+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабрь 2018, 18:43

Гаджеттар гәзит-журналдарҙы алмаштырырмы?

Һәр баҫманың сайты, кеҫә телефоны өсөн махсус ҡушымталары булыуы һис насар түгел, замандан артта ҡалыу ҡурҡынысыраҡ...

Һуңғы йылдарҙа заман технологияларының гәзит, журнал, китап кеүек ҡағыҙ баҫмаларҙы ҡулланылыштан ҡыҫырыҡлап сығара барыуы, бер аҙҙан тотошлай бөтөрәсәге тураһында бәхәстәр йыш булып ала. Әлбиттә, гәзит-журналды кроссворд сисеү һәм яңы көләмәстәр күреү өсөн генә алдырғандар матбуғаттың яҙмышына бәйле әллә ни борсолмайҙыр, ә бына зауыҡлы уҡыусылар, шулай уҡ бөтөн күңеле менән бирелеп журналистикаға хеҙмәт итеүселәр ауыр уйҙарға батҡан. Матбуғат баҫмалары юҡҡа сыҡһа, йәмғиәтебеҙ быны нисек ҡабул итер? Ҡасан килер матбуғаттың ахырызаманы?


Әлбиттә, ҡараштар, фараздар бер төрлө түгел. Берәүҙәр, мәҫәлән, Австралия медиафутурисы Росс Доусон, ҡағыҙ баҫмаларҙың “ғүмер”ен бик аҙ ҡалған тип һанай. Ул төҙөгән графикка ярашлы, матбуғат АҠШ-та – 2017, Англияла – 2019, Канада менән Норвегияла 2020 йылда әһәмиәтен юғалтасаҡ. Рәсәйҙә был “ҡояш”тың байыуы, уныңса, 2036 йылға тура килә. “Форбс” журналы эксперттарының фекере лә беҙҙең илгә ҡағылышлы фаразды раҫлай.

“Рәсәйҙә гәзит-журнал уҡыусы һуңғы быуын 1980 йылда – Мәскәүҙә Олимпиада уҙған осорҙа – тыуған. Улар үҫмергә әйләнеп, социаль тормошта ҡатнаша башлағанда, йәғни 90-сы йылдар башында, матбуғат баҫмаларын өйгә яҙҙырып алып уҡыу йолаһы бар ине әле, – ти күҙаллаусылар. – Һуңыраҡ тыуғандарҙың байтағы иһә яңылыҡтар менән телевизор, Интернет аша танышып барырға күнекте. Әлеге ике быуын араһындағы сик гәзит-журнал һәм һанлы технологиялар дәүерҙәрен айырҙы”.

Әлбиттә, Доусондың АҠШ халҡына һәм башҡа алдынғы ҡарашлы йәмғиәттәргә бәйле фекерҙәре бик ныҡ шикләндерә. Интернет яңылыҡтарҙы халыҡҡа тиҙ арала еткереү, төрлө фото- һәм видео-материалдарҙы тиражлау йәһәтенән башҡа киң мәғлүмәт сараларынан өҫтөнлөгөн һаман арттыра бара, ләкин ҡағыҙ гәзит, китап уҡып өйрәнгәндәр иҫән бит әле. Тимәк, матбуғатҡа ихтыяж, күпмелер кәмегән хәлдә лә, барыбер буласаҡ. Американдар “Нью-Йорк таймс”, “Вашингтон пост” һымаҡ йөҙҙәрсә мең, хатта миллион дана тираж менән сыҡҡан гәзиттәренән ҡапыл ғына баш тартырмы һуң? Эйе, технологиялар ҡағыҙ баҫмаларҙы йоторға күптән әҙер, тик халыҡ әҙер түгел.

Рәсәйҙең Матбуғат баҫыусылар гильдияһы вице-президенты Василий Гатовтың әйткәндәре менән килешерлек, әлбиттә. “Мин баҫма мәғлүмәт сараларын гел яҡлап килдем. Улар ХХ быуатта тыуған һуңғы кеше был донъянан киткәнсе йәшәйәсәк. Тимәк, тағы ла 70 йыл буйы ҡулыбыҙҙан типографияла баҫылған гәзит, журнал, китап төшмәйәсәк әле, – ти ул. – Аттар әллә ҡасандан бирле транспорт сифатында киң ҡулланылмаһа ла, һаман да уларҙы һыбай менеп, арбаға йә санаға егеп йөрөүселәр байтаҡ бит. Универсаль әйбер булараҡ гәзиттәр алдағы 15 йылда киосктарҙа күпләп һатыласаҡ, почта аша яҙҙырып алып уҡыусылар ҙа ныҡ кәмемәйәсәк. Матбуғат шунан һуң яйлап ҡына әһәмиәтен юғалтыр, әммә уның бөтөүенә тиклем бик йыраҡ әле”. Ысынлап та, кино барлыҡҡа килгәс, театр бөтә, телевидение яҡшы эшләй башлағас, гәзит-журнал юҡҡа сыға, тип юрап йөрөгәндәрҙең һүҙе буш булды бит. Ә боронғо замандарҙан билдәле башҡорт ҡурайын берәй музыка ҡоралы алыштыра алдымы? Синтезатор уйлап табылғас, пианино, фортепьяно, роялдәр бөттөмө? Ниндәй генә зауыҡлы, затлы кейемдәр текмәһендәр, Англияның классик костюмдары барыбер яҡшыраҡ тип һанала түгелме?

Эйе, бар ғиллә – сифатта. Моғайын, ҡағыҙ гәзит-журналдарға ихтыяж аҙайһа ла, уларҙың иң уҡымлыларына хәүеф янамаҫ. Минеңсә, фәнни-техник, ижади һәм аналитик йүнәлештәге баҫмалар алдағы быуаттарҙа ла буласаҡ, һанланасаҡ. Берҙән-бер шарт – уларҙың үҙ тәғәйенләнешенә тура килеүе, аудиторияһының талаптарын ҡәнәғәтләндереүе. Бөгөн илебеҙҙә матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүендә төрлө сәбәп күрәләр: йәнәһе, яҙҙырып алып уҡыу ныҡ ҡиммәткә төшә, почта хеҙмәткәрҙәре ваҡытында таратмай, гәзит килеп еткәнсе ундағы хәбәрҙәр һуңлаған була, әлеге лә баяғы Интернет ҡыҫырыҡлай... Һәр ҡайһыһында дөрөҫлөк бар, әммә шуныһы йыш ҡына иғтибарҙан ситтә ҡала: матбуғат баҫмалары бер-береһен ҡабатлай бит. Ике-өс гәзиттең яңы сыҡҡан һандарын йәнәш һалып ҡуйып, тәүге биттәрен сағыштырып ҡараһаң, яңылыҡтарының һыу тамсылары кеүек оҡшашлығы тиҙ үк күҙгә салына. Хатта бер үк һөйләмдәр осрай. Шул уҡ хәбәрҙәрҙе көнэлгәре йәки унан да алдараҡ телевизорҙан күрһәткәндәр, радионан һөйләгәндәр... Интернетта иһә күптән “сәйнәлеп” бөткән ул темалар. Һауа торошон күҙаллаған, валюта курсын күрһәткән рубрикаларҙан бер фәтүә ҡалмаған... Халыҡ алйот түгел дә инде йылына өсәр мең һум аҡса түләп, төрлө тарафтан ҡырҡ мәртәбә ишетелгән хәбәрҙе яңынан уҡып ултырырға.

Гәзит хәҙер оператив мәғлүмәт биреү сараһы булып һанала, электрон технологиялар менән ярыша алмай. Матбуғатты һаҡлауҙың шарты – үҙенсәлекле стиль булдырыу, башҡаларҙыҡына оҡшамаған темалар, яңы геройҙар табыу, аналитикаға күберәк урын бүлеү, заманса ысулдарға нығыраҡ таяныу. “Һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышҡан баҫмаларҙың киләсәге юҡ”, – тигәйне “Башҡортостан” гәзитенең элекке баш мөхәррире Мансур Әйүпов. Эйе, үҙ уҡыусыларыңды белергә, уларҙың ни теләгәнен тойорға тейешһең. Ә тотороҡло аудитория булһын өсөн халыҡтың гәзит-журналға күңел ҡушыуы буйынса яҙылыуы зарур. Дәүләт баҫмаларының тиражын һаҡлау маҡсатында ҡайһы бер тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен матбуғат баҫмаларын алдырырға мәжбүр итеү, һис шик-һеҙ, кире һөҙөмтәгә генә илтә. “Беҙҙең гәзитте быйыл нефть-газ сәнәғәте эшсәндәре күберәк уҡый”, – тип, ошо темаға иғтибарҙы арттырһаң, әлегәсә үҙ ихтыяры менән яҙылып килгән уҡытыусылар, аграрийҙар йөҙөн ситкә борасаҡ бит. Ә сәнәғәтселәр көсләп тағылған нәмәне тотоп та ҡарамаясаҡ. Лениндың “Лучше меньше, да лучше” тигәне иҫкә төшә был саҡта.

Баш ҡала янындағы ҙур ғына ауылда почта таратырға тура килгәйне. Урындағы халыҡтың 80 проценты – башҡорт та татар. Өс-дүрт ғаилә “Башҡортостан”ды алдырһа, шул самаһы “Йәшлек”те уҡый, журналдарҙан башлыса “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, “Һәнәк” таратыла. Район гәзите иһә 20-нән ашыу өйгә килә. Мәғариф бүлегенең ныҡышлығы арҡаһында. Эске эштәр органдарында хеҙмәт иткәндәргә лә ведомство ҡарамағындағы баҫмаларҙы алдырыу мотлаҡ икән. Шуға иғтибар иттем: милли матбуғатты килтергәндәрен ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа көтөп кенә тора, ә бына “мәжбүри” тигәндәренә ҡул һоноусы юҡ – өҫтө-өҫтөнә тыңҡыслағас, почта йәшниге лыҡа тулып китә.

Әлбиттә, гәзит-журналдарыбыҙҙы һаҡлау өсөн бик күп эшләргә кәрәк әле беҙгә. Һәр баҫманың Интернетта сайты булыуы, кеҫә телефоны йәки планшет өсөн махсус ҡушымталары сығыуы һис тә насар түгел, замандан артта ҡалыу ҡурҡынысыраҡ. Хәҙерге балалар ике-өс йәшенән үк компьютерҙы нисек ҡулланырға белә, смартфондың сенсорлы экраны буйлап бармаҡтарын бик оҫта йүгертә, ә телевизор тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Яңы быуын мәғлүмәт алыуҙың ошо юлын ғүмер буйы иң уңайлыһы тип һанаясаҡ. Беҙ иһә, ХХ быуат вәкилдәре, электрон технологияларҙың осһоҙораҡ, ябайыраҡ, тиҙерәк икәнлеген төптән аңлаһаҡ та, буяу һәм ҡағыҙ еҫе аңҡып торған табаҡ-табаҡ гәзит биттәренә мәңге тоғролоҡ һаҡларбыҙ инде.

“Башҡортостан” гәзитенән.

2015 йыл.

Читайте нас: