктәп автобустары менән бәйле ауырлыҡтарҙы ла иғтибар үҙәгенә алды

Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, республикала әле 40200 баланы, йәғни уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 98,8 процентты, мәктәп автобустары хеҙмәтләндерә. Был транспорт сараларының 1200-ө рейста йөрөй, 55-е иһә төҙөк булмау арҡаһында файҙаланылмай.

– Мәктәптәрҙең гараждары юҡ, шуға ла автобустар урам тышында ҡалдырыла. Ата-әсәләрҙең: “Иртәнсәк балалар мәктәпкә килеп еткәнсе һыуыҡ ултырғыстарҙа туңып барырға мәжбүр”, – тип дәғүә белдереүе һис тә нигеҙһеҙ түгел. Былтыр мәктәп автобустарын “Башавтотранс” ҡарамағына тапшырыу буйынса пилот проекты үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйнек. Был юлды Өфө, Иглин һәм Учалы райондары һайланы. Тик тәжрибә бөтә ерҙә лә уңышлы барып сыҡманы: Учалы менән Иглин проектҡа тоғро ҡалһа, Өфө районы унан баш тартты. Сәбәптәре – балаларҙы өҫтәмә дәрестәргә йөрөтөү кәмене, автобустарҙы тапшырыу мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар тыуҙы, “Башавтотранс” рейсҡа транспорт сараларының барыһын да сығармаған мәлдәр булды. Ә бит балаларҙы йөрөтөү өсөн яуаплылыҡ барыбер уҡыу йорто етәксеһенең иңендә тора, – тине Гөлназ Радмил ҡыҙы.
Әммә былар уҡыусыларҙы ташыуҙа күҙәтелгән ауырлыҡтарҙың бер өлөшө генә икән. Ғәҙәттә, мәктәптәрҙә автобустың ҡуҙғалып китә торған тәғәйен ваҡыты була, шунлыҡтан бәләкәстәр, уҡыуҙан сыҡҡас, өлкән синыф балаларының дәрестәре бөткәнен бер нисә сәғәт буйы көтөргә мәжбүр. Уларҙың ошо буш ваҡытта ни эшләп йөрөүен кем генә белһен...
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәғариф тармағы етәкселәренә автобус көтөүсе уҡыусыларҙы өҫтәмә дәрестәр менән мәшғүл итеү, өйгә эштәрен әҙерләй торорға шарттар тыуҙырыу йәки ашханала туҡланыу мөмкинлеге булдырыу тураһында уйланырға ҡушты. “Балалар ваҡытын бушҡа үткәрмәһен”, – тине ул.
Читайте нас: