+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Декабрь 2018, 12:00

Хәбиров Торатауҙы "Сода"ға бирҙертмәне

Башҡортостан сода компанияһы, әлбиттә, Торатау өсөн ныҡышҡан, әммә республика етәкселеге үҙ һүҙенән кире ҡайтмаған

Башҡортостан сода компанияһына сеймал сығарыу өсөн Торатау урынына Ҡуштауҙы бирәсәктәр. Был турала «Коммерсантъ» гәзите хәбәр итте.


Матбуғат баҫмаһында яҙыуҙарынса, сода етештереүселәр менән әлеге килешеүгә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Козак янындағы кәңәшмәлә өлгәшелгән. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров унда: “Әгәр шихандарҙы сеймал сығанағына әйләндереү тураһында һүҙ ҡуҙғатыла икән, беҙ Ҡуштауҙы ғына бирергә риза”, – тип, ныҡ торған. Башҡортостан сода компанияһы етәкселеге, әлбиттә, Торатау өсөн ныҡышҡан, әммә республика етәкселеге үҙ һүҙенән кире ҡайтмаған.
Әйткәндәй, ноябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров федераль кимәлдә үҙенең сәйәси позицияһын шаҡтай яҡшыртҡан. Ул губернаторҙарҙың йоғонтололоҡ рейтингында 30-сы урындан 24-сегә күтәреледе.
Читайте нас: