+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Декабрь 2018, 21:04

Белорет табиптарын маҡтамайҙар...

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Белорет район-ара перинаталь үҙәгендәге хәл менән танышты

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Белорет район-ара перинаталь үҙәге менән танышҡан.
“Бындағы иң бәләкәй пациенттың ауырлығы — 1 килограмм да 4 грамм, уны махсус ҡулайламала ҡарайҙар”, – тип яҙған республика етәксеһе үҙенең “Фейсбук”тағы сәхифәһендә. Ул үҙәктә эшләгән табиптар хаҡында ла бер аҙ мәғлүмәт бирә. Мәҫәлән, иң йәш табип Елена Овчинниковаға 31 йәш, ул алты йыл эшләй. Уҙған тәүлектә Елена Владимировна һәм уның коллегалары ярҙамы менән 7 сабый — 4 малай менән 3 ҡыҙ – тыуған. Белорет район-ара перинаталь үҙәгендә, ғөмүмән, йылына уртаса 2000 малай һәм ҡыҙ донъяға килә икән.
“...Был кешеләрҙе йыш әрләйҙәр. Маҡтауҙан бигерәк әрләйҙәр, тип әйтер инем. Пациенттар уларҙы аңлап етмәй, — тип фекере менән уртаҡлаша Радий Хәбиров. — Яңыраҡ ошо бала табыу йортондағы туҡланыуға бәйле ялыуҙы тикшерҙек. Ундай осраҡтар бөтөнләй булмаһын өсөн тырышабыҙ”.
Белорет үҙәк район дауаханаһы балалар хеҙмәтен, бала табыу йортон, психоневрология диспансерын, психиатрия дауаханаһын, 585 койкалыҡ стационарҙы, дүрт участка дауаханаһын, һигеҙ амбулаторияны һәм 42 фельдшер-акушерлыҡ пунктын берләштерә. Йәмғеһе 268 табип эшләй уларҙа. Әле Белореттың дауалау учреждениеларына тар йүнәлешле белгестәр, педиатрҙар кәрәк.
Читайте нас: