+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ғинуар 2019, 14:36

Олимпиадалар өсөн аҡсаны кем түләй?

Мәғариф министрлығы вәкиле ата-әсәләргә был мәсьәлә буйынса аңлатма бирҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа төрлө турнирҙарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнашҡан һәләтле балаларға матди ярҙам мәсьәләһе буйынса ла һорауҙар килә.


“Ни өсөн беҙ, ата-әсәләр, математика буйынса турнирҙарҙа республика данын яҡлап йөрөүсе балаларыбыҙҙың юлы һәм ярышта ҡатнашыуы өсөн аҡсаны үҙ кеҫәбеҙҙән түләргә тейеш? Һәр ҡайһыһына 20 мең һум китә, ә ундай саралар йылына бер нисә тапҡыр ойошторола (“Йәш математиктарҙың Урал турниры” хаҡында һүҙ бара). Шул уҡ ваҡытта Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан балаларының сығымдарын бюджет ҡаплай, һөҙөмтәлә улар һәр ярышта ҡатнаша, күберәк тәжрибә туплай ала. Беҙҙең балалар белем яғынан көслө, беренсе урындарҙы ла яулайбыҙ, әммә дәүләттән ярҙам юҡ”, – тип яҙған бер ҡатын.
– Беҙҙең министрлыҡ үҙенең белем биреү өлкәһендәге эшмәкәрлеген Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 2013 йылдың 13 февралендә раҫланған “Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тураһында” 43-сө положениела ҡаралған вәкәләттәргә ярашлы ғына алып бара. Республикалағы белем биреү ойошмаларында уҡыған балалар ҡатнашлығындағы сараларға аҡса бүлеү йыл һайын яңыртылып торған берҙәм саралар календары буйынса тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, олимпиада һәм конкурстарҙа ҡатнашҡандарҙың финанс сығымдарын ҡаплау ҙа мәғариф өлкәһе өсөн яуаплы федераль дәүләт власы органдары раҫлаған йыллыҡ пландағы исемлеккә ҡарап башҡарыла. “Йәш математиктарҙың Урал турниры” ул исемлеккә инмәгән, тимәк, Мәғариф министрлығы унда көс һынашҡан балаларға ярҙамға аҡса йүнәлтә алмай. “Йәш математиктарҙың Урал турниры”нда 2019 йылда ҡатнашыуға финанс сығымдары һорап, үҙегеҙ йәшәгән урын буйынса муниципаль берәмек (район йә ҡала) хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева.

Индира УРМАНОВА.

Читайте нас: